Был хәбәрҙе ишетеү менән ауыл халҡы Өсҡолон сауҡалығына ташланды. Барый ҡарт үҙе улы менән киленен ултыртып атта барҙы, күрше Мәхмүттең улы Рәфис энекәше менән мотоциклда елдерҙе, отпускылағы Марат, икенсе күршеһе Рәйестең улы, «Жигули» машинаһында китте. Көнө буйы эҙләнеләр, хатта урман хужалығы бесәнлектәренә ҡәҙәр барып еттеләр, малайҙың исемен әйтеп ҡысҡырҙылар, һөрәнләнеләр, тик барыһы ла бушҡа ғына булды — кисенә хәлдән тайып буш ҡайттылар. Йәнә бер нисә көн эҙләнеләр әле, уҡытыусы Сәғәҙәтов мәктәп балаларын алып сығып урман эсендә шаулашып
йөрөп әйләнде, әммә малайҙы таба алманылар.
Барый ҡарт ейәненең юғалыуы ваҡытлыса булһа ла кешеләргә ҡырағай урманға, ялан-баҫыуҙарға ниндәйҙер бер мөғжизәгә ҡараған кеүек ҡарарға мәжбүр
итте, йыл әйләнәһенә төрлө мәшәҡәт, ығы-зығынан бушамаған, йәйге селләлә, ҡышҡы сасҡау һыуыҡтарҙа онотолған тирә-яҡ донъя үтә ябай һәм һәр кемгә аңлашылған тойғо ине был. Эйе, малай һоло баҫыуы аша киткән. Тик ул ни өсөн ул яҡҡа киткән, ниндәй маҡсат менән ул яҡҡа атлаған һуң? Уны берәйһе ҡотортҡанмы, әүерәткәнме?
Ауыл кешеләре төрлөсә фараз итте, төрлөһөн һөйләне, бала-сағаның мөғжизәле рәүештә юғалыуы хаҡында төрлө хәбәрҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө. Мәҫәлән, райондың теге яғындағы алыҫ ауылда ете йәшлек ҡыҙ ғәйеп була. Апаһы менән һеңлеһе ҡапҡа янында ғына уйнап йөрөгөн. Бесән өҫтө, ауылда кеше юҡ,
барыһы ла баҫыуҙа, өйҙә ҡарт өләсәләре генә. Оло ҡыҙ, өйгә инеп сығайым тип, ҡапҡанан ғына инеүе була, ҡапыл урам яғынан һеңлеһенең асырғанып-ҡурҡып
«Әсәй!» —тип ҡысҡырғанын ишетә. Был урам тышына кире йүгереп сыға — һеңлеһе юҡ. Ғәжәп, әле генә ҡысҡырҙы, тауышын ишетте, ә ҡапҡа алдында туғаны ла юҡ, сит-ят кеше лә күренмәй. Эҙләйҙәр, әммә ҡыҙҙы таба алмайҙар.
Ейәне юғалғас, Барый ҡарт шиңде, күҙгә күренеп ҡартайҙы, хатта алға эйелеберәк тә йөрөй башланы. Ҡырыныуҙан туҡтаны. Күҙҙәре быялаға әйләнеп ҡайҙалыр ситкә ҡарар булып китте, аяуһыҙ ҡайғының ҡаралығына батты. Ашау-эсеүгә лә битараф хәҙер, әгәр ҡарсығы алдына ашлы тәрилкә ултыртмаһа, аслыҡтан хәлһеҙләнеп йығылыр ҙа ине. Төндәрен дә бөтөнләй йоҡламаны тиерлек. Кистән әбейе менән ята, стена яҡлап, төптән, төн уртаһында тора ла үҙе яратҡан диванға йәки ҡасандыр ауыл магазинынан һатып алған, хәҙер инде ныҡ иҫкергән креслоға түгел, ә ҡараңғы мөйөштәге
ултырғысҡа барып ултыра.
— Ниңә йоҡламайһың? — тип һорай әбейе йоҡо аралаш.
— Ғәйеп миндә. Ах, малайҙы әрәм иттем! — тип яуаплай ҡарт.
— Ярай, шыңшыма, ят, йоҡла! — тип асыулана әбейе.
Йәлләп ҡуйма, йомшағыраҡ әйтеп күңелен тынысландырам тимә, йәштәре ҡойолорға әҙер генә тора — һуңғы ваҡыт тамам илаҡҡа әйләнде.
Бына бер саҡ әлеге шул мөйөшөндә бөкөрәйеп ултырған сағында тотто ла асылды бит ҡарсығына.
— Малайҙы бит мин үҙем үлтерҙем. Балта менән...
Шунан күмеп ҡуйҙым.
— Нисек һин үлтерҙең? — тине ҡатыны тыныс ҡына, ҡартына һис ышанмай, ә үҙе, ҡайғынан бының аңы томалана башланы, ахыры, тип уйланы.
Барый ҡарттың улы Ришат та был хәбәргә ышанманы. Шулай ҙа илап, инәлеп, мин үлтерҙем бит тип барыһын да һөйләп биргәс, күмәкләп Өсҡолон сауҡалығына киттеләр; ҡарт ҡайын ботаҡтары менән ҡапланған бәләкәй генә ҡалҡыулыҡты күрһәтте, таралырға өлгөрмәгән кескәй генә мәйетте ҡаҙып алдылар ҙа өйгә алып ҡайттылар һәм ауыл зыяратына ерләп ҡуйҙылар.
— Үлгәс мине уның янына күмерһең, — тине ҡарт әбейенә.
Сыуаҡ йәйге иртәлә тап ошо көн уның тормошонда иң ҡара, тыныс, ҡәнәғәт ҡартлығының иң аҙаҡҡы көнө булыр тип ҡайҙан күҙ алдына килтерһен инде ул. Алама төштәр ҙә күрмәне бит әле. Бөтәһе лә яҡшы ине. Был йәшкә етермен тип һис уйламағайны — етте, ерҙә ҡаты баҫып, ышаныслы йөрөнө, яйлап бесәнен дә сапты, кәбәнен дә һалды. Шулай ҙа тормошондағы иң ҙур шатлығы — әлеге шул биш йәшлек ейәне Илдар ине. Ҡартайғас, йәш сағында ҡатынына, балаларына мөхәббәт йөрөткән йөрәгендә ниндәйҙер бушлыҡ, һағышлы тыныслыҡ урынлашҡайны, һуңынан үҙенең күңелле тауышы, ихлас ҡыланыштары менән уның донъяһына ошо ейәне килеп керҙе. Тормошо үҙгәрҙе ҡарттың, сарыфланып бөтмәгән йөрәк йылыһы, мөхәббәте Илдарға күсте. Малай үҙе лә олатаһын яратты, уларҙан ҡайта белмәне, иркәләнеп уларҙа үҫте. Ул үҙенең сағыу тауышы менән: «Олатай!» — тип һөрәнләп ебәрһә, Барыйҙың йөрәге ниндәйҙер бер рәхәтлек, йылылыҡ менән тула, ошо бәләкәй генә кеше ишаратында үҙенең ҡаны аҡҡанына ҡыуана, үлһә лә ул ҡан ағасаҡ һәм малай олатаһын оҙаҡ йылдар хәтерендә йөрөтәсәк.
Лапаҫ япмаһы аҫтына ҡарт ейәненә бәүелсәк бәйләп бирҙе. Ептәрҙең осон кәртәгә таҡҡас, ҡараһа, элекке баҙ өҫтөнә таҡҡанлығын абайланы. Дөрөҫ, ул баҙ күмелгән.
Тәүҙә, ҡуй, икенсе ергәрәк эләйем, тип уйлағайны ла, кире булды, ҡайҙа торһа ла барыбер түгелме ни?
