+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2022, 16:10

Халыҡ санкцияларҙың эҙемтәләрен һиҙмәйәсәк

Премьер-министр Андрей Назаров бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса хөкүмәт ултырышы уҙғарылыуы тураһында хәбәр итте.

Унда Көнбайыштың санкциялар сәйәсәте менән бәйле хәлдең ҡатмарлашыу ихтималлығына ҡағылышлы бер нисә йүнәлеш билдәләнде.

«Бөтә социаль йөкләмәләрҙе дөрөҫ үтәргә әҙербеҙ, граждандарыбыҙ бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар тоймаясаҡ. Милли проекттар һәм федераль программалар буйынса бөтәһе лә ваҡытында башҡарыласаҡ. Әле беҙҙә барған объекттар төҙөлөшөнә килгәндә, уларҙы билдәләнгән ваҡыт эсендә төҙөү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Яңы объекттар буйынса бөтә пландар ҙа үҙ көсөндә ҡала, бюджеттағы һәр һумдың һөҙөмтәлелеген күтәреү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ», - тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры аңлатыуынса, иртәгәнән система булдырыусы предприятиеларға дәүләт ярҙамы сараларын билдәләү өсөн көрсөккә ҡаршы штаб эшләй башлай. Экспортҡа эшләгән предприятиеларға планлы рәүештә эшләһендәр өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.

Дилара АРСАЕВА.

 

Автор:Миляуша Хабилова
Читайте нас: