-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
25 Ғинуар 2022, 14:00

Берләшәйек, дуҫтар!

Республкала COVID-19 һәм уның яңы “омикрон” штаммы таралыу менән бәйле, Берҙәм ирекмәндәр штабына ирекмәндәр һәм автоирекмәндәр ҡабул итәбеҙ. Ярҙам түбәндәге йүнәлештәр буйынса кәрәк буласаҡ:

Берләшәйек, дуҫтар!
Берләшәйек, дуҫтар!

- һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында;

- өлкәндәргә  һәм аҙ хәрәкәтләнгән кешеләргә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар килтереүҙә;

- автомобиль йөрөтөүсе ирекмәндәр сифатында.

Ярҙам төрҙәре:

- кәрәкле аҙыҡ-түлекте һәм дарыуҙарҙы һатып алып өйгә килтереү;

- һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ярҙамлашыу;

- автомобиль йөрөтөүсе ирекмәндәр сифатында ярҙам күрһәтеү.

Битараф булмаған һәр кемде, “Йәшлек House” резидентына берләшергә саҡырабыҙ! Кемдәр ярҙамға әҙер, ошо һылтанма буйынса анкета тултырығыҙ:  https://clck.ru/anDHJ

Унда ҡатнашыу өсөн вакцина яһатыу тураһында сертификатығыҙ булыуы мөһим.

Фото: bashinform.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: