+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Апрель 2022, 12:00

Төркиҙәр осрашыуы

Кисә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында Таулы Алтай Республикаһынан килгән бер төркөм студенттар башҡорт милли матбуғат баҫмалары вәкилдәре – шағирҙар, яҙыусылар, юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашты.

Төркиҙәр осрашыуы
Төркиҙәр осрашыуы

Осрашыуҙы асып, Берлек Идараһы рәйесе Зәки Әлибаев ҡунаҡтарҙы Союздың һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге, структураһы, сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәр менән әҙәби-мәҙәни бәйләнештәр, ваҡытлы матбуғат саралары менән таныштырҙы. Инеш һүҙҙе йомғаҡлап, республикала ике тел – рус теле һәм башҡорт теле – дәүләт телдәре статусына эйә икәнлеген билдәләне һәм саҡырылған ҡунаҡтарға ике телдә һөйләү иркенлеге бирҙе: “Беҙҙә лә, һеҙҙәге һымаҡ уҡ, башҡорт теле һәм рус теле – дәүләт телдәре”, – тине Зәки Арыҫлан улы. Ошо кинәйәле һүҙе менән ул башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһен бермә-бер арттырып ебәрҙе, беҙҙеңсә. Был һүҙҙәргә “Һәнәк” яҙарманынан башҡа иғтибар итеүсе булманы шикелле.

Ҡунаҡтарҙан тәүге һүҙ шағирә, прозаик, журналист “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһармановаға бирелде. Уның сығышын тыңлаусы БДПУ студенттары ҡәләм оҫтаһының шиғырҙарындағы “ҡар йөҙөн ҡояш кимерә”, “сәхрәләргә тарта йәйем” һымаҡ сағыштырыуҙарҙы конспекттары дәфтәрҙәренә күсереп алды шикелле. Сара аҙағынан әңгәмәләшкәндә, Айгүзәл исемле ҡыҙ:

– 10-14 майҙа беҙ Сыңғыҙ менән Таулы Алтай Республикаһына юлланабыҙ, – тине. –  Унда төрки донъяһы халыҡтары әҙәбиәте буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтә. Башҡорт әҙәбиәте буйынса һорауҙарға дөрөҫ яуап иң күп мәрәй бирә. Миләүшә Ҡаһарманова шиғриәте тураһында һорау була ҡалһа, беҙ хәҙер ҡораллы.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Миләүшә Ҡаһарманованың саф башҡортса сығышын Алтайҙан килгән ҡунаҡтар тын да алмай тыңланы. Ишеткәндәрен аңлағандарҙыр, тип ышанайыҡ.

Икенсе булып һүҙ бирелгән шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡунаҡтарға ла, урындағы тамашасыларға ла файҙалы булырлыҡ тарих-тирә-яҡты өйрәнеү, әҙәбиәт, ауыҙ-тел ижады өлкәләренә ҡағылышлы бик шәп экскурс үткәрҙе лә ҡуйҙы. Ул алтайҙарға: “Беҙҙең тәбиғәтте күрһәгеҙ икән! Иҫең китерлек матур!” – тип һоҡланыуын йәшермәне. Алтайҙар тәбиғәттең ҡәҙерен дә, хозурлығын да белә – баш ҡағып ултырҙы.

Лариса Абдуллина ҡунаҡтарҙан дүрт ҡыҙ араһында бер үҙе булған Айтимер исемле алтай егетенә миҙал да бүләк итте – тышына Рәми Ғариповтың рәсеме төшөрөлгәнде. Ҡунаҡ егет яуап итеп һәм тамашасылар һорауы буйынса, үҙенең шиғырын туған телендә уҡып ишеттерҙе һәм лайыҡлы алҡыштарға күмелде.

Өсөнсө ҡунаҡ – яҙыусы, журналист, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов алтайҙарға үҙенең “Ҡалдырма, әсәй!” исемле бестселлерының склад мөйөшөндә яңылыштан ғына ятып ҡалған китаптарын бүләк итте. Ҡунаҡтарҙың өсәүһенә – Айтимергә, Весенияға, Аринаға беренсе китап эләкһә, Рамина менән Миланаға китаптың дауамы татыны. Алтайҙар Айгиздең китабын алмашлап уҡыясаҡтары тураһында шунда уҡ һүҙ ҡуйышты. Ә Айгиздең бүләктәре бының менән генә бөтмәгән икән.

– Ә хәҙер үҙебеҙҙекеләргә һорау, – тине Айгиз, – һеҙҙең арала яңыраҡ ҡына тыуған көндәрен билдәләүселәр бармы?

– Мин! – тип баҫты бер егет.

– Һиңә – тағы бер китап – бүләккә! – тине әҙип.

– Рәхмәт! – тине бәхетле тамашасы.

– Тыуған көнөң ҡасан? – тине Айгиз, һүҙ араһында.

– Көҙ көнө, – тип мут йылмайҙы Рүзил Хәйҙәров исемле был тамашасы.

 Дүртенсе ҡунаҡ – “Һәнәк”тең күптәнге авторы, сатирик-шағир Леонид Соколов үҙенең дүрт юллыҡтары менән барыһының да шиғри һәләттәрен үҫтерҙе.

– Шиғыр яҙыуы еп-еңел бит ул. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән шиғыр уйлап сығарабыҙ, – тине әҙип һәм уҡый ҙа башланы. Ни ғәләмәт, тамашаны ҡараусылар шағирҙың бөтөн шиғырҙарының да һуңғы юлдарының аҙағын алдан ҡысҡырып ултырҙы. Был хәлдән һуң, саҡырылған ҡунаҡтар араһында Леонид Соколов ижадын бөтәһе лә яҡшы белә, тигән һығымтаға киленде.

 Бишенсе сығыш яһаусыға – миңә Зәки Арыҫлан улының “Һәр икенсе баймаҡ – ҡурайсы ул” тигән һүҙенә яуап итеп баймаҡтар исеменән ҡурай тартырға тура килде. Ҡыҙарһам, ҡыҙарҙым, буҙарһам, буҙарҙым, буталһам, буталдым, әммә ҡурайҙың тауышын сығарҙым, башҡорт моңоноң алыҫтағы шаңдауынмы, пародияһынмы ишеттерҙем ҡунаҡтарға.

 Сара һуңынан барыбыҙ ҙа фотоға төштөк.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Төркиҙәр осрашыуы
Төркиҙәр осрашыуы
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: