+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Ғинуар 2022, 15:30

Белмәй ҡалмағыҙ!

2022 йылдың 1 ғинуарынан ниндәй закондар үҙ көсөнә инәсәк, шуларҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек әле.

Белмәй ҡалмағыҙ!
Белмәй ҡалмағыҙ!

Мәжбүри техник тикшереү

Хәҙер машина һәм мотоцикл йөрөтөүселәргә техник тикшереү үтеп, ОСАГО полисын рәсмиләштереү өсөн диагностик карта алырға кәрәк булмаясаҡ. Дүрт йылдан оҙағыраҡ файҙаланған транспорт сараһын иҫәпкә ҡуйырға йәки хужаһын алмаштырыуҙы теркәргә кәрәк булғанда мәжбүри техосмотр ҡаласаҡ (мәҫәлән һатҡанда). Шулай уҡ конструкцияһын үҙгәрткәндә, төп агрегаттарын алыштырғанда, такси, автобус һәм йөк машиналары өсөн дә мәжбүри булып ҡала.

“Больничный”ҙар

Әлегә тиклем дә электрон форматтағылары әүҙем ҡулланылып килде, ә быйылғы йылдан алып, элекке ҡағыҙ биттәре тулыһынса үткәнгә китеп, тик электрон төрҙә буласаҡ. Яңы форматтағы документҡа табиптар электрон имза ҡуйып, Социаль страховкалау фондына ебәрәсәк. 1 ғинуарҙан алып барлыҡ эш биреүселәр ФСС электрон документтар әйләнеше системаһына ҡушылырға тейеш булғанға, Фонд эш биреүсе менән туранан-тура аралаша аласаҡ һәм эшкә яраҡһыҙлыҡ электрон ҡағыҙының асылыуы, оҙайтылыуы йәки ябылыуы хаҡында хәбәр итәсәк. Белеүебеҙсә, элек эш биреүселәр ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар түләүҙе үҙ аҡсаларынан башҡарып, һуңынан Фондтан компенсация алһа, хәҙер Социаль страховкалау фонды тарафынан туранан-тура иҫәпләнәсәк.

Ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

Беренсе һәм икенсе балаға өс йәшкә тиклем айлыҡ түләүҙе аласаҡ ғаиләләр һаны арта. Әгәр ҙә ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә эшкә яраҡлы халыҡ өсөн билдәләнгән ике йәшәү минимумынан кәмерәк булһа, түләү ҡаралған. Элегерәк был күрһәткес уҙған йылдың икенсе кварталына алынған ине, хәҙер – түләү өсөн мөрәжәғәт итеү йылына.

Пособие күләме лә үҫә – ул балалар өсөн йәшәү минимумына, ғаилә түләү өсөн мөрәжәғәт иткән йылға тигеҙ буласаҡ.

Әсәлек капиталы

Йыл башынан уның капиталы фараз буйынса түгел, ә инфляция буйынса индексланасаҡ. Уның күләме йыл һайын 1 февралдә ҡарала.

Пенсиялар

Хәҙер мөмкинлеге сикле кешеләр өсөн страховка һәм социаль пенсиялар мәшғүллек хеҙмәте органдары тәҡдиме буйынса граждандың ғаризаһынан башҡа билдәләнәсәк. Шулай уҡ, йәшәү минимумы дәрәжәһенә ҡәҙәр социаль түләүҙәргә лә ғариза яҙырға кәрәкмәй. Бынан тыш, Пенсия фонды өс йылға бер тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙарға – 40 йәштән, ир-аттарға 45 йәштән уларҙың пенсияларын формалаштырыу тураһында хәбәр итәсәк.

Фитнес һәм спорт өсөн һалым аҡсаһын ҡайтарырға мөмкин

Һалым түләүе 2022 йылдың 1 ғинуарынан сарыф ителгән суммаларға ҡулланыласаҡ, йәғни аҡсаларҙы 2023 йылда ҡайтарып алырға мөмкин буласаҡ. Бының өсөн чектарҙы, килешеү ҡағыҙҙарын һаҡларға кәрәк. Түләүҙе үҙеңә генә түгел, 18 йәшкә тиклем балаларға ла алырға мөмкин. Аҡсаны ҡайтарыу өсөн календарь йылға юғары планка 120 мең һум менән сикләнгән, 13 проценты – 15600 һум тигәнде аңлата.

Фото: www.severreal.org

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: