-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Сентябрь 2025, 22:04

95 ЙӘШЛЕК САТИРИК ҺӘМ УНЫҢ 100 ЙӘШЛЕК “ҺӘНӘГ”Е

Сатирик, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов Өфөләге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаға үҙенең өр-яңы автографлы йыйынтығын килтереп бүләк итте! Марат Нәби улы ошо көндәрҙә 100 йәшен туйларға әҙерләнгән “Һәнәк” “ағаһын”, ун йыл үҙе етәкләгән журналды, ҡотланы, юбилейы айҡанлы тәбрикләүҙәр ҡабул итте, ҡәләмдәштәре алдында өр-яңы шиғырҙарын уҡыны, автографтар өләште.

95 ЙӘШЛЕК САТИРИК ҺӘМ УНЫҢ 100 ЙӘШЛЕК “ҺӘНӘГ”Е
95 ЙӘШЛЕК САТИРИК ҺӘМ УНЫҢ 100 ЙӘШЛЕК “ҺӘНӘГ”Е

“Һәнәк”кә, Марат Кәримов ижадына бәйле ҡабатланмаҫ экспонаттар менән биҙәлгән күркәм залда йыйылыусыларҙы тәбрикләп, Китаптарҙы һаҡлау бүлеге мөдире Фәнилә Ишбулды ҡыҙы Ғарипова тәү башлап һүҙ әйтте һәм дилбегәне һәнәктәргә тапшырҙы.

 “Һәнәк” журналының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған түңәрәк өҫтәл быйыл үҙенең 95 йәшен билдәләгән сатирик Марат Кәримовтың бай  ижадына арналды. Сараға фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, шағирҙың яҡташтары, коллегалары, ҡәләмдәштәре, төрлө быуын китап уҡыусылар килде.

Ике юбилярҙы – әҙипте һәм журналды – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “Һәнәк”те 30 йыл етәкләгән сатирик Марсель Сәлимов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов, филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, БР Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан “Юлдаш” телеканалының “Сәләм” тапшырыуы етәксеһе Наил Юнысов, журналист, әҙибә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы баш мөхәррире, бер нисә йыл “Һәнәк”те лә етәкләп алған Миләүшә Ҡаһарманова, яҡташтарынан – Иҫәнғол ауылы Үҙәк китапханаһы директоры Әминә Әбсәләмова (ул Марат Кәримовҡа Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтың тәбрикләү хатын һәм бүләк тапшырҙы), халыҡ-ара әҙәби конкурстар лауреаты, сатирик, журналист Владимир Кузьмичев, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина һәм башҡалар тәбрик итте, китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк осрай торған китаптар бүлеге ғилми хеҙмәткәре Алһыу Аҡҡужина “Һәнәк” журналының тарихына, күргәҙмә материалдыр ҡулланып, байҡау яһаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт тар булыу сәбәпле, күптәр һүҙ әйтеп өлгөрмәгәндер. Түңәрәк өҫтәлдә БДПУ студенттары (етәкселәре – З. Әлибаев), Ҡырмыҫҡалы районынан килгән билдәле шағирә Фирүзә Абдуллина, хаҡлы ялдағы баш мөхәррирҙәребеҙ Рәлиф Кинйәбаевтың (үҙе килә алманы) хәләл ефете, һәнәктәрҙең отҡор күҙле корректор еңгәһе Филүзә Кинйәбаева, бөгөнгө сатира йөгөн үҙ иңендә күтәргәндәр – рәссам, “Һәнәк”тә оҙаҡ йылдар эшләгән Марат Әбдүшев, “Тулпар” журналынан шағир-сатирик Мөнир Вафин, М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театры әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе, сатирик Рәзилә Ырыҫҡужина, “Һәнәк”тең яуаплы сәркәтибе сатирик Марат Әминев, “Һәнәк”тең биҙәлеш мөхәррире, рәссам-иллюстратор Артур Василов, өлкән мөхәррир Дилара Арсаева, “Йәншишмә” гәзите яуаплы сәркәтибе Лилиә Фазлетдинова, “Шоңҡар” журналынан Рәзинә Урманшина (Зәйнетдинова), “Йәшлек” гәзитенән Римма Аҡманова, “Башҡортостан уҡытыусыһы”нан Римма Баймырҙина менән Тимур Рәхмәтуллин, “Юлдаш” радиоһынан Айбулат Сәсәнбаев журналдың әүҙем авторҙары – Рәшиҙә Рәис, Хәмит Әбүбәкиров (Ҡарамалинский), Илһам Латипов һәм башҡа дуҫтарыбыҙ ҡатнашты.

 

Түңәрәк өҫтәл “Һәнәк” журналы донъя күреүгә 100 йыл тулыуға арналған сараларҙың береһе булараҡ, Республика Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы үткәрелде.

Редакция, 100 йыллыҡ сиктәрендә, былтырҙан бирле республика район-ҡалалары буйлап әҙәби осрашыуҙар үткәрә. Төп сара – “Көлә-көлә Һәнәк килә” тип исемләнгән йырлы-моңло көлкө кисәһе – 18 октябрь көндө Өфөләге Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үтәсәк.

 

Фекер:

“Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе Марат ӘМИНЕВ: “Марат ағайҙың тәүге мәҡәләһе “Рекордсмен түгел” тигән баш аҫтында “Һәнәк” журналында 1956 йылдың июнь һанында донъя күргән. Беҙ бөгөнгә тиклем Марат Кәримовтың яңы әҫәрҙәрен уҡып ҡыуанабыҙ. Тимәк, әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы инде етмеш йылға яҡын (!!!) журнал менән бергә! Ысын рекордсменыбыҙ ул!

Марат Кәримовтың үҙенсәлекле юморы ни өсөн әллә нисә быуын уҡыусыларын һоҡландыра һуң? Уның юморы ла үҙе кеүек әҙәпле – бер ҡасан да геройының йөҙөн йыртмай, төрттөрә, кинәйәләй, “әҙәм” булып китәсәгенә ышана һәм, әлбиттә, ихлас көлдөрә. 95 йәшендә кинәнес менән яттан  шиғырҙар һөйләп ултырыусы аҡһаҡалыбыҙға оҙон ғүмер, ижад шишмәһе урғылып тороуын теләйбеҙ!”

Илгиз ИШБУЛАТОВ,

баш мөхәррир.

95 ЙӘШЛЕК САТИРИК ҺӘМ УНЫҢ 100 ЙӘШЛЕК “ҺӘНӘГ”Е
95 ЙӘШЛЕК САТИРИК ҺӘМ УНЫҢ 100 ЙӘШЛЕК “ҺӘНӘГ”Е
Автор: Илгиз Ишбулатов
Читайте нас