Проект нигеҙендә “Родина” кинотеатрында социаль хәүеф төркөмөндә булған балаларҙы тәбрик иттеләр. Бейеү коллективтары һәм цирк артистары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо, тәмлекәстәр таратылды.
“Ҡәҙерле балалар, мин һеҙҙе Яңы йыл байрамында тәбрикләүемә шатмын. Ул өмөт һм изгелек символы булып тора. Һеҙҙең турала хәстәр күреү – беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе. Хыялдар һәр саҡ тормошҡа аша – шуны ла иҫтә тотоғоҙ. Яңы йыл каникулдарын иҫән-имен үткәреп, уҡыуға яңы маҡсаттар менән килегеҙ. Бәхет һәм шатлыҡтар һәммәгеҙгә!” – тине Ризуан Ҡорбанов.
Фото:ufa.bezformata.com