“Махсус пособиеларҙы түләү өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуғанда ла, уларға өс йәш тулғансы туҡтатылманы, шулай уҡ аҙ килемле ғаиләләрҙәге өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр ҙә дауам иттерелде. Уларҙы өс миллиондан ашыу бәләкәй граждандарыбыҙға тәғәйенләнек.
Социаль түләүҙәр һәм пенсиялар индексацияланасаҡ, минималь хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү минимумы артасаҡ.
Рәсәй Хөкүмәте бюджетты булдырғанда инвалидтар ойошмаларына субсидияларҙы индексациялауҙы яңынан ҡарарға әҙер. Бөгөн индексациялау 2022 йыл бюджетында һалынған да инде”, – тип билдәләне Михаил Мишустин.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Рәсәй Премьер-министры сығышында атап үтелгән сараларға туҡталып, республикабыҙҙа был йүнәлештә башҡарылған эштәр хаҡында бәйән итте:
– Ғаиләлә өсөнсө йәки артабанғы булып донъяға килгән өс йәшкә тиклемге һәр сабый өсөн былтыр Башҡортостанда 33,5 мең ишле ғаилә айлыҡ түләү алды. Был түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3 358,3 миллион һум тәшкил итте. Үткән йылда шулай уҡ 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге сабый тәрбиәләүсе 121 259 ғаиләгә айлыҡ пособие түләнде. Был төр пособиены түләү өсөн, дөйөм алғанда, 9 665,5 миллион һум тотонолдо.
Федераль законға ярашлы, 1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы күләме 8,6 процентҡа артты һәм 13890 һум тәшкил итә. Башҡортостанда, район коэффициентын иҫәпкә алып, уның күләме 15973,5 һумға етте.
Бынан тыш, беҙҙең республикала хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар уны федераль минималь хеҙмәт хаҡы менән сағыштырғанда ҙурыраҡ күләмдә – 14200 һум итеп билдәләү хаҡында килешеү төҙөнө. Һәм 1 ғинуарҙан Башҡортостанда, минималь хеҙмәт хаҡы тураһындағы килешеүгә ярашлы, иҡтисадтың реаль секторында минималь эш хаҡы айына 16330 һум тәшкил итә.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-04-08/sotsial-t-l-r-m-pensiyalar-indeksatsiyalanasa-2762414