

Ҡыҙыҡлы темалар: совет кешеһенең көндәлек тормошо, XVIII–XIX быуаттарҙа урыҫ дворяндарының йолалары һәм көнкүреше, «Домострой» буйынса ғаилә нигеҙҙәре. Бынан тыш, «Ғаилә һаҡсыһы» тигән ижади оҫталыҡ дәресе лә ойошторола.
Бөтә саралар бушлай, алдан яҙылыу кәрәкмәй. Өҫтәмә мәғлүмәтте (347) 286-60-66 телефоны аша алырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө изге Петр һәм Феврония Муромскийҙар иҫтәлегенә арнала. Уларҙың никахы Рәсәйҙә ғаилә идеалы символына әйләнгән. 2008 йылдан байрам дәүләт статусын алды, ә эмблемаһы – ромашка сәскәһе сафлыҡты һәм ихлас хистәрҙе аңлата.
«Рәсәй – минең тарих» парктары ассоциацияһы директоры Иван Есин билдәләүенсә, ойоштороусылар бындай программалар аша йәштәргә мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң бәхетле ғүмер нигеҙе икәнен тарихи миҫалдар ярҙамында күрһәтергә тырыша.