+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ғинуар 2022, 12:30

Флүрә Килдейәроваға – юғары награда

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Флүрә Килдейәроваға – юғары награда
Флүрә Килдейәроваға – юғары награда

Мәртәбәле награданы йырсының бенефисында республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы һәм Башҡортостан Башлығының ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе: "Үҙегеҙҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ менән Рәсәй йыр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙегеҙ. Һеҙ – ҡатмарлы опера партиялары менән бер рәттән башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын берҙәй оҫта, юғары кимәлдә башҡарған йырсы. Үҙегеҙҙең йыр-моңға һәләтегеҙҙе яратҡан уҡыусыларығыҙға тапшыраһығыҙ», – тиелә унда.

Яратҡан йырсыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото: bashinform.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: