+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Октябрь 2022, 10:42

Аҡыл эйәһе Мостай Кәрим

Бөгөн халыҡ шағирының тыуған көнө.

Аҡыл эйәһе Мостай Кәрим
Аҡыл эйәһе Мостай Кәрим

Мостай Кәрим менән осрашыуҙарҙа аҡылына, һәр һорауға кинәйә менән бик оҫта яуап биреүенә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Бер журналист уға, һеҙҙе халыҡ яратты, күтәрҙе, тигәнерәк һүҙҙәр әйткәс, Мостай ағай былайыраҡ яуапланы:

— Мин һуғышта ҡаты яраланып, поезда ҡайтып төшкәс, вокзалдан Өфө тауына менгәндә, эргәмдә ике сумаҙанды көс-хәл менән күтәреп барған ҡатынымдан башҡа бер кем дә юҡ ине. Ҡаршыға осраған берәү, офицер, ир башың менән ҡатыныңдан сумаҙан күтәртәһең, тип әрләп китте. Тауға ике-өс аҙым һайын туҡтала, туҡтала, яраларҙың ауыртыуына һыҙлана-һыҙлана үҙем мендем, күтәреп мендереүсеһе булманы.

Эйе, ысын талант үҙенә юлды үҙе яра. Мостай Кәрим күренекле шағир, драматург, һүҙенә республика етәкселәре ҡолаҡ һалырлыҡ абруйлы йәмәғәт эшмәкәре лә булды.

Уның  уймаҡ хикәйәләренә лә күпме аҡыл, мәғәнә һалынған. Бына бер хикәһенең яҡынса йөкмәткеһе:

Миңә 12 йәштәр самаһы. Ҡустым Ильяс менән Димгә балыҡҡа барҙыҡ. Йылға алыҫ ҡына, арытты, асыҡтырҙы. Ҡайтырға сыҡтыҡ. Алты йәшлек Ильяс арыны. Тегене яурынға йөкмәп алдым. Бара торғас, минең дә хәлем бөттө. Шул саҡ ҡустым телгә килде. Эх, ағай, ниңә миңә лә ун ике йәш түгел икән, ти был, бер-беребеҙҙе алмашлап күтәрер ҙә ҡайтыр инек!

Ильястың ғүмере ҡыҫҡараҡ булды. Әле уйлайым, мин өлкәнерәк тә, көслөрәк тә инем, уның менән бер-беребеҙҙе йышыраҡ күтәрергә кәрәк булған, тормошобоҙ оҙонораҡ та, ҡыуаныслыраҡ та булыр ине. Бер-беребеҙҙе күтәреп йәшәйексе!

Автор:Марат ӘМИНЕВ
Читайте нас: