Ҡыҙылъярҙан бер-ике саҡрымда ғына Сысҡан ауылы урынлашҡан. Уның икенсе атамаһы ла бар – Баҡсалы. Мәгәр, халыҡ тәүгеһен хуп күрә, шулай өйрәнгәндәр.
Ҡара көҙ айының бер төнөндә, таңға табаныраҡ, Ҡыҙылъярҙың һикһәнгә етеп барған Ишҡәле исемле ҡарты оло хәжәтен үтәргә тышҡа сыҡҡан. Эшен тамамлап, тәһәрәтләнеп кенә ултырһа, төн ҡараңғылығын йыртып, Сысҡан ауылы тарафында янғын гөлтләп киткән. Бабай, әштер-өштөр эшен бөтөрә һалып, өйөнә ашыҡҡан. Килеп тә ингән, йылы түшәгендә ятҡан ҡортҡаһы ишетерлек итеп һөрән дә һалған был.
– Әбей, тим, тор әле, тор йәһәт кенә! Әле генә Сысҡанда ут сыҡты.
– Атаҡ, ҡартым, ни булды тағы? Быға ҡәҙәре һаулығыңа зарланғаның юҡ ине бит әле. Ай әттә, анау геморрой-фәләне килеп эләктеме икән әллә? Ҡуй инде, ҡартайған көнөңдә балниста ятыуҙары уйын эшме ни? – Гөлмәрфуға ҡарсыҡ, ҡартының һүҙҙәренең айышына төшөнә алмай, шулай һөйләнә икән, йоҡоло күҙҙәрен ыуалап.
– Ниндәй геморрой, атаң башы? Сысҡанда, ай әттә, Баҡсалыла янғын сыҡты, тим бит һиңә, ауыҙыңды ҡорт саҡҡыры нәҫтә!
Хәҙер Ҡыҙылъяр халҡы ғына түгел, эргә-тирәләге ауыл кешеләре лә Ишҡәле ҡартты осратҡан һайын кәзекләп бер була, ти.
– Нишләй, бабай, оло ярау иткәндә шулай ут сығамы ни?