+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ғинуар 2022, 11:00

Хоҙай һаҡлаһын!

24 ғинуарҙа миллиардер Станислав Логуновтың һигеҙ йәшлек улы боҙ аҫтына төшөп китеп һәләк була. Игеҙәк малайҙар 25 йәшлек апайҙары менән бергә Всеволожск районының Новосаратовка ауылы эргәһендәге йылға буйында ял итеп йөрөгән булған.

Хоҙай һаҡлаһын!
Хоҙай һаҡлаһын!

Уйламағанда малайҙарҙың береһе боҙға һикерә һәм ул ярылып китеп, малай һыуға төшөп юғала. Ҡурҡыуҙан ҡото осҡан апаһы ярҙамға ташлана, тик үҙе лә саҡ батмай ҡала. Нисектер шул тирәлә бәйләнгән тросҡа тотоноп ҡына һыуҙан сыға.

Водолаздар инде тәүлек буйы малайҙың кәүҙәһен эҙләй. Эҙләү-ҡотҡарыу саралары полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында ла алып барыла. Тәфтишселәр ваҡиға менән ҡыҙыҡһына.

Балаларҙың атаһы - бизнес-коуч Станислав Логунов. Радиотапшырыуҙар алып барыусыһы, «Мегамейд» компанияһы советы рәйесе (инженер селтәрҙәрен проектлау) «Эшлекле Петербург» миллиардерҙары рейтингында 213-сө урынды биләй.

Зинһар һағыраҡ, иғтибарлыраҡ булайыҡ! Уйламағанда ғына ялдарыбыҙ фажиғәғә әйләнеп ҡуймаһын.

Фото: https://www.cosmo.ru/,  hr-tv.ru

 

 

Хоҙай һаҡлаһын!
Хоҙай һаҡлаһын!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: