-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һауалағы торна (Ғибрәт)

Фәриҙәнең ире эсмәй-тартмай, эшкә лә дәртле генә ине. Ҡура тултырып мал көттө, техниканы биш бармағы кеүек белде, аҙып-туҙып йөрөмәне. Йорт-ҡураны яңыртты. Ауылда беренсе булып бик тәрән итеп һыу скважинаһы ҡаҙҙырып, һыулы булдылар. Әлбиттә, бөтәһе лә шыма ғына барманы. Тәүге осоро, колхоз бар саҡта, көн-төн баҫыу эшендә техникала йөрөнө. Өйҙәрендә булған техниканы ҡусты-кейәүҙәре һоранып йөрөгән өсөн, йыш ҡына ыҙғыш-талаш сыға башланы.«Балаларҙың ауыҙынан өҙөп алып йыйған аҡсаға алынған мотоциклды, машинаны бирмәйем», – тигән бисәһен күпме илатты.

Һауалағы торна (Ғибрәт)
Һауалағы торна (Ғибрәт)

Күңелең аҙмаһын да, урыныңдан ҡуптарылма икән ул. Йәш саҡта үҙеңдең яртың итеп һайлап алғас, шунан башҡаға күҙ атмай ғына, йөрәгеңдәге һөйөү-наҙҙы ситкә һипмәй үҙ хәләлеңә генә арнап, яҡшы яҡтарын хуплап, уның һинең өсөн иң кәрәкле кеше икәнен һәр саҡ аңғартып, оҡшамаған яҡтарын дөрөҫ юлға бороп, һөйөп-йылмайып, уның йөрәгендә үҙеңә ҡарата тик яҡшы хистәр уятып ҡына йәшәргә кәрәк икән. Сөнки өлкәнәйә килә, ҡырҡ йәштәрҙе үтә башлаһаң, һайларлыҡ, өйрәнеп китерлек иш табыуы ҡыйын. Ир-аттың был йәштәрҙә ҡайһыһы эскегә бирелгән, ҡайһыһы ауыр эштән йәмһеҙләнгән, ҡайһыһы дөрөҫ тормош алып бармауҙан ауырыуға әйләнгән, өйләнмәй йөрөгәндәре тағы ла ҡыйыуһыҙланған була. Төҫ ташламаған матур ҡиәфәтле, эшлекле ирҙәр иһә ғаиләле.

Фәриҙәнең ире эсмәй-тартмай, эшкә лә дәртле генә ине. Ҡура тултырып мал көттө, техниканы биш бармағы кеүек белде, аҙып-туҙып йөрөмәне. Йорт-ҡураны яңыртты. Ауылда беренсе булып бик тәрән итеп һыу скважинаһы ҡаҙҙырып, һыулы булдылар. Әлбиттә, бөтәһе лә шыма ғына барманы. Тәүге осоро, колхоз бар саҡта, көн-төн баҫыу эшендә техникала йөрөнө. Өйҙәрендә булған техниканы ҡусты-кейәүҙәре һоранып йөрөгән өсөн, йыш ҡына ыҙғыш-талаш сыға башланы.«Балаларҙың ауыҙынан өҙөп алып йыйған аҡсаға алынған мотоциклды, машинаны бирмәйем», – тигән бисәһен күпме илатты. Шул арҡала «Беларусь» тракторы ала алмай ҡалдылар. «Һин йүнәтеүсе булырһың, туғандарың алып боҙоп торорҙар, бирмәһәң, барыһына ла дошман булырһың»,– тине ҡатыны. Аҙаҡ балалар ҙурайҙы, уларҙы уҡытып, күҙле-башлы итеүҙәр башланды, трактор алаалманылар. Хәҙер бесән эшләүе ҡыйын. Трактор булһа, ире әҙ-мәҙ «ҡалым» да табыр ине.
