Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Март , 12:00

Ҡайҙан килде – шунда киткән

Ҡороғорвирус тигән мәкерле сир кире тыуған яғына ҡайтҡан бит – Ҡытайға. Шул зәхмәттән ҡотолоп ҡына бара инек, йәнә беҙгә әйләнеп килмәһен  тағы, тьфү-тьфү.

Ҡайҙан килде – шунда киткән
Ҡайҙан килде – шунда киткән

Ә бына Ҡытайҙың 17 провинцияһында бик ныҡ ҡоторона, ти был вирус. Бер нисә ҡаланы карантинға япҡандар: Пекин, Гуанчжоу һәм Шанхай. Һуңғы тәүлектә генә 1,9 мең кеше сир йоҡторған, уларҙың 1,4 меңендә ауырыуҙың билдәләре беленмәй.

Ә быға тиклемге пандемия осоронда ҡытайҙарҙа коронавирус йоҡтороуҙың 115466 осрағы һәм  4636 үлем осрағы теркәлгәйне.

Фото: csn-tv.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в