-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Апрель , 15:00

Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнделәр

Владимир Путин әүҙем ҡарашлы һәм күренекле уңыштары булған граждандарҙы дәүләт бүләктәре менән тәбрикләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнделәр
Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнделәр

Медицина һәм ғилми учреждениеларҙың 200-гә яҡын хеҙмәткәре халыҡтың һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороуға һәм йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Пирогов ордены һәм Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.

Улар араһында яҡташттарыбыҙ ҙа бар. Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары Илдар Рәйес улы Әбсәләмов, Рузил Зөфәр улы Ғәлиев һәм Руслан Рәмил улы Фәхретдинов, шулай уҡ Өфөнөң 21-се дауаханаһының бүлек мөдире Рәмилә Зәйнулла ҡыҙы Батраева. Табиптарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото: реутов.рф

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в