Был ара төркөмдәрҙә ололарҙы (әсәйҙе, ҡәйнәне ) ҡартлығында тәрбиәләү тураһында бәхәстәр бара. Хатта "Ҡәйнәм менән ирем бер һүҙле, уларҙы нисек еңеп алырға?" тигән пост та булды. Күп тапҡыр ишеткәнем бар, улай итмә, үлгәс, уҡенерһең тиһәм, асыулы итеп: "Утерерһең уны! Ул үлгәнсе мин үлермен әле!" тигәндәрен. (Ысын булыуы ла мөмкин, уҫал, ярһыу, үпкәсел, эскерле, үс кешеләр үҙҙәренең намыҫына тап йыйып, төрлө ҡаты ауырыуҙар менән сирләүе бар). Ҡәйнә менән килен икеһе ике мөхиттән, аңлашылмаусылыҡтар килеп сыға, ә йәштәр күпте күргән оло кешене оло итеп, мөһирбанлыҡ менән эш итһә, унда инде килен "еңеп сыға", ара әкренләп яҡыная, гармонияла йәшәй башлайһың.
БУЛҒАН ХӘЛ
1990 йылдар башында беренсе тапҡыр күргән матур олпат апай һаман да күҙ алдымда. Ул минең таныш инәйҙә ултыра ине. Сәй эстек. Апай күп һөйләмәй, һәр һүҙе аҡыллы, сабыр ҙа, гилемле лә күренде. Был йорттоң хужаһы, минең эштә етәксе ине, яңыраҡ вафат булғас, ҡатынының хәлен белергә бара торған инем. Хужабика оҙата сыҡҡас, ҡунағының кемлеген һораным. “Ҡунаҡ түгел ул, ә минең менән тора, үҙ торлағы юҡ, әхирәтем булғас, керттем. Ғүмере буйы алдынғы уҡытыусы булды, өс улының балаларын үҫтерешергә ауылдан килтергәндәр ине, ейән-ейәнсәрҙәрҙе үҫтереп , кеше иткәс, әсәйҙе бер килене лә һыйҙырмай, береһендә торһа, икенсеһенә ҡыуып тигәндәй ебәрәләр. Ә беҙҙә бергә тороуы уңайлы, бер беребеҙгә иптәш тә, серҙәш тә”- тип һөйләне. Аҙаҡ уның кемдәрҙең әсәһе икәнен һорап белгәс, йығылып китә яҙҙым. Ҡалала бер береһенә оҡшашлы, күркәм өс бер туған бар ине. Барыһы ла төплө аҡыллы ,күренекле хөрмәтле етәкселәр булдылар. Шул йылдар бер ваҡыт прогулкала йөрөгәндә береһенең ҡатынын күрергә тура килде, минең менән йөрөгән дуҫтың танышы булып сыҡты. Шул арала, ниндәйҙер 20 минут эсендә, уның тәккәберлек менән һөйләгән буш һүҙ бутҡаһы мине йөҙәтте. Теге иптәшем аҙаҡ әйтә: “Әйе, фәләновтар үҙҙәре һәйбәт булһа ла, ҡатындан уңманылар...”-тип. Бына бит ҡайҙа эштең башы. ("Ээх, шул ҡәйнәләр булмаһын, улы ғына булһын ине лә бит!"). Ул килендәрҙең яҙмышын белмәйем. Яҡшы түгелдер. Аллаһы тәғәлә баребер доньялыҡта ла ,әхирәттә лә әжерен ҡайтара.
Зайтуна Кусяпова.