-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Апрель 2022, 14:00

Ялған газовиктар

Өфө полицияһына 83 йәшлек пенсионер мөрәжәғәт итә. Ул фатирына газ хеҙмәте вәкилдәренең килеүе хаҡында хәбәр итә.

Ялған газовиктар
Ялған газовиктар

Зыян күреүсенең өйөндә булғанда, таныш булмаған кешеләр икегә бүленеп тикшереү эштәре алып бара, йәнәһе. Берәүһе, аш бүлмәһендә  газ приборҙарын - плитәне, счетчикты, ә уның иптәше йылытыу системаһын тикшереү өсөн бүлмәгә ингән. Тикшереүҙән һуң ирҙәрҙең береһе газдың бик мөһим бер әйберен алмаштырырға кәрәклеген белдерә, бындай эш 16 мең һум торасаҡ икән. Хужа хәләл ефете менән кәңәшләшкәндән һуң ризалыҡ бирә лә бүмәләге тумбочканан аҡса алып, кәрәкле сумманы иҫәпләп сығарып, ялған оҫталарға тапшыра. Һуңынан тегеләр хужаларҙы кухняла кәрәкле документтарҙы тултырыуҙарын һорай, шул ваҡытта ирҙәрҙең береһе йоҡо бүлмәһенә инеп-сығып йөрөй. Бар манипуляцияларҙан һуң, тегеләр сығып китә. Бер нисә көндән һуң ир менән ҡатын һаҡланған аҡсаны тикшереп ҡарарға була һәм 450 мең һум аҡсаның приколдар банкының купюраларына алмаштырылыуын асыҡлай. Шул саҡта улар ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә.

Бына шулай, иптәштәр, теләһә-кемгә ишегегеҙҙе асып бармағыҙ. Тәүҙә кәрәкле инстанцияға шылтыратып, шундай тикшереү барамы-юҡмы икәнен белергә тырышығыҙ. Донъя тулған алдашып, аҡса эшләп йөрөүселәр менән, һаҡ булайыҡ!

Фото: znamkaluga.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: