+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Август ниндәй буласаҡ?

Республикала халҡын йәнә эҫе һауа торошо һөйөндөрмәксе. Июль аҙағында һәм август башында һыу ҡойоноу миҙгеле дауам итәсәк.

Август ниндәй буласаҡ?
Август ниндәй буласаҡ?

“Гисметео” хеҙмәте мәғлүмәтәре буйынса, бөгөндән алып, яуым-төшөмһөҙ, ҡояшлы һауа торошо көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы + 26 градусҡа ҡәҙәр күтәреләсәк. 27 июлдән 30 градуслы эҫелек урынлашасаҡ. Ул 3 авгусҡа тиклем дауам итә. Икенсе көндө көндөҙ + 25 көтөлә, ә һуңынан 13 авгусҡа тиклем +26, + 28 градус буласаҡ.

Шулай итеп. Киләһе айҙың тәүге яртыһында рәхәтләнеп һыу инергә мөмкин.

Августың икенсе яртыһында ямғырһыҙ көндәр булмаясаҡ, тиҙәр.

Фото: https://i-gazeta.com/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: