+34 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
27 Декабря 2021, 09:00

Республика Башлығы байрам каникулдарында ҡайһы районға юлланасаҡ?

“Мин республикала булам, быны барлыҡ муниципалитет башлыҡтарына әйтәм. Бер-ике көн йоҡлайым да, ҡайһыһыналыр көтмәгәндә ҡунаҡҡа килеп төшәсәкмен, уларҙы шулай итеп һөйөндөрәргә уйлайым”, – тине төбәк Башлығы.

Республика Башлығы байрам каникулдарында ҡайһы районға юлланасаҡ?Республика Башлығы байрам каникулдарында ҡайһы районға юлланасаҡ?
Республика Башлығы байрам каникулдарында ҡайһы районға юлланасаҡ?

Радий Хәбиров БСТ каналында Яңы йыл алдынан үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” телемарафонында ҡатнашты. Кулинар һәләттәре менән танылған Республика Башлығы печенье өсөн әҙерләнгән ҡамырҙы оҫта итеп йәйеп күрһәтте. “Был – етди мәсьәлә, тәжрибә йәш менән килә, барыһына ла шунда уҡ өйрәнеп булмаҫҡа мөмкин”, – тине ул.

Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшы бүләк тип яҡындарының мөхәббәтен, иҫән-һаулығын һәм эргәлә булыуҙарын һанай. “Барыһы ла үҙ йорттарында шыршы янында йыйылһын, бер-береһенең йылыһын тойоп, киләсәккә өмөт менән ҡараһын ине” – тине төбәк Башлығы.

Фото: bashinfom.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас