Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Үҙгәрештәр 21 февралдән үҙ көсөнә инергә тейеш.
Документтан күренеүенсә, антиесемдәргә тестың ыңғай һөҙөмтәләре тураһындағы мәғлүмәте булған сертификат ғариза тапшырған көндән алып өс көн эсендә төҙөлә.
Унда дәүләт хеҙмәттәре порталындағы яҙманың номеры, тикшереү үткәреү көнө һәм ысулы, медицина изделиеһын етештереүсе, шулай уҡ тест үткәргән медицина ойошмаһы хаҡында мәғлүмәт индерелә.
Антиесемдәр титры тураһында мәғлүмәт күрһәтелмәй. QR-код тест һөҙөмтәләрен алған көндән башлап алты ай ғәмәлдә була.
Фото: rbc.ru/society
https://shonkar.com/news/novosti/2022-02-10/vaktsina-aldyrmay-covid-sertifikat-alyr-a-bula-2687532