+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Март 2022, 16:00

«АвтоВАЗ»да хаҡтар арта

Рәсәйҙә 16 марттан «АвтоВАЗ» концерны сығарған бөтә машиналар ҡиммәтләнә.

«АвтоВАЗ»да хаҡтар арта
«АвтоВАЗ»да хаҡтар арта

Билдәләнеүенсә, LADA Niva Legend — 819 мең һум (+42 мең һум), седан LADA Granta кәмендә 728 мең һум (+43 мең) була.  LADA Niva Travel 1,1 миллион һумдан (+63 мең) башлана.

LADA Largus 132 мең һумға ҡыйбатланды, хәҙер автосалонда уны 1,2 миллион һумға һатып алырға мөмкин.

Бынан тыш, рәсми дилерҙарҙың машиналарҙы планға ярашлы хеҙмәтләндереү хаҡы ла арта — 400 һумдан 12700 һумға тиклем.

Фото: Башинформ

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: