0 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
14 Декабря 2021, 10:55

Өс бәхетле көн

Ошо көндәрҙә "Рәсәй почтаһы" "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто менән берлектә гәзит-журналдарға яҙылыусылар өсөн махсус акция үткәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өс бәхетле көнӨс бәхетле көн
Өс бәхетле көн

Акциялар баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә өс көн дауамында 10 сәғәттән алып 13 сәғәткә тиклем ойошторола. 13 декабрь "Мир" сауҙа үҙәгендә булһа, 14 декабрь – "Үҙәк" сауҙа йортонда, 15 декабрҙә – "Семья" сауҙаһында. Өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡына ҡалмай, журналистар, ижади шәхестәр менән дә аралашыу бәхетенә эйә. Өҫтәүенә, декада мәлендәге  яҙылыу квитанциялары ла редакциялар ойошторған бәйгеләрҙә ҡатнаша ала.

Һәр яҙылыусы “Яҙыл һәм от” дөйөм республика бәйгеһе һәм  “Республика баҫмалары”  бүлегенән ике баҫмаға яҙылған осраҡта, өс уйын приздарын оттороуҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы:

Бүләктәрҙе уйнатыу ғинуар аҙағында БСТ каналында, тура эфирында үтәсәк.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас