+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Сентябрь 2023, 13:34

БӘРӘКӘТ КИЛҺЕН ТИҺӘҢ...

Кемделер әрләгәндә лә изге теләктәр менән әрләгеҙ. «Бәхетле булғырҙары», «Аллаһтың рәхмәт яуғырҙары» тиһәгеҙ, дөрөҫ булыр.Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсен ауыҙ итһә, оҙон ғүмерле булыр.

БӘРӘКӘТ КИЛҺЕН ТИҺӘҢ...
БӘРӘКӘТ КИЛҺЕН ТИҺӘҢ...



Кемделер әрләгәндә лә изге теләктәр менән әрләгеҙ. «Бәхетле булғырҙары», «Аллаһтың рәхмәт яуғырҙары» тиһәгеҙ, дөрөҫ булыр.

Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсен ауыҙ итһә, оҙон ғүмерле булыр.

Иртән ҡояш менән тороп, тәҙрәне ҡояшҡа асһаң, йортоңа бәрәкәт килер.

Йортоңда гөлдәр үҫтер, япраҡтарына фәрештәләр ҡуныр.

Асыулы сағыңда йыуын — баҫылырһың.

Аҡсаны алған көндө өйҙә ҡундырһаң бәрәкәтле булыр.

Бисмилланы әйтеп бешерһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр.

Табын, иҙәнең пак торһон, урын-ерең йыйыулы бөхтә булһын — бәрәкәт килер.

Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән һыйла, кешегә насар итеп һөйләргә теле әйләнмәҫ.

Эске кейемде кешенән йәшереп ҡуй, күҙгә салынмаһын, шәхси энергияң, ҡеүәтең үҙеңдә ҡалыр.

Үҙегеҙ йоҡлаған урында ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ, аралар һыуыныр.

Оҡшамаған кешенән һыу, икмәй, сәй кеүек әйбер алмағыҙ, көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.

 

Сығанаҡ: телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы

Автор:
Читайте нас: