+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Октябрь 2022, 09:34

КӨЛМӘ, КӨЛМӘ, ҠӘҺӘРМӘН...

Хәлил бабай бер мәл иптәше менән йәнә Ҡағыға барған. Белешенә фатирға төшкәндәр. Ул мәлдә һәр кемдең тигәндәй Ҡағыла белеше булған.

КӨЛМӘ, КӨЛМӘ, ҠӘҺӘРМӘН...
КӨЛМӘ, КӨЛМӘ, ҠӘҺӘРМӘН...

Беҙҙең урамда Хәлил тигән бабай йәшәне. Ул ураған һайын Ҡағыға бара ине. Һуғыштан һуң кешеләр етешһеҙ йәшәне. Ҡағы аҫраны, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Хәлил бабай бер мәл иптәше менән йәнә Ҡағыға барған. Белешенә фатирға төшкәндәр. Ул мәлдә һәр кемдең тигәндәй Ҡағыла белеше булған. Хәлил бабай барғас, белеше ашатҡан да, уй, Халилка, моя жена хворает, өшкөр әле, тигән. Был өшкөрә башлаған. Белгән генәләрен әйтеп, теләһә нимәләр ҡушып өшкөрә икән. Бергә килгән иптәше көлә, ти. Көлмә көлмә, Ҡәһәрмән, бер тоҡ ондан яҙҙыраһың, тип өшкөрөп ебәрә, тей, араһында. Икенсе барғанында теге белеше, уй, Халилка, моя жена здоровой стала, спасибо тебе, тип тегене ризалыҡҡа ҡалдырыр өсөн байтаҡ нәмә тейәтеп ҡайтарған, тей.

Автор:
Читайте нас: