+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БӨГӨН РӘСӘЙҘӘ ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ БАШЛАНДЫ

Йәниҫәптең күрһәткестәре һөҙөмтәле планлаштырыуға, халыҡтың урынлашыуы һәм социаль-иҡтисади үҫеш буйынса программалар эшләүгә булышлыҡ итәсәк. Белгестәр раҫлауынса, тик йәниҫәп кенә ил халҡының берҙәм портретын алыу мөмкинлеген бирә. Мәғлүмәт йыйыу өсөн Башҡортостанда йәниҫәп үткәреүселәр 1,9 млн самаһы торлаҡты йөрөй сығарасаҡ.

БӨГӨН РӘСӘЙҘӘ ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ БАШЛАНДЫ
БӨГӨН РӘСӘЙҘӘ ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ БАШЛАНДЫ

МӨҺИМ: Йәниҫәп ҡағыҙҙары тик яуап биреүсенең һүҙенә ҡарап ҡына тултырыла.  Йәниҫәпсегә бер ниндәй документ күрһәтеү кәрәкмәй, уның һеҙҙән ниндәй ҙә булһа документ һорарға хоҡуғы юҡ.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем барасаҡ. Цифрлы технологиялар ҙа ҡулланыла. Уларҙың иң әһәмиәтлеһе –  «Госуслуги» порталында һәр кемдең йәниҫәп ҡағыҙын үҙаллы тултыра алыу мөмкинлеге.

Йәнә йәниҫәп алыу участкаларына йә  МФЦ офистарына барып та, үҙең тураһында мәғлүмәттәр тултыртып ҡайтырға була. Йәғни йәниҫәп алыусыларҙы өйөңдә ҡабул итә алмаһаң йә теләмәһәң, шундай юлдары бар.

Өйҙәр буйлап йөрөгәндә йәниҫәпселәр махсус программа менән тәьмин ителгән планшеттар тотоп килә һәм мәғлүмәттәрҙе шунда индерә.  Улар иртәнге 8-ҙән киске 22 сәғәткә тиклем йөрөй.

Башҡортостанда йәмғеһе 1235 йәниҫәп алыу пункты йыһазландырылған. Улар башлыса иртәнге 9-ҙан 20 сәғәткә тиклем эшләй. Адрестары һәм эш тәртибе Башҡортостанстат сайтында бирелгән.

Башҡортостан халҡы тураһында мәғлүмәттәрҙе йыйыу менән 7431 йәниҫәп алыусы, 1235 контролёр шөғөлләнә.

Олег Яровиков фотоһы.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: