-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
15 Февраль 2023, 15:00

Бейә һөтө нигеҙендәге косметика

Республикала «Благзавод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бейә һөтөнән косметика етештерергә уйлайҙар.  

Бейә һөтө нигеҙендәге косметика
Бейә һөтө нигеҙендәге косметика

Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Головтан билдәле булыуынса, проектты ғәмәлгә ашырыуға яҡынса 3 миллион һум һалына. Аҡса етештереү бинаһы һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Производствоны асыу ун яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Компания хужаларының йылына 6500 тауар етештереп сығарыу планы бар. Уларҙы сауҙа селтәрҙәрендә, шулай уҡ күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә һатырға ниәтләй.

Продукцияла бейә һөтөнән тыш, тәбиғи үҫемлек һәм мал компоненттары файҙаланыла. 

Фото: Башинформ

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2023-02-14/bey-t-n-n-kosmetika-eteshter-s-kt-r-3142402

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: