Әлеге башланғыс хөкүмәт тарафынан Рәсәйҙе сит ил дәүләттәренең һәм халыҡ-ара ойошмаларының дуҫ булмаған ғәмәлдәренән яҡлау маҡсатында эшләнгән.
Документҡа ярашлы, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәрҙе һатып алғанда рөхсәт итеү һәм лицензион процедуралар ябайлаштырыласаҡ.
Республика Башлығы уҙған аҙналағы оператив кәңәшмәлә хөкүмәткә Көнбайыш илдәре һәм Европа иғлан иткән санкциялар шарттарында төбәк иҡтисадының элекке режимында эшләүен тәьмин итергә йөкләмә бирҙе. Республика хөкүмәте иҡтисадтағы ҡатмарлыҡтарға әҙер булырға тейеш тине.
Андрей Назаров был хаҡта:
– 1 марттан алып көрсөккә каршы штаб үҙ эшен башланы. Беҙ республика предприятиеларына ярҙам итеү сараларын баһаларбыҙ. Айырыуса иғтибарҙы экспортёҙарға йүнәлтәсәкбеҙ. Ғөмүмән алғанда, бюджеттағы һәр һумды һөҙөмтәле тотонасаҡбыҙ. Милли проекттар, федераль программалар, төҙөлөштәр буйынса билдәләнгән күрһәткестәргә ирешергә тырышасаҡбыҙ. Барлыҡ социаль бурыстарыбыҙҙы лә үтәргә мөмкинлектәребеҙ бар.