Бына халыҡ Бөйөк Ватан һуғышына арналған кисәгә йыйылды. Сара һәүетемсә генә башланып китте. Тәүҙә бик йөкмәткеле доклад булды. Унан һуғыш ветерандары һөйләне. Аҙаҡ тыл ветерандарына һүҙ бирҙеләр. Әлбиттә, уларҙың һөйләгәне берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ысынлап та, улар бик тулҡынланып, ауыр һуғыш йылдарын иҫкә алды. Аҙаҡ Бөйөк Еңеүгә берҙәй тос өлөш индергән һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙылар. Шунан кисәнең икенсе өлөшө башланып китте. Урындағы һәүәҫкәр әртистәр Бөйөк Ватан һуғышына арналған спектакль әҙерләгәйне. Дөрөҫөн әйткәндә, залда ултырғандарҙың күбеһе ошо спектаклде ҡарар өсөн килгәйне.
Спектакль бик матур ғына башланып китте. Һәүәҫкәр әртистәр бар тырышлыҡтарын һалып уйнап йөрөйҙәр ине, уйламағанда бер сетерекле хәл килеп тыуҙы. Сәхнәнең иң алдына һәм ҡап уртаһына ултыртылған тауышкөсәйткес эшләмәне лә ҡуйҙы. Халыҡ уны колонка тип атай. Бына шул колонка тик торғанда кәзәләнә башланы. Йә ул бөтөнләй өндәшмәй, йә ҡапылдан ғына бар көсөнә ҡысҡыра башлай. Тамам теңкәгә тейҙе был. Бындай хәлдә бер генә сара бар - уны ҡараштырып, бер аҙ "өшкөрөп" алыр кәрәк.
Күптәр, моғайын, әртистәр халыҡтан ғәфү үтенеп, тамашаны туҡтатып торғандыр ҙа, колонканы йүнәтә башлағандарҙыр, тип уйлағандыр әле. Бәлки, был хәл башҡа урында була ҡалһа, тап шулай итерҙәр ине. Ләкин Баймаҡта түгел. Баймаҡтар был хәлде үҙҙәренсә, баймаҡтарса ғына хәл иттеләр. Тамашаны туҡтатып торманы улар, ә килеп тыуған хәлгә яраҡлаштырып, спектаклде дауам иттеләр.
Бына бер мәл сәхнәлә бер үҙе тороп ҡалған әртист сәхнәнең иң алдына килеп, әлеге лә баяғы колонкаға һуғып, ошолай тип ҡысҡырып ебәрҙе.
- Иптәш командир, бәйләнеш өҙөлдө. Тиҙ арала элемтәсе кәрәк. Әгәр бәйләнеш булдырылмаһа, беҙҙең төркөмдө немецтар һәләк итәсәк...
Әллә залда ултырған халыҡ ишетһен тип, әллә сәхнәнең теге яғында йөрөгән һәүәҫкәр режиссер ишетһен типме, бар көсөнә ҡысҡыра, көсәнә. Ә шулай ҙа уны ишеттеләр, буғай. Сәхнә артында дөбөр-шатыр йүгерешкәндәре, ашығып, ниҙер эшләгәндәре хатта залда ултырыусыларға ла ишетелеп торҙо. Бына бер мәл сәхнәгә шыуышып ҡына ... урындағы электрик килеп сыҡты. Ул әртист түгел, спектаклдә ул уйнамай. Ә шулай ҙа уға әртис-элемтәсе роленә инергә тура килгән. Шуға күрә уға, шартына килтереп, ҡыҙылармеец кейемен кейҙергәндәр. Һәүәҫкәр режиссер үҙенсә бик ҡулай юлын тапҡан. Йәнәһе лә, колонка эшләмәүе спектакль шартына тура килә, был хәл алдан уҡ шулай ҡаралған. Бына шуға әле элемтәсе элемтә булдырыу өсөн шыуышып китеп бара. Эштең айышына төшөнгән халыҡ көлөшә башланы. Аптырағас, сәхнәлә яңғыҙ ҡалған әртис үҙе лә көлә башланы. Бер мәл залда көлөшөү күпкә көсәйә төштө. Бушҡа түгел икән. Баҡтиһәң, апаруҡ араны шыуышып үткән электрик-ҡыҙылармеец кире яҡҡа шыуышып бара икән. Бына һиңә - мә, ул "йылға" аша шыуышып сығып барған икән, шуға кире боролған. Шартына килтереп, сәхнәгә ҡуйылған бәләкәй генә күпер аша шыуышып үтеп, колонкаға саҡ килеп етте ул. Шунан инде тотондо уны соҡорға. Ә сәхнәләге һәүәҫкәр әртис тик тормай, уны ҡабаландыра.
- Давай, брат, шәберәк бәйләнеште булдыра һал. Иптәштәр һәләк була бит...
Ә үҙе сәхнәнән дә сығып китмәй. Электрик-әртистең бер үҙен ҡалдырыу ярамаҫ, тип уйлайҙыр инде, күрәһең. Бәхетенә күрә, телгә бай булып сыҡты ул. Сәхнәнең иң алдына килеп баҫып алды ла, ҡулдарын һелтәй-һелтәй, элемтәселәр тураһында һөйләй башланы.
- Бына, күрәһегеҙме, әле беҙҙең алда телгә бик алынып бармаған, китаптарҙа ҡаһарман итеп күрһәтелмәгән һуғыш геройы ята. Ҡарағыҙ, күрегеҙ, уның эше тәү ҡарамаҡҡа ғына ябай. Ә ул бит мөһим эш башҡара. Һуғыш ваҡытында бәйләнеште ваҡытында булдырыу ғына күпме кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалды. Уйланайыҡ әле ошо турала, кешеләр. Киноларҙа күргәнебеҙ бар бит, ҡайһы ваҡыт улар тимер сымдарҙы тештәренә ҡыҫып, бәйләнеш булдыра. Бахыр булып түгел, батыр булып үлгән улар. Ундай батырҙар булмаһа, оло еңеү ҙә булмаҫ ине. Бына әле лә беҙҙән ваҡытында хәбәр ала алмаған иптәштәребеҙ аптырашып ултыралыр әле. Шуға, тиҙ арала бәйләнеш кәрәк. Уларҙы һәләк итергә беҙҙең элемтәсе юл ҡуймаясаҡ. Тик үҙе генә токтан-моктан һуғылып, әрәм булмаһа ярар ине, дошман пуляһы йәнен ҡыймаһа ине, бәйләнеште булдыра алһа ине...
Шул арала халыҡ тыйнаҡ ҡына көлөшә башланы. Был көлөшөүҙең тиккә түгел икәнен һәүәҫкәр әртис тә һиҙҙе. Шуға күрә ул ҡапыл ғына электрикка күҙ ташланы. Ә уныһы был ваҡытта... эшен ташлап, күперҙән кире шыуышып сығып бара ине. Еренә еткереп "өшкөрә" алманы ул колонканы, уныһы барыбер кәзәләнеүен ташламаны. Бындай хәлде көтмәгән һәүәҫкәр әртис барыбер аптырап ҡалманы, яуабын тиҙ тапты.
- Бына, күрҙегеҙме, элемтәсенең эше ниндәй ауыр икәнен. Ямғыр һымаҡ яуған пулялар аҫтында ятып тикшерҙе, ә уныһы, ҡәһәрең, төҙөк булып сыҡты (ул колонкаға һуғып-һуғып алды). Әле элемтәсе уға килгән тимер сым өҙөлгәнме-юҡмы икәнен тикшерә-тикшерә шыуышып китеп бара.
Шул арала электрик-элемтәсе шаршау артына инеп юғалды. Ә беҙҙең герой өмөтлө тауыштар менән уны оҙатып ҡалды. Үҙе теләмәһә лә, тауышы бигерәк моңһоу сыҡты уның.
- Имен-һау ғына әйләнеп кил инде.
Сәхнәлә әртисебеҙ тағы бер үҙе ҡалды. Ә шулай ҙа ул артыҡ бер нәмә лә һөйләп өлгөрмәне. Халыҡ дәррәү көлөшә башлағас, һөйләй башлаған еренән ҡапыл туҡтап ҡалды һәм... үҙе лә көлә башланы. Сөнки сәхнәгә шыуыша-шыуыша таныш электрик-әртис һәм... ауылдағы "һәүәҫкәр-электрик" килеп сыҡты. Уныһына ла, шартына килтереп, ҡыҙылармеец кейемен кейҙергәндәр бит әле. Беҙҙең ысын һәүәҫкәр әртис уныһын әллә таныманы, әллә ҡапылғара албырғанып ҡалды, шуға күрә, үҙе лә һиҙмәҫтән, әйтә ҡуйҙы.
- Быныһы кем тағы.
Ә шулай ҙа үҙен ҡулға тиҙ алды һәм тапҡыр яуабын таба ла һалды.
- Бәй, танымай ҙа торам. Был бит беҙҙең күрше батальондың элемтәсеһе.
Әртисебеҙ еңел тын алып ҡуйҙы ла тағы әҫәрләнеп һөйләй башланы.
- Бына шулай, иптәштәр, тормошта ла, һуғышта ла, табында ла ысын дуҫтар кәрәк. Уларһыҙ бер нисек тә булмай. Бына бит, күрше батальондың элемтәсеһе иптәшенә ярҙамға килгән, бер ҙә баш тартмаған...
Икәү икәү инде. Күп тә үтмәне, ике электрик колонканы еренә еткереп "өшкөрөп тә" ҡуйҙы. Улар шыуыша-шыуыша кире сығып китте. Ә һәүәҫкәр әртис уларға рәхмәттәрен яуҙыра-яуҙыра, эргәләренән атлап барҙы. Аҙаҡ үҙе еңел тын алып әйтеп ҡуйҙы:
- Иптәш командир, бәйләнеш булдырылды.
Шунан ул, ҙур эш башҡарғандай, халыҡҡа баш эйеп ҡуйҙы. Артабан инде спектакль маражаһыҙ ғына дауам итте һәм һәүетемсә тамамланып ҡуйҙы. Аҙаҡ һәүәҫкәр әртистәр менән бергә теге ике электрик та сәхнәгә сығып, халыҡҡа баш эйҙе. Башҡаларға ҡарағанда халыҡ уларға ихласыраҡ ҡул сапты...
Әғләм ШӘРИПОВ.