+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Декабрь 2021, 13:00

Киләһе йыл республикала ниндәй йыл буласаҡ?

Республика етәксеһе Хөкүмәт кәңәшмәһендә әйтеүенсә, 2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.

Киләһе йыл республикала ниндәй йыл буласаҡ?
Киләһе йыл республикала ниндәй йыл буласаҡ?

“Бында логика бар. "WorldSkills" бик яҡшы үтте, командабыҙ лайыҡлы сығыш яһаны. Һәм беҙ һөнәри белем биреү системаһында эште нығытыу кәрәклегенә иғтибар иттек. Беҙҙә 96 колледж бар. Илдә иң күбе. Шуға ла системаны модернизациялауҙы уйларға тейешбеҙ.

Әле РФ Хөкүмәте менән Өфөлә һөнәри белем биреү өлкәһендә эшләүселәрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса федераль үҙәк асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Беҙҙе хупларҙар тип өмөтләнәбеҙ һәм был һөнәри белем биреү үҫешенә этәргес буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров.

Хеҙмәткә килгәндә, эш кешеһен, эшсе һөнәрҙәрҙе танытыу кәрәк. Радий Хәбиров белдереүенсә, тиҙҙән беҙҙең предприятиелар эшселәр етмәүҙән зыян күрәсәк. Был проблеманы лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырып ҡына хәл итә алабыҙ.

Фото:Башинформ.

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: