+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2021, 15:05

Өс бәхетле көн

Ошо көндәрҙә "Рәсәй почтаһы" "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто менән берлектә гәзит-журналдарға яҙылыусылар өсөн махсус акция үткәрә.

Өс бәхетле көн
Өс бәхетле көн

Акциялар баш ҡаланың сауҙа үҙәктәрендә өс көн дауамында 10 сәғәттән алып 13 сәғәткә тиклем ойошторола. Бөгөн "Мир" сауҙа үҙәгендә булһа, 15 декабрь – "Үҙәк" сауҙа йортонда, 16 декабрҙә – "Семья" үҙәгендә. Өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары гәзит-журналдарға ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡына ҡалмай, журналистар, ижади шәхестәр менән дә аралашыу бәхетенә эйә. Өҫтәүенә, декада мәлендәге  яҙылыу квитанциялары ла редакциялар ойошторған бәйгеләрҙә ҡатнаша ала.

Һәр яҙылыусы “Яҙыл һәм от” дөйөм республика бәйгеһе һәм  “Республика баҫмалары”  бүлегенән ике баҫмаға яҙылған осраҡта, өс уйын приздарын оттороуҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы:

Бүләктәрҙе уйнатыу ғинуар аҙағында БСТ каналының тура эфирында буласаҡ.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: