+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Сентябрь 2023, 17:38

“Ҡыҙҙарың — минеке...” Ғибрәт

Утыҙҙы уҙған ир ҡурҡышынан, быуындары ҡатып, урынынан ҡыбырлай ҙа, өн дә сығара алмай ҡата. Тəҙрə аша уға күҙҙəре йылтырап, салыш ауыҙы йырылып, ҡап-ҡара шəүлə баға.

“Ҡыҙҙарың — минеке...” Ғибрәт
“Ҡыҙҙарың — минеке...” Ғибрәт

ТӨНДƏ КОМАНДИРОВКАНАН ҠАЙТЫП ИНГƏН ҒИЛМАНДЫ КҮҘҘƏРЕ ИЛАУҘАН ҠЫҘАРЫП, ШЕШЕНЕП БӨТКƏН, СƏСЕ-БАШЫ ТУҘҒАН ИКЕ ҠЫҘЫ МЕНƏН ҠАТЫНЫ ҠАРШЫ АЛА. ЯҠЫНДАРЫНЫҢ АҒАРҒАН ЙӨҘҘƏРЕН КҮРЕП, ИРҘЕҢ ҠОТО ОСА. “НИМƏ БУЛДЫ?” — ТИГƏН ҺОРАУҒА БАХЫРҘАРҘЫҢ ЯУАП БИРЕРЛЕК ТАУЫШТАРЫ ЛА ҠАЛМАҒАН. ШУЛ САҠ ӨЙҘƏН ТƏҘРƏ ЯРЫЛҒАНЫ ҺƏМ ЙƏН ӨШӨТКӨС ТАНЫШ КӨЛӨҮ ИШЕТЕЛƏ. ҒИЛМАН ҮҘЕ ЮҠ САҠТА ӨЙӨНДƏ НИМƏЛƏР БУЛЫП БӨТКƏНЕН ШУНДА УҠ АҢЛАЙ.

1979 йыл. Йəш ғаилə – Ғилман менəн Сəриə, уларҙың 6 һəм 8 йəшлек ҡыҙҙары – ауылға күсеп килə. Ирҙе бында мəктəпкə эшкə ебəрəлəр.

Ауыл ҙур ғына. Урынлашҡан ере – Һаҡмар буйы. Унда — 300-лəгəн өй, тыныс, яйға һалынған ғүмер. Йəштəргə эшенəн ауыл ситендə урынлашҡан өй ҙə бирəлəр. Асҡысын тапшырған кеше Ғилман менəн Сəриəгə йортҡа күсер алдынан аят уҡытырға кəңəш итə. Алдынғы ҡарашлы совет уҡытыусыһының ғаиләһе дингə ышанмай. Йәштәр өсөн имешмимештəр — үткəн быуаттар ҡалдығы. Аҙаҡ был ҡарарҙары өсөн улар бик үкенәсəк.

Өс бүлмəле өйҙə яңы хужалар рəхəтлəнеп йəшəп алып китə. Йорттарының эргəһенəн генə сылтырап шишмə аға. Иртəнсəктән ҡара төнгә тиклем алыҫ түгел урмандан ҡоштар һайрашҡаны ишетелə... Үҙ бəхеттəренə үҙҙəре ышанмай Ғилман менəн Сəриə. Əммə тиҙҙəн уларҙың тыныс тормоштары селпəрəмə килə.
Борсолоу өсөн тəүге сəбəптəр күскәндән һуң бер аҙнанан башлана. Мәҫәлән, төндəрен ҡолаҡтарына ниҙер ҡыштырлауы салына. Ирле-ҡатынлы быға артыҡ иғтибар бирмəй. Сысҡандар йөрөйҙөр тип, ҡул ғына һелтəйҙəр. Тик тауыштар төндəн-төн көсəйə генə бара. Аптырағандан Ғилман өйөнə бесəй алып ҡайта. Əммə бесəй сысҡан тотоу
урынына ҡыҙҙар ятҡан бүлмəгə инмəй, ишеге аша оҙаҡ ҡатып теклəп ултыра башлай. Шунан, əйтерһең, уны берəү ҡурҡытҡандай, ҡупрайып китеп, ыҫылдарға тотона. Ə бер нисə көндəн бесəй бөтөнлəй юҡҡа сыға. Уны таба алмайҙар.

Йəшəүҙəренə бер ай үткəс, Ғилман төн уртаһында уянып китə. Өйҙə сəғəттең секунд һанағаны ғына ишетелə. Тик был тынлыҡта ниндəйҙер шом бар. Ғилман башындағы телəһə ниндəй ҡурҡыныс уйҙарҙы ҡыуып, тышҡа тəмəке тартырға сыға. Шырпыһын ҡабыҙған арала, күҙе ҡыҙҙары йоҡлап ятҡан бүлмәнең тəҙрəһенә төшə. Утыҙҙы уҙған ир ҡурҡышынан, быуындары ҡатып, урынынан ҡыбырлай ҙа, өн дә сығара алмай ҡата. Тəҙрə аша уға күҙҙəре йылтырап, салыш ауыҙы йырылып, ҡап-ҡара шəүлə баға.
Тоҡанған шырпы бармаҡтарын яндырғанына аңына килеп, Ғилман ҡыҙҙары янына ашыға. Атылып бүлмəгə килеп ингəс, тəҙрə янында бер кем юҡ икəнен күрə. Тик ҡорма яртылаш асыҡ…

“Бәлки, күсенеп йөрөү, яңы эшкә урынлашыу арҡаһында нервыларым ҡаҡшағандыр”, — тип үҙен күпме генә йыуатһа ла, был төндө ул бер ни белмәй серем иткән ҡыҙҙары янында йоҡоһоҙ үткәрә.

Ваҡыт үтә бара. Өйҙәге ҡыштырлауҙар ҙа тынып ҡалғандай була. Тормоштары яйға һалынған кеүек тойола. Көн артынан көн үтеп, көҙгө һалҡын елдәр ҡышҡы бурандар менән алмашына. Шундай буранлы бер төндә Ғилман мөрйәләге ел олоуына уянып китә. Бер уянғас, һыу эсеп ятырға ине, тип йылы урынынан тороп, аш бүлмәһенә йүнәлә. Шул арала инде етенсе төштәрен күреп ятҡан ҡыҙҙарының бүлмәһенә асыҡ ишек аша ҡараш ташлай. Һәм тағы ул! Ҡап-ҡара, ут күҙле, ерәнес йылмайыулы шәүлә. Балаларының баш остары янында тороп алған да оҙон ҡулдарын һуҙа. Ғилманды һыуыҡ тир баҫа. Ул үҙе һиҙмәҫтән бер аҙым артҡа шыла. Шул мәл аяғы аҫтындағы иҙән шығырлай. Шәүлә янып торған ҡарашын Ғилманға ташлай. Ғилман, аңына килеп, ҡыҙҙары янына ташлана. Әммә танауы алдында әле генә ярым асыҡ булған ишек шарт ябыла. Ир уны бар көсөнә этеп, асырға маташа. Ә теге яҡтан кемдер йә нимәлер ишекте ныҡ итеп тотҡан да ебәрмәй.
Шәүлә үҙ көсөн аңлағандай, йән өшөткөс итеп көлөп ебәрә лә телгә килә. Ғилмандың аңында был һүҙҙәр ғүмерлеккә уйылып ҡаласаҡ: “Ҡыҙҙарың — минеке!”

Балалары өсөн ҡото осҡан ир, ишеккә тибергә, шәүләне һүгергә керешә. Ул күтәргән шау-шыуға ҡатыны килеп тора, ҡыҙҙары илай башлай. Сәриә өйҙәге уттарҙы ҡабыҙғас ҡына, ишек асылып китә. Ҡыҙҙарын Ғилман, сысҡан күреп ҡалдым тип, йыуатып, саҡ кире йоҡларға һала. Ә Сәриәһенә барыһын һөйләп бирә. Ҡатыны уға ышанып етмәй. Бар ғәйепте иренең ауыр эшенә япһара. Ғилмандың күңелендә, киреһенсә, шом артҡандан-арта... Тик был ауыр йөктө, хатта иң яҡын кешеһе — ҡатыны ышанмағас, Ғилман үҙ эсендә йөрөтөргә мәжбүр була.
“Бәлки, ысын арығанмындыр? Эш тә эш... Бөтмәҫ тикшереүҙәр, асыҡ дәрестәр... Ярай, тиҙҙән ҡышҡы каникул, ял итермен”, — тип ул үҙен йыуата. Һәм, ысынлап та, ҡышҡы каникулдар еткәс, Ғилман үҙенең бер аҙ тынысланғанын һиҙә. Иртә менән эшкә бармай, туйғансы йоҡлай, балалары менән ял итә... Теге шәүлә арыуының эҙемтәһе булғанына тамам инана.

Шуға ла, каникулдар тамамланғас, уны өс көнлөк командировкаға — уҡыуҙарға ебәргәндәрендә ғаиләһен тыныс күңел, таҙа намыҫ менән ҡалдырып китә. Тик ул ныҡ ҡына хаталана. Яҡындары менән ҡот осҡос хәл барғанын ул әле белмәй... Төндə өс көнлөк командировканан ҡайтып ингəн Ғилманды өйөндә ниҙәр көткәнен беләбеҙ. Ир солан ишеген асҡас та, ҡатыны һәм ҡыҙҙары уның ҡосағына ташлана. Өсәүләшеп унан был өйҙән хәҙер үк алып китеүен үтенә башлайҙар.
“Ғилман, башыбыҙға етә! Өсөнсө көн беҙҙе өйҙән сығармай!” — ти Сәриә, күҙ йәштәре аша. Ә өй эсендә ултырғыстар дөбөр-шатыр ҡолауы, һауыт-һаба ярылыуы дауам итә, сәйер һәм ҡурҡыныс көлөү көсәйгәндән-көсәйә генә бара. Ғилман ялан күлдәкле ике ҡыҙын ике ҡулына алып, өс өй аша йәшәгән мулла йортона йүгерә. Сәриәһе лә унан ҡулын ысҡындырмай, артынан
ашыға.
...Төн уртаһында ишек шаҡыған ғаиләне абыстай менән мулла һүҙһеҙ ҡабул итә. Балаларҙы тынысландырып, доғалар уҡып, йоҡларға һалғас, мулла йәштәр торған йорттоң
тарихын һөйләй.

Ярты быуаттан ашыу элек Ғилман менәнт Сәриәнең йорто урынлашҡан ерҙә ике ҡыҙы менән яңғыҙ ҡатын торған. Аслыҡ йылдарының урталары еткәс, ҡатындың балалары ғәйеп була. Ҡатын уларҙы, ҡарай алмағас, хәйерселәргә сығарып ебәрҙем, тип һөйләй. Әммә шул араларҙа был ҡатын аҡылы бер төрлө була башлауын ауыл халҡы һиҙә.
Ул өйөнән сыҡмай башлай. Сыҡһа, кешеләргә көлә-илай, ҡысҡыра-ҡысҡыра ташлана... Ә бер көндө ул ошо муллалар өйөнә килеп инә. Ул саҡта, әлбиттә, хәҙерге аҡ һаҡаллы бабай малай ғына булған. Ҡатын уның атаһына, шулай уҡ муллаға, килгән булып сыға. “Ҡотҡар! Ҡотҡар! Ебәрмәй, эйәләне. Ҡотҡар!” — тип тубыҡтарында тороп үтенә. Әммә һүҙҙәрен әйтеп бөтмәй, өйҙән йүгереп сығып китә.

Иртәгеһенә уны үҙ йортонда аҫылынған килеш табалар. Малайға атаһы ҡатынға ен эйәләгенен аңлата. Шунан ҡотолорға килгән булғандыр, ахыры, тип һығымта яһай. Был хәлдән күп йылдар үтә. Әммә ҡатындың йортонда үтеп барыусылар төрлө тауыштар, хатта көлөүҙәр ҙә ишеткәндәре була. Ахыр сиктә, оҙаҡ йылдар хужаһыҙ булған емерек өйҙө ер менән тигеҙләп, емереп, яңы йорт һалырға булалар. Емергән ваҡытта, йорт нигеҙендә ике бала һөлдәһе лә табыла... “Әсәнән үҙ балаларын үлтерткән ен әле лә унда йәшәйҙер”, — тигән уйға килә мулла, доға ҡылып, аят уҡытырға тәҡдим итә. Әммә Ғилман менән Сәриә ул өйгә барырға башҡа бер
ваҡытта ла ҡыймай.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: