Йәшерен тауыш биреү юлы менән комиссия ҡаҙаныштары юғары танылыу алған өс еңеүсене билдәләй:
Дамир Таипов — вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалаған һәм юғары профессиональ ҡаҙаныштары өсөн;
Заһиҙә Мусина Һәм Рәзинә Урманшина - Кемель Токаевтың “Серле эҙ " китабын художестволы тәржемә иткәне һәм хәҙерге милли проза үҫешенә индергән өлөшө өсөн;
Хәбир Аралбаев - башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендәге “Өс туған” эше һәм башҡорт хореография сәнғәтен мәҙәни мираҫы булараҡ танытҡаны өсөн.
Фото: башинформ