-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Иғтибарлы булығыҙ!

Талпандың әүҙемлеге ер 5-7 градусҡа тиклем йылынғас башлана. Уларҙың тешләүе май-июнь айҙарының йылы ҡояшлы  көндәрендә теркәлә. Бөжәктәр әүҙемлегенең икенсе иң бейек нөктәһе август аҙағы, сентябрь башына тура килә. Республика шарттарында иң йыш осраған һәм хәүефле инфекциялар – талпан энцефалиты һәм талпан боррелиозы (Лайм ауырыуы).

Иғтибарлы булығыҙ!
Иғтибарлы булығыҙ!

Талпан энцефалитының иң тәүге билдәләре – өшөү, тән температураһының тиҙ 38-39° градусҡа тиклем күтәрелеүе, көслө баш ауыртыу, тән ауыртыуы, хәлһеҙлек, ҡоҫҡо килеү, бит һәм күҙҙәрҙең ҡыҙарыуы. Сирләүҙең 3-5 көнөнән алып нерв системаһына зыян килеү билдәләрен – көҙән йыйырыу, һаташыу, хәрәкәт боҙолыуы, аяҡ-ҡулдың хәлһеҙлеген тойоу.

Ҡайһы саҡта талпан ҡаҙалған урын бер аҙ ҡыҙара, һуңынан уның диаметры ла ҙурая һәм ҡара янған урынға урынға оҡшап ҡала. Был талпан боррелиозы йоҡтороуҙы аңлата. Юғарыла яҙылған билдәләр менән бер рәттән кеше үҙендә грипп мәлендәге һымаҡ  хәлһеҙлек күҙәтә, йөҙ нервыһының парезы, радикулит йә иһә эре ҡан тамырҙарының ялҡынһыныуы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Ошондайыраҡ билдәләр теркәлгәндә кисекмәҫтән табибҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. 

 

Автор:
Читайте нас