Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Мәүлитбай Ҡыҙы Гордиенко «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған «Изге подписка» хәйриә акцияһына ҡушылды. Ватанды һаҡлаусыларҙың яҡындарына, күп балалы, мөмкинлектәре сикле ғаиләләргә гәзит-журналдарға подписка бүләк итте. Рәхмәт, Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы, “Һәнәк” журналын да бер бәхетлеләр уҡып ҡыуанһын әле!