Бынан ике йыл элек кенә был күрһәткес 69 йәш самаһы ине. Шулай ҙа япондарға тиклем йыраҡ әле беҙгә. Улар уртаса 85 йыл йәшәй. Япондар бәләкәйҙән йәшелсә-емеште, балыҡты күп ҡуллана, күп йәйәү йәки велосипедта йөрөй, аҙыҡты ҡыҙҙырып ашарға яратмайҙар, оло кешеләр итте бөтөнләй тиерлек ашамай. Әйткәндәй, өлкән кешеләр өсөн аҙыҡ-түлек магазиндарҙа балалар аҙығы кеүек айырым һатыла. Сөнки оло кешенең ашҡаҙаны йомшаҡ аҙыҡты ғына эшкәртә ала тип иҫәпләйҙәр.
Япондарҙың дүрт проценты ғына артыҡ ауырлыҡтан яфалана, ә Рәсәйҙә – һәр өсөнсө кеше.