+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Сентябрь 2023, 16:26

Икәү бергә ҡартаяһы килә...

Икәү бергә ҡартаяһы киләПландар ҡормай ғына иртәгә,Әтәс тауышына бергә тороп, Сәйҙәр эсеп һәр бер иртәлә.

Икәү бергә ҡартаяһы килә...
Икәү бергә ҡартаяһы килә...

Икәү бергә ҡартаяһы килә...

Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Терәк булып берең-береңә,
Башты ҡуйып, хоккей ҡарай-ҡарай,
Ышаныслы, ныҡлы иңеңә.
Икәү бергә ҡартаяһы килә
Эҙләй-эҙләй ҡасҡан күҙлекте,
Айына бер пенсияны алып,
Ҡыштырҙатып ҡағыҙ йөҙлөктө.
Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Балаларҙы көтөп ялдарҙа,
"Детский мир"ға барып аҙна һайын,
Оноҡтарға бүләк һайларға.
Икәү бергә ҡартаяһы килә
Пландар ҡормай ғына иртәгә,
Әтәс тауышына бергә тороп,
Сәйҙәр эсеп һәр бер иртәлә.
Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Ойоҡбаштар кейеп аҡ йөндән,
Өрөп кенә, ашыҡмайса эсеп,
Ҡайнар сәйҙе шишмә һыуынан.
Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Төндәрендә юрған бүлешеп,
Байрам һайын дуҫ-туғандар менән
Бер осрашып, күреп-күрешеп.
Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Мытырҙашып юҡҡа-барға ла,
Шатланышып, бергә һөйөнөшөп,
Яңы яуған ап-аҡ ҡарға ла.
Икәү бергә ҡартаяһы килә,
Бер-береңә булып терәкле,
Ҡартаяһы килә икәү бергә,
Һинең өсөн тойоп кәрәкте.

Ирина Хәмидуллина.

Автор:
Читайте нас: