

– Аңлашылды, ярай, эшләрмен, булдырырмын, барыһы юғары кимәлдә буласаҡ, бөтә нәмә ялтлап торор, һорауҙарын хәл итермен, кәрәкһә, үҙем иҙәндәрен йыуырмын, саңдарын һөртөрмөн, һеҙ ҡәнәғәт булырһығыҙ... – тип анттар биреп, Рәжәп Фәттәхович йыйылыштан сыҡты.
“Ярай, бөтә нәмәне ойоштормаһам да, ниндәй яуаплы эш ҡушылды, шуны матур итеп үтәһәм, артабан ҙурыраҡ проекттар бирерҙәр, министрҙың иң ышаныслы кешеһенә әйләнермен, уң ҡулы булырмын”, – тип үҙен йыуата-йыуата ҡунаҡтар киләсәк ойошмаға юлланды.
Ойошмаға килеп ингәс тә етәксе кабинетына туҡылдатмай килеп инде.
– Йә, эштәр нисек? – тине ул портфелен шап иттереп етәксе өҫтәленә һалып, үҙе ялпашып ултырып алды.
– Барыһы план буйынса, – тине тыныс ҡына итеп етәксе.
Уның тыныслығы Рәжәп Фәттәховичҡа оҡшап етмәне. Исмаһам, урынынан да торманы бит әле! Ә бит уның кабинетына министр урынбаҫары килеп инде!
– Шулаймы? – тине мыҫҡыллы итеп Рәжәп Фәттәхович. – Уныһын мин хәл итермен. Әйҙә, тор, хәҙер тикшереп сығабыҙ.
– Минең әле башҡа эштәрем күп, – тине етәксе тыныслығын юғалтмай. – Һеҙҙең менән секретарь йөрөп сығыр.
Рәжәп Фәттәхович ауыҙ асып өлгөрмәне, етәксе кеше уның ҡулына портфелен тотторҙо, секретары килеп инә һалып, быны кабинеттан алып сығып та өлгөрҙө.
– Әйҙәгеҙ, был ҡаттан ҡарай башлайыҡ, – тине секретарь.
– Юҡ! Киттек, ингән ерҙән! – тине Рәжәп Фәттәхович, галстугын рәтләп. Шунан ҙур-ҙур аҙымдар менән, портфелен бер ҡулында һелтәй-һелтәй ингән яҡҡа атланы.
Ишек төбөнә барып еткәс, туҡтаны, арҡаһын турайтты. Үҙен Мәскәү ҡунағылай хис итеп, тирә-яҡҡа ҡараш ташланы.
– Бына мин, ҡунаҡ, килеп индем дә ти, иң беренсе... – тип бина буйлап күҙ йүгертте. – Ошо гөлгә ҡараш ташлайым, ә ул... ә ул... Ҡыйыш ултыра. Етмәһә, япрағы һулыған! Алып ташла!
Секретарь “ҡыйыш ултырған” гөлдө төҙәйтте, япрағын алды. Рәжәп Фәттәхович тағы тирә-яҡҡа ҡараны. Әммә бер саң бөртөгө лә тапмағас, артабан китте.
– Тәк, – тине ул, коридорға сыҡҡас, – Бында нимәләр?
Рәжәп Фәттәхович, баҫҡан урынынан ғына ҡарап, етешһеҙлек тапмағас, тәҙрә төптәрен, кәштәләрҙе, гөлдәрҙе ҡарап сыҡты. Саң юҡмы икән тип, өҫтәлде бармағы менән һыпырҙы. Өҫтәл аҫтын да ҡарарға йыбанманы.
– Ну, ярай, – тине ул ахырҙа, теш араһынан. – Бында барырлыҡ икән.
Артабан оҙон коридор буйлап үтте. Кабинеттарҙы ҡарап сыҡты. Һәр ерҙә булмаһа ла, бәйләнерлек урын тапты. Бер бүлмәлә ҡорған ҡыйыш тора, икенсе бүлмәлә китап килешһеҙ ята, өсөнсө бүлмәлә ултырғыс урынында түгел...
– Барыһы план буйынса, тигән була етәксегеҙ, күптән шелтә алғаны юҡ, “расслабились” сәвсим.
Ниһайәт, йәнә коридорға барып сыҡтылар. Рәжәп Фәттәхович тикшереүен тамамларға ашыҡманы. Йәнә бер тапҡыр бинаға талапсан ҡараш ташланы. Иғтибарын бер картина йәлеп итте. Яҡыныраҡ барҙы ла, иғтибар менән тексәйҙе.
– Был һүрәт бөтөнләй бында тап килмәй, – тине Рәжәп Фәттәхович.
– Нисек инде? – артынан йөрөп йонсоған секретарь түҙемлеген юғалта башланы.
– Был бинаға тирмәләр, аттар һүрәтләнгән картинаның ни ҡыҫылышы бар? – тине уҫал итеп. – Алмаштырығыҙ!
– Юҡ, алмаштыра алмайбыҙ, – тине секретарь.
– Минең приказдар не обсуждаются! Алмаштырырға тигәс, алмаштырырға!
– Ҡунаҡтар бер нисә сәғәттән килеп етәсәк. Беҙ уны алмаштырып өлгөрмәйбеҙ. Бер нисек тә.
– Нисек инде? Ну, тырышығыҙ! Мин әйткәнде эшләргә тейешһегеҙ! Минең һүҙ – министр һүҙе!
– Беҙгә “тап килгән” картинаны эҙләргә, һөйләшеп-килешергә, йөк машинаһы табырға, алмаштырып элергә ваҡыт етмәйәсәк.
– Аңлашылды, – тине теш араһынан урынбаҫар. – Икенсе ваҡыт бындай нәмәне алдан уйлағыҙ! Алмаштыра алмайбыҙ, имеш. Был турала ҡунаҡтар ҡайтҡас һөйләшербеҙ, – тип ҡурҡытып та алды.
Шулай ҙа картина алдынан китергә ашыҡманы. Рәжәп Фәттәхович иғтибар менән ҡарап торҙо – торҙо ла:
– Әһә! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Башҡа эштәре буйынса телефондан яҙышҡан секретарь тертләп китте. – Картинағыҙҙа тишек бар! Тишек!
– Ҡайҙа? – секретарь Рәжәп Фәттәхович төрткән ергә ҡараны. Унда ике миллиметрҙай ғына тишек күҙгә салынды. – Улай ғына була инде, картинаға ярты быуаттай ваҡыт.
– Һин, әпәт, минең менән бәхәсләшергә итәһеңме? – тип ҡыҙҙы Рәжәп Фәттәхович. – Былай ҙа, мин һеҙгә күп “уступкалар”ға барам. Торһон ти, был һүрәтегеҙ! Әммә, был тишек! Тишек! Ҡунаҡтар алдында мине, тимәк, министрҙы, оятҡа ҡалдыраһығыҙмы? Реставраторҙар табығыҙ, килеп ямап ҡуйһындар!
– Ну...
– Ми-нең при-каз-дар не об-суж-да-ют-ся!!! Эшләгеҙ! – Рәжәп Фәттәхович ҡып-ҡыҙыл булып буҙарҙы. Ҡулындағы портфелен болғай-болғай һөйләнде. Былай ҙа башы ҡатҡан секретарға ризалашып, тикшереүсене оҙатып ҡалырға тура килде. Рәжәп Фәттәхович ағыуын сығарғандан һуң, тикшереү менән ҡәнәғәт булып сыҡты. “Миңә ҡаршы һүҙ әйтеп маташалар! Мин кем дә, улар кем? Бушҡа ғына министр урынбаҫары түгелмен бит! Ну, ҡунаҡтар ҡайтһын әле, тағы берҙе кәрәктәрен бирәм, әле генә, ваҡыт булмағанға, артыҡ өндәшмәнем,” – тип уйлана-уйлана министрлыҡҡа барып етте. Унан инде министрға туп-тура инеп, отчет бирҙе.
– Ярай барғанмын, күп етешһеҙлектәрен бөтөрҙөм. Мин булмаһам, ҡунаҡтар алдында оятҡа ҡалыр инек. Юҡ-юҡ, алай ҙа һеҙ миңә шундай бурыс йөкмәткәнһегеҙ, һеҙ булмаһағыҙ, әллә нимәләр булып бөтөр ине, әл дә һеҙ бар, – тип ҡаймаҡ ашаған бесәйҙәй йылмайып, тетелдәне.
Ул арала ойошма реставраторҙар саҡыртып алды. Улар тиҙ генә килеп етте, әммә теге тишекте таба алмай, ҡунаҡтар килер алдынан, киттеләр.
Бына ҡунаҡтар ҙа килеп етте. Араларында кәзәләй һикергеләп министр урынбаҫары ла йөрөнө. Экскурсия барышында, үҙе алдан төшөп, барыһын һөйләне, күрһәтте. Әлеге лә баяғы картина алдына барып еткәс, шып туҡтаны. Рәжәп Фәттәхович теге тишекте күреп ҡалды. Министр урынбаҫары аяғы аҫтында ер сайҡалғанын тойҙо, ҡолаҡтары шауланы, күҙ алдары ҡаранғыланды. Күҙҙәрен саҡ күтәреп министрға ҡарай алды. Уныһы, урынбаҫары юғалып ҡалғанын күреп, экскурсияны үҙе дауам итте. Ҡунаҡтар картина алдында бер нисә секунд торғас, артабан китте. Рәжәп Фәттәхович һүрәт алдында тороп ҡалды. Уның өсөн донъя йәме бөткәндәй тойолдо. Сөгөндәй аяҡтарын саҡ һөйрәп, урамға сыҡты ла министрлыҡ яғына атланы.
– Тишек... Картина тишек... Тишек... – тип юл буйына мыңғырланы. Барып еткәс, үҙ ҡулдары менән эштән китеү тураһында ғариза яҙҙы. Министр үҙе ҡыуһа, ер тишегенә инеп китерҙәй булыр. Ул ғынамы ни: етәксеһенә башҡаса күтәрелеп тә ҡарай алмаясаҡ бит. Шундай ҙур, вазифалы кеше – министр алдында оятҡа ҡалды бит!
А. Сәләхова.