Ә бына Ҡытайҙың 17 провинцияһында бик ныҡ ҡоторона, ти был вирус. Бер нисә ҡаланы карантинға япҡандар: Пекин, Гуанчжоу һәм Шанхай. Һуңғы тәүлектә генә 1,9 мең кеше сир йоҡторған, уларҙың 1,4 меңендә ауырыуҙың билдәләре беленмәй.
Ә быға тиклемге пандемия осоронда ҡытайҙарҙа коронавирус йоҡтороуҙың 115466 осрағы һәм 4636 үлем осрағы теркәлгәйне.
Фото: csn-tv.ru