+27 °С
Ясно
Бәйгеләр
7 Мая , 06:45

“Студент яҙы”

Фестиваль йыл һайын уҙғарыла һәм республикабыҙҙың ҙур йәштәр ижади проекттарының береһе булып тора. Ул үҙенә студенттарҙы ла, мәктәп уҡыусыларын да, эшләп йөрөүсе йәштәрҙе лә берләштерә.

“Студент яҙы”“Студент яҙы”
“Студент яҙы”

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Студент яҙы” төбәк фестиваленең гала-концерты үтте. Был сараның еңеүселәрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Йәш таланттар төрлө йүнәлештәр буйынса баһаланды. Дөйөм  “Студент яҙы”  һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Башҡорт дәүләт аграр университеты яуланы.

Фестиваль йыл һайын уҙғарыла һәм республикабыҙҙың ҙур йәштәр ижади проекттарының береһе булып тора. Ул үҙенә студенттарҙы ла, мәктәп уҡыусыларын да, эшләп йөрөүсе йәштәрҙе лә берләштерә.

Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар һәм тамашасылар һаны тотош республикабыҙҙан 50 меңдән артып китте. Проект киңәйә бара һәм үҙенә студенттарҙы ғына түгел, мәктәп уҡыусыларын һәм эшләп йөрөүсе йәштәрҙе лә йәлеп итә.

Гала-концертта 20-гә яҡын юғары уҡыу йорттарынан һәм колледждарҙан 500-ләп студент  ҡатнашты. Улар Башҡортостандың иң яҡшы ижади коллективтарын сағылдырҙы. Фестиваль талантлы йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү өсөн ҙур майҙансыҡ булып тора.

“Студент яҙы” фестивале йәш артистар өсөн дә мөһим старт булып ҡала. Фестивалдә ҡатнашыу уларға командала эшләү тәжрибәһен бирә, һөнәри, ижади тармаҡҡа юл аса.

Әйтергә кәрәк, йәштәр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды яулай һәм Рәсәйҙә 7-се урынды биләй. Беҙҙең республиканы бер миллиондан ашыу йәштәр төйәк иткән. Төбәктә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы линияһы буйынса проекттар даими тормошҡа ашырыла, шулай уҡ заманса инфраструктура ла үҫешә: аралашыу өсөн йәштәр үҙәктәре һәм биләмәләре булдырыла. Йәштәр менән эшкә системалы ҡараш, инфраструктура үҫешенең юғары кимәле федераль етәкселек тарафынан ыңғай баһа алды. Был иһә тормошҡа ашырылған сәйәсәттең һөҙөмтәле һәм тотороҡло булыуын раҫлай.

Фестиваль Рәсәйҙең халыҡтар берҙәмлеге йылы сиктәрендә уҙғарылды һәм төбәктең төп ҡиммәтен – милләт-ара килешеүҙе күрһәтте. Башҡортостан йәштәре берҙәмлекте, әүҙемлекте һәм йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәүҙе сағылдыра.

Тағы ла бер мөһим мәғлүмәтте билдәләү мөһим: Башҡортостан – студенттар өсөн тартыу үҙәге булып тора. Республиканың юғары уҡыу йорттарында 111,2 меңдән ашыу  студент белем ала, бында урта һөнәри белем биреү ҙә инә. Шуныһы ҡыуаныслы: 1-се курсҡа ҡабул итеү 8 процентҡа артҡан. 2025 йылда маҡсатлы уҡытыу күләме 15,5 процентҡа күбәйгән. Төбәктәр рейтингтары араһында Башҡортостан 4-се урынды биләй.

Талантлы студенттарға  ярҙам итеү йәһәтенән дә ныҡлы хәстәрлек системаһы булдырылған. Башҡортостанда белем алыусыларҙы дәртләндереү йәһәтенән күләмле саралар күрелә. Алты төр төбәк стипедиялары бар: Башҡортостан Башлығы стипендияһы (уны 235 стипендиат ала), шулай уҡ М. Аҡмулла, Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Сосланбәк Тавасиев, Ирек Мөҡсинов исемендәге премиялар. Бынан тыш, республикала Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендияһы түләнә, уның күләме 30 меңгә етә. Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булыусылар 20 мең һум күләмдә стипендия ала.

Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеүсе 1-се курс студенттары вуздың бюджеттан тыш аҡсаһы иҫәбенә 85 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.

Белемле, һәләтле йәштәребеҙ - Башҡортостандың ғына түгел, илебеҙҙең дә ғорурлығы һәм таянысы.

 

Гөлнара БАЙҒУЖИНА, “Студент яҙы” фестиваленең төбәк этабының жюри ағзаһы, автор-башҡарыусы, музыкант:

 – “Студент яҙы” фестиваленең төбәк этабының жюри составында булыуыма шатмын. Үҙем Рәсәй “Студент яҙы”ның дүрт тапҡыр лауреаты булдым. 2020 йылдан 2023 йылға тиклем студент сағымда төбәктең делегация составында йөрөнөм, үҙемдең йырҙарым менән төрлө майҙансыҡтарҙа сығыш яһап, республикабыҙҙың данын яҡланым. Студенттарҙың яңы быуынын өсөнсө йыл рәттән баһалау, уларҙың ижады менән танышыу, артабанғы этапта төбәгебеҙҙе күрһәтәсәк йәштәрҙе һайлау минең өсөн почетлы бурыс.

Уҡыу һәм ижад итергә өлгөрөү – ул ҙур хеҙмәт. Шул осорҙағы үҙемде иҫкә алып, йәштәрҙе аңлайым. Студенттарҙың сәхнәлә үҙҙәрен күрһәтеүҙәре, сығыш яһауҙары бик ҡыуаныслы күренеш. Ғүмерҙәрендә бер тапҡыр булһа ла, һәр кемгә лә “Студент яҙы”нда ҡатнашыуҙарын һәм Рәсәй этабына өлгәшеүҙәрен теләйем, сөнки ул студенттар осороноң иң сағыу хәтирәһе булып иҫтә ҡала.

Йәштәргә бындай фестивалдәрҙә ҡатнашыу сәхнәлә эшләүҙең ҙур һөнәри тәжрибәһен бирә. Башҡа төбәктәрҙән ҡатнашыусыларҙы күреү, аралашыу ҙа бик файҙалы.  

 

Фото: Олег Яровиков. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Резеда Шәнгәрәева.

 

Автор:
Читайте нас