Өфө маршрутына ун район ҡарай: Иглин, Шишмә, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Благовар, Кушнаренко, Саҡмағош, Нуриман һәм Өфө райондары.
Дыуан маршрутына биш район ингән: Дыуан, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы һәм Салауат райондары.
Нефтекама маршрутында 12 район: Илеш, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле, Яңауыл, Краснокама, Борай, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел, Мишкә, Бөрө райондары һәм Нефтекама ҡала округы.
Октябрьский маршрутына 9 район ҡарай: Туймазы, Бүздәк, Баҡалы, Йәрмәкәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Миәкә, Дәүләкән һәм Шаран райондары.
Стәрлетамаҡ маршрутында ун бер район: Ауырғазы, Ғафури, Әлшәй, Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары.
Белорет маршрутына ете район ингән: Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары.
Ағымдағы миҙгелгә тулыраҡ график – бында.
«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. 2025 йылда ул етенсе тапҡыр үткәрелә. Хәбәр иткәнебеҙсә, 2024 йылда «Сәләмәтлек поездары» 170 меңгә яҡын кешене ҡабул иткән һәм 4 меңдән ашыу етди сирҙе асыҡлаған.