Республиканың төп синоптигы Вилора Горохольская әйтеүенсә, Ағиҙел бассейны йылғаларында һыуҙың юғары һыҙыҡтары норма сиктәрендә 1,2 метрҙан түбәнерәк булыр тип фаразлана. Ваҡ йылғаларҙа, киреһенсә, 30-50 сантиметрға юғарыраҡ булыр тип көтөлә.
Шулай итеп, Ағиҙелдә боҙ китеүе Собханғол эргәһендә – 13-19 апрелгә, Стәрлетамаҡ эргәһендә – 8-14 апрелгә, Бөрө янында 14-20-нә тура киләсәк.
Ҡариҙел йылғаһы, Үрге Һөйән эргәһендә – 12-18 апрелдә, Шаҡша янындағы биләмәлә 7-13-дә башлана.
Сим йылғаһының Глуховский тирәһендә боҙ китеү – 10-16, Бочкарево янындағы Дим йылғаһында 10-16 апрелгә тура килә.
Урал йылғаһы бассейны 8-12-нә тиклем асылыр тип фаразлана. Был йылғаларға һыуҙың юғары һыҙығы уртаса башҡа йылғы күрһәткестәрҙән түбәнерәк булыр тип көтөлә.
Фото: ufa-news.net