Мәҫәлән, иртәнге ашҡа уҡыусыларға «Наполи» фрикаделькалары, ҡош итенән де-воляй кәтлите, эремсекле бешерелгән суфле, алма чипсылары, соуслы митболдар тәҡдим ителәсәк. Төшкө ялда уҡыусылар тауыҡ наггетстарын, «Саланики» ашын, татар азуһын, ҡыҙҙырылған картуф, һыйыр итенән чиполлеттиҙы, харчо ашын, балыҡ фишболдарын һәм ризоттоһынанан ауыҙ итә ала.
Белеүебеҙсә, республика Башлығы республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына төбәктә мәктәп туҡланыуын ойоштороуға контролде көсәйтергә ҡушҡайны. 1 сентябрь алдынан балаларға һалҡын һәм кисектерелгән аҙыҡ-түлек тәҡдим ителмәһен өсөн бөтә белем биреү учреждениеларын тикшерергә ҡушты.