Шулай ғүмер үтә бирҙе, донъяның һәр ҡытыршылығы өсөн иреш-талаш була торҙо. Аралар һыуынды. Ире эшкә яраҡһыҙлыҡ кенәгәһе алып, өйҙә ята башланы. Ҡышҡыһын рәхәт тә ул. Фәриҙә мәктәптән ҡайтыуға мал ҡараулы, аш бешкән була. Бына йәй көнө, Фәриҙә отпускыла саҡта бик ҡыйын. Көнө-төнөире өйҙә, быҙауҙарҙы ҡарап алып ҡайтыу, тиҙәк түгеү кеүек ваҡ-төйәк эште үҙе эшләй. Малайына эш юҡ, уныһы төнө буйы урам ҡыҙыра, көнө буйы йоҡлай. Торғас, ҡыбырлай алмай бер килке ултыра әле. Эш ҡушып, тыңлата алмай асыуланыңҡыраһаң, тағы урамға сығып китә. Баҡсаға һыу ҡойоу, картуф утау, ишек алдын һепереү, башҡа мәшәҡәттәр – бөтәһе лә Фәриҙәнең елкәһендә.
«Атанан күргән – уҡ юнған. Атаһының бер нәмәгә дәрте, бер ниндәй маҡсаты, шөғөлө ҡалманы, шулай булғас, балаһы нисек эшкә сос булһын», тигән Фәриҙәгә икәүләп ҡарышалар. Бөтөнләй бер эш ҡыйратмайҙар. «Балсыҡ алып килегеҙ, өйҙөң тышы емерелеп тора, кәртәне һыларға ла кәрәк. Ағас алып, мунса бурағыҙ, мунса иҫкергән», – тип ныҡышып ҡараһа ла, рәт сыҡманы. Яҡшылап утамағас, һуңғы дүрт-биш йылда картуф ашағандары юҡ тиерлек. Картуф уңһын өсөн уның орлоғон алмаштырырға, айырып сүпләргә, еренә тиреҫ түгергә, яҡшылап һөрөргә, утап күмергә кәрәк бит. Фәриҙә йәй башында иренә: «Фәнил уҡырға инергә имтихан бирергә барһа, көҙ уҡырға китһә, ун биш меңләп аҡса кәрәк була, мунса бурап һат», – тип ҡараны. Бураманы ире. «Машинаның йүнәтә торған нәмәһе күбәйеп ките, уға ла байтаҡ аҡсакәрәк буласаҡ, рам эшләп ҡара», – тип ағас эшкәртеү станогы алып бирҙе. Эшләмәне. Кисә малайҙарын Сибайға алып барып, төнгө сәғәт берҙә ҡайттылар. Китеп барғанда тәгәрмәс тишелгәйне.Ире ҡалала шуны йәбештереп йә камера һатып алһасы һуң! Юҡ бит! Ҡайтып барғанда юлда икенсеһе тишелде. Ире уны ямағансы Фәриҙә: «Машинала ятып торайым, ҡайтҡас һыйыр һауаһы бар», – тип уйлағайны. Ире ишектәрҙе шартлатып асып-ябып, һөйләнеп: «Аҡса бирмәйһең, шуға машинаны йүнәтеп булмай», тип бисәһенә ҡоһорон төшөрҙө: «Дискыһы бөтһә–бөтһөн, шул көйө ҡайтам», – тип үҙәгенә үтте. Район үҙәгендә йәшәгән ағайына шылтыратып тәгәрмәс алдырҙы. Шулай итеп һоранып йөрөүе эт ботонан да ҡырын бит инде. Шуны аңлата алмай иренә. Ҡайтыуҙарына –һыйырҙары юҡ. Ишек алдында иренең ике кейәүе, һеңлеләренең ирҙәре,араҡы эсергә көтөп торалар. «Еңгәй, сәй эсер», – тиҙәр. «Юҡ, юл буйы ниндәй генә һүҙ ишетмәнем, һеҙҙе өйгә индереп, араҡы эсереп, лауылдатып ултыртып ҡуйырға хәлем юҡ, иртәгә эшкә», – тине Фәриҙә. Улары аптырап торманы,хәмерҙәрен ишек алдында ғына төпләп ҡуйҙы. Фәриҙә иренә:
- Ҡалала минең артымдан ҡалмай, юғалтып ҡуймайым тип эҙләп йөрөгәнсе, өйҙә дөрөҫ йәшә. Аҡса эшләмәй, машина йүнәтмәй шулайтып араҡы эсеп йөрөһәң, мин ҡалаға эшкә китәм. Биш йыл буйы балаң ҡалала яңғыҙ йөрөгәнсе, янында булырмын, юлға, машинаға аҡса түкмәҫбеҙ исмаһам, – тине лә, инеп йоҡларға ятты.
Ятҡас, донъяларының үҙгәреп китеү сәбәптәрен уйланы.
Балаларға, төҙөнөргә аҡса етһен тип, мәктәптә өҫтәп-өҫтәп дәрестәр ала ине Фәриҙә. Ике смена эшләгән саҡтары ла күп булды. Эштән ҡайтһа, тамаҡ бешермәйһең тип, ире шелтәләй. План яҙырға ултырһа, тик ултыраһың тип бәйләнә, өйҙән ҡыуып сығара. Тышта күпме торорға була, өшөткәс, берәйһенә барып ултырайым тип китә башлаһа, баҫтырып кире индерә. Фәриҙә үҙе өлгөрә алмай эш ҡушһа, эшләмәй. Ҡаршы һүҙ әйтһә, төнө буйы йоҡо бирмәй, телевизорҙың тауышын аҡыртып ҡуя.
Шулай ныҡ үҙәктәренә үткән ваҡытта Фәриҙә күршеләренә сыға ине. Унда ҡатынын айырған, Фәриҙәнән бер йәшкә өлкән ир әсәһе менән йәшәй. Һепертке, миндек, утын, быҙауға бесән булмаған саҡтарҙа, йәйгә тиклем кәртә таҙаланмай ятҡанда ла йомшай ине күрше ирҙе. Ҡәйнеш тейеш кешенең күрше еңгәйгә тыныс ҡарамауын һиҙмәй түгел, һиҙҙеФәриҙә. «Ирем рәнйеткәс, өйҙән ҡыуып сығарғылағас, аҙналар буйытиҫкәре тунын яҙып кеймәгәс, ҡәйнеш йыуатһа, йыуаттырам, үсемде алам», – тигән ҡарарға килгәйне ҡатын. Шулай килеп сыҡты ла. Бер сыҡҡанында күрше апай өйҙә юҡ ине. «Еңгәй, илама, әйҙә сәй эсәйек», – тип йыуатты күрше ир. Бер-ике йыллап ваҡыт уҙғас, был хаҡта Фәриҙәнең ире лә белде. Билдәле, ҙур янъял ҡупты. Күрше ир ситкә сығып китте.
Ыҙғышлы тормош дауам итте. Фәриҙә эш ҡушҡан һайын талаш сыҡты.
- Һинең менән тормайым, «за выслугу» ала башлаһам, китәм, – ти торғас, Фәриҙәнең күңеле тамам башҡаланды. Ире элек-электән бер үсекһә аҙналап яҙылмай ине. Ауылда кис етһә эш күбәйә бит. Сәғәт ун тулып үтеүгә көтөү ҡайта. Һыйырҙарҙы һауып, һөтөн үткәреп, быҙауҙарын ҡарап, биҙрә-маҙарҙы йыйыштырып ятҡансы сәғәт бер-ике була. Шул ваҡытта иренә берәй йомош ҡушһа, ыҙғыш китә. «Мин арыным», – ти уныһы. «Таш ҡутарып эшләп ҡайтҡанмы ни, көндөҙ ял итеп алырға ине. Ниндәй эш ҡыйраттың бөгөн?» – тип ҡатыныүпкәләй. Айырым яталар. Ҡатындың әҙерәк ирен инәлткеһе килә. Ә ире инәлмәй, эргәһенә лә килеп ятмай. Ҡатындың наҙланғыһы килһә лә, мин-минлеген еңә алмай. Иртән торғас, икеһенең дә эшкә дәрте булмай.
Шулай йәшәп ятҡанда гәзиттә өй һатылыу тураһында иғлан баҫылды. «Кейәү менән ҡыҙыма кәрәкмәҫме?» тигән уй менән шылтыратты Фәриҙә. Өй хужаһы йәшлектә яратышып йөрөгән егет булып сыҡты…
Училище тамамлағас, Фәриҙәне бер ауылға эшкә ебәргәйнеләр. Әбей менән бабайҙа фатирҙа торҙо. Йыш ҡына әбей менән күрше апайға кис ултыра сыға инеләр. Уның һигеҙҙе бөткән малайы бар ине. Йәш кеше һаман өлкәндәр менән ултырмай бит инде. Шул малай менән һөйләшкеләп йөрөнөләр, ҡапҡа тышына эскәмйәгә лә сығып ултыра торғайнылар. Эҫенешеп киттеләр. Малай: «Армиянан ҡайтҡас, мин һине кәләш итеп алам, һин көтөрһөң», – тине. Фәриҙә: «Мин һинән дүрт йәшкә өлкән, армиянан ҡайтҡас, бында ниндәй әбей ултыра, тип әйтерһең шул», – тип көлдө.
Ауылда өйләнмәгән егеттәр күп ине. Уҡытыусы ҡыҙға күптәр күҙ атты. Һәр кем кәләш итеп алғыһы килде. Урамдан үтергә ирек бирмәй башланылар. Фәриҙәнең бәләкәй ауылда ҡалғыһы килмәне. Бер туйҙа күрше ауыл егете менән танышты ла, ике-өс ай ҙа йөрөмәне, уға кейәүгә сыҡты ла китте. Мөхәббәтһеҙ тормош алға барманы. Кәләш итеп ала алмаған егеттәр ҙә үсләшеп һүҙ йөрөткәндер. Ире баш ауырыуы менән сирләп китте. Дүрт-биш йыл торғас, ике балаһы менән иренән әсәләренә ҡайтып китте. Әсәләрендә йыл ярым ултырғас,ҡарт егеткә кейәүгә сыҡты. Аталы-әсәле булғас, эш рәтен беләлер тип, тағы мөхәббәтһеҙ тормошто һайланы. Әсәһе лә: «Ике бала менән һайланып ултыра алмайһың инде», – тигәйне. Иренә эҫенергә тырышты. Уныһы эшкә арыу ғына булһа ла, «врожденный неряха» булып сыҡты. Үҙен ҡараманы, теш йыуыуҙы белмәне. Шулай егерме йыллап бергә тороп ташланылар. Ыҙалай торғас, Фәриҙә иренә эҫенгәйне инде, тик уныһының теше генә түгел, теле лә бик бысраҡ булып сыҡты.
Әле бына шулай йәшәп ятҡанда егерме ете йыл элекке йәшлек дуҫын осратты. Ул бик иркә кинйә бала була торғайны. Шул тиклем теле лә, үҙе лә йомшаҡ, күңелгә ятып ҡына тора ине. Уның менән күрешеү ҙә ире арҡаһында килеп сыҡты. Ул былай булды. Кесе ҡыҙы кейәүе һәм биш айлыҡ балалары менән ҡунаҡҡа килгәйне. Ҡунаҡ килгәс, бәләкәй бала ла булғас, кейәүе өй төҙөү менән дә булашҡас, мәшәҡәт артты. Эш өсөн тағы ире менән үпкәләштеләр. Ҡунаҡтар барҙа ире дүрт көн буйы тиҫкәреләнеп йөрөнө. Шуға үпкәләп, Сибайға улының документтарын алып барғанФәриҙә дүрт-биш көн ҡайтмай ятты. Унан алда йәшлек дуҫы менән телефондан ғына һөйләшә ине, шунда күрештеләр. Йөҙө тәүҙә ят һымаҡ булды. Ә үҙе…кисә генә айырылышҡандармы ни, йөрәгенә шул тиклем яҡын.
Бер-ике аҙна үткәс, алыҫ райондан икенсе ҡыҙы кейәүе менә ҡунаҡҡа килде. Күмәкләшеп өләсәләренә барып килделәр. Фәриҙәнең үҙенең физик эшкә бик барымы юҡмы, шул тиклем арый ине. Ауылда бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш бит инде. Фәриҙә алдан уҡ:
- Әгәр Диләләр килгәндә лә тиҫкәре туныңды кейеп йөрөһәң, тағы Сибайға китәм. Улым әҙерлек курсына йөрөр, имтихан бирер, мин ял итермен, – тигәйне.
Ире барыбер үҙен еңә алманы. Өй тулы ҡунаҡ булғанда тумһайып, кәйеф төшөрөп йөрөгәнсе, эш менән булһын ине лә бит. Юҡ шул.
Иренең шул ҡыланыштарына йәне көйөп, улы менән йәнә Сибайға барып һигеҙ көн ятып ҡайтты. Тик кенә ятманы ул унда. Өфөгә барып поликлиникаға сиратҡа яҙылып килде, районда йүнәлтмә тултырып, тағы Өфөгә барып тикшеренде. Ҡайтҡан көндө үк ире:
- «Уйнаш» итеп ҡайттыңмы? – тип теңкәһен ҡоротто. Элек был һүҙҙәр нахаҡ булғанда бик зитына тейә торғайны Фәриҙәнең. «Һин нимә әйтәһең, инде шуны дөрөҫлөккә сығарып йөрөйәсәкмен. Телең менән үҙеңдән биҙҙереп,өйҙән һыуындырып, аҙналар буйы яҙылмай күңелемде башҡаландырып, үҙең генә харап иттең» тип уйланы ҡатын эстән генә.
Ул хәҙер шундай һайлау алдында тора. Көн дә үсегеп, айырым йоҡлап, ҡатынына көн-төн бысраҡ ташлап, ләкин мал тотоп, һаулығы буйынса пособие алған, әммә аҡса табам тип артыҡ көсәнмәгән ир менән ҡалырғамы (тик был ваҡытта Сибай юлын тапар өсөн аҡса кәрәк буласаҡ), әллә ҡалала эш табып, балалары янында булып, төндәрен һөйәре менән күңел асырғамы? (Был юлы улы янында буласаҡ, көнөнә бермәртәбә булһа ла уға аш бешереп ашатасаҡ, ләкин фатирға түләргә, унда-бында күсеп йөрөргә, йә ипотекаға өй алырға– барыбер шул аҡсаһыҙлыҡтан интегергә тура киләсәк). Ире ҡалаға күсеп барырға риза түгел. Һөйәргә ышаныс юҡ. Ул ваҡытта тик үҙеңә генә ышанырға ҡала. Ә төндәрен? Һауалағы торнаға ышанып, ҡулдағы сәпсекте ысҡындырыу булмаҫмы?
Шулай, йәштән яратышып өйләнешергә һәм ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға кәрәк икән. Ҡайһы бер кешеләр тыуғанда уҡниндәйҙер аҡыл менән тыуа, ҡайһыларына ғаиләлә ниндәйҙер тәрбиә һалына, ә ҡайһы берәүҙәр, Фәриҙә һымаҡтар, ғүмер буйы төрлө яҡҡа бәргеләнеп, көстәрен юҡҡа сарыф итә.
Ғүмер аҙағында ышаныслы ла, күңелеңә май булып яғылған, һинең һәрһүҙеңде, теләгеңде аңлаған, балаларыңа ярҙам итергә әҙер торған тормош иптәшең булһын өсөн йәштән үк шуға ынтылырға, көндән-көн шул йүнәлештә эш алып барырға, көсөңдө юҡ-бар талаш-ыҙғышҡа әрәм итмәҫкә кәрәк булған да бит. Уның өсөн бик ҙур түҙемлек, рух көсө, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ кәрәк икән. Хәҙер уларҙың күбеһе юғалтылған. Ике арала наҙ ҙа юҡ, ирҙең теле тағы ла нығыраҡ боҙолдо, холҡо тиҫкәреләнде, ҡатындың түҙемлеге ҡалманы.
Егерме ете йыл элек күрше егеттең: «Армиянан ҡайтҡас, мин һине кәләш итеп алам», – тигәнендә, «Минең принцибым: һауалағы торнаға ышанып, ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындырма», – тип яуап биргән ине, әле һаман: «Әллә торнаға ынтылып ҡарарғамы?» – тип йөрәк һыҙылып-һыҙылып ҡуя…

 


 

В. ҠЫРЫМҒУЖИНА.

Автор:
Читайте нас: