-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Февраль , 13:00

Өсөнсө ковид госпитале сафҡа инә

Туймазыла тиҙҙән яңы госпиталь тәүге пациенттарҙы ҡабул итәсәк   Әле бында төҙөлөш эштәре тамамланған, ҡорамалдарҙы монтажлау бара, йыһаз ҡуйыла. Биләмәне төҙөкләндереү дауам итә.

Өсөнсө ковид госпитале сафҡа инә
Өсөнсө ковид госпитале сафҡа инә

Был республикабыҙҙа өсөнсө ковид госпитале. Башҡа икәүһе, Өфө янындағы Зубовта һәм Стәрлетамаҡта, уңышлы эшләй һәм беҙгә коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәшергә ярҙам итә. Сибайҙа дүртенсе төҙөлөш тамамланыу алдында.

Туймазылағы госпиталдең дөйөм майҙаны - туғыҙ мең квадрат метр самаһы. Ул 200 койка урынлаштырыу мөмкинлеге булған 50 бокслы палатаға, ә ғәҙәттән тыш хәл режимында кислород менән тоташтырылған 230 койкаға иҫәпләнгән. Бында диагностика, экспресс-лаборатория, дарыухана, дезинфекция бүлексәләре, ультратауыш, функциональ диагностика, эндоскопия кабинеттары, диспетчер хеҙмәте, административ-хужалыҡ бүлеге ҡаралған. Кислород станцияһы төҙөкләндерелгән дә инде, вертолет майҙансығы әҙер. 

Шуныһы ҡыуаныслы: ҡурай сәскәһе формаһындағы тиҙ ҡоролоусы ковид госпиталенең идеяһын республикабыҙҙа ғына таратмайҙар, уға бөтә Рәсәйҙә ихтыяж бар. Беҙҙең проект буйынса Силәбе өлкәһендә дауахана төҙөлә. Ошондай уҡ госпиталь әле Белгород өлкәһендә төҙөлә, Ырымбурҙа ла ошондай схема буйынса дауахана һалына.

Башҡортостанда, шул иҫәптән Туймазыла төҙөлгән йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

https://shonkar.com/news/novosti/2022-02-26/tuymazyla-s-ns-kovid-gospitale-saf-a-inde-2707923

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в