-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
8 Август 2023, 14:00

Төнөн тирләү нимәне аңлата?

Ҡайһы бер ауырыуҙарҙың төп билдәһе – төнөн тирләү. Был хәл артыҡ йылы юрған йәки юғары температура менән бәйле булырға мөмкин. Әммә ҡайһы ваҡыт ул ауырыу менән дә бәйле булыуы ихтимал.

Төнөн тирләү нимәне аңлата?
Төнөн тирләү нимәне аңлата?

Юғары температура киҫкен инфекцияларҙы ла аңлатырға мөмкин. Уларҙан тыш, (был һирәгерәк) йоғошло мононуклеоз һәм хатта биҙгәк тә булырға мөмкин. Шулай уҡ йоғошло ауырыуҙарҙың хроник стадияға күскәндәре – хроник бронхит йәки туберкулез булыу ҙа ихтимал.

Төнгө тирләү онкологик ауырыуҙарҙа  ла була. Уға йыш ҡына биҙгәк һәм ауырлыҡты юғалтыу өҫтәлә. Шулай уҡ симптом төрлө гармональ үҙгәрештәр – гипертиреоз йәки уның киреһе ваҡытында сағылырға мөмкин, был ваҡытта ҡалҡан биҙе гармондар дәрәжәһе кәмей.

Фото: my-krym4.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: