+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2021, 11:40

Диплом алып ҡыуандылар

Кисә Башҡорт теле көнө айҡанлы республика халҡының тыуған телдәрен өйрәнеүҙә уҡыу һәм фәнни эштәрендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиаттарға дипломдарҙы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тапшырҙы.

Диплом алып ҡыуандылар
Диплом алып ҡыуандылар

Уҡыусыларҙы  ҡотлап, алдағы көндәрендә лә тырышып уҡырға, барған юлдарынан тайпылмаҫҡа һәм уңыштар теләне. Быйыл мәртәбәле стипендияға 12 студент эйә булды.

Бындай стипендия республикабыҙҙа 2006 йылда бөйөк шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуына 175 йыл тулыу айҡанлы булдырылғайны.

Фото: Зөһрә Исламова

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: