-1 °С
Болотло
Вагондарға һуғыш алды тыныс осоронан башлап һуғыш аҙағына тиклемге замандарҙы һүрәтләгән экспонаттар ҡуйылған.
«Еңеү поезы» ил буйлап 2020 йылдың сентябренән бирле йөрөй. Өфөлә ул 2 авгусҡа тиклем буласаҡ.
Экскурсиялар түләүһеҙ, тик тәүҙә поездпобеды.рф сайтында теркәлеп, электрон почтаға саҡырыу билеты алырға кәрәк. Бер электрон адрестан бер генә кеше теркәлә ала. Электрон адресына саҡырыу алған кешеләр тимер юл вокзалы бинаһына йыйыла. Уларҙы ҡаршылау, оҙатып йөрөү менән ирекмәндәр шөғөлләнә. Һәр төркөмгә 12 кеше индерелә.
Сығанаҡ: “Башинформ”.