Ҡарттың тормошта йәнә бер ҡыуанысы бар. Быйылғы яҙҙа Тирлән ат заводынан ете йөҙ һумға һатып алған туры бейә ул. Коллективлаштырыуға ҡәҙәр, Барый ялан аяҡ йөрөгән саҡта әле, уларҙың үҙҙәренең туры аттары бар ине. Ошаҡсы Һибәтулла менән коммунист Рамазан уның атаһын колхозға инергә көсләй башлағас, атаһы ниңәлер киреләнде лә китте бит. Бесәнлегеңде тартып алабыҙ, малыңды көтөүгә сығартмайбыҙ тип ҡурҡытҡас ҡына әлеге туры атын дөйөм һарайға алып барҙы. Алып барыуын барҙы, ә бына яңы, күптән түгел генә баҙарҙан һатып алған ҡамытын баҡсаға күмде лә өҫтөнә һалам
өйөп ҡуйҙы — колхоздың оҙаҡ йәшәренә ышанманы. Ә үҙе колхозда ен кеүек эшләп алды ла китте, һеҙ мине колхозға көсләп индерҙегеҙ, мин бында ла арыу эшләрмен, юғалмам, тип сәмләнде. Ялҡауҙарҙы, бушбоғаҙҙарҙы яратманы, күрә алманы. Трактористың ерҙе һай һөргәнен күреп ҡалһа, тегеңә осоп ҡуна яҙа: «Әгәр һин үҙ ереңде ошолай һөрһәң, атайың артыңа тибеп өр-яңынан һөрҙөрөр ине!» Бесәндә һөйрәтмә артынан тырмаусы бисәләргә лә өндәшмәй китмәй: «Таҙараҡ тырмала, ҡалдыраһың бит!» Алама ҡамыт бауы күҙенә салынһа: «Ай, минең ҡамыт-көйән шуның ише инеме ни?» йәки «Халыҡ ялҡауланды хәҙер, ҡояш ана ҡайҙа күтәрелгән, э улар эшкә саҡ йыйына». Ҡыҫҡаһы, колхоз эше өсөн ныҡ борсолдо, бөтәһен дә йөрәгенә яҡын алды, мыжыны, әрләне, һүкте, оялтты. Ә колхоз уның үҙен кәксәйтте. Бер ваҡыт шулай, ярты ҡартайғас әле, бригадир Фәйзулла уның өс эш көнөн яҙмаған, кем белә инде, бәлки, ҡартҡа шулай күренгәндер, үҙе дөрөҫ иҫәпләмәгәндер.
Нисек кенә булмаһын, ул яңылышлыҡты төҙәтеүҙе талап итә — минең өс көндө бир, бөттө китте. Бригадир, Һин яңылышаһың, юҡ ул һинең өс көнөң, мин бит барыһын да яҙып, иҫәпләп барам, тип Алла исеме менән ант итә, ә ныҡыш Ғәлиулла һаман үҙенекен тылҡый.
Етмәһә, ул бөтә ауылға шаулай, унан районға шикәйәт яҙа. Ул саҡтағы колхоз рәйесе Мәхмүтов менән бригадир Фәйзулла ғауға ҡуптарғаны өсөн уны идараға саҡырталар, ҡысҡыралар, өҫтәл һуғалар, колхоз етәкселегенең абруйын төшөрөүҙә ғәйепләйҙәр, етмәһә, уның хаҡында стена гәзитенә яҙып — йәнәһе ул ошаҡсы — карикатураһын да төшөрөп ҡуялар. Ошонан һуң ҡарт нисектер шиңде, ҡайғыға батты, осраған берәүгә өс эш көнөн яҙмауҙарын, түрәләрҙең күрәләтә алдаҡ юлға баҫыуҙары тураһында һөйләп йөрөнө. Бөтә был хәлваҡиға ҡарттың аҡылдан яҙыуы һәм үлеме менән бөттө: үлер алдынан ҡарт һаман әлеге шул өс көнө менән һаташып бер булды.
Барый ат һатып алғас баҡсаға күмелгән теге ҡамытты ҡаҙып алды, тик ул тамам сереп, сүп өйөмөнә әүерелгәйне инде. Өсҡолон сауҡалығына кәртәгә барырға ат еккән ул иртәлә Илдар лапаҫ ышығындағы бәүелсәктә бәүелә ине.
Олатаһының ат менән булашҡанын күреп уның янына килде лә сылтырап торған сағыу тауышы менән:
— Олатай, һин ҡайҙа бараң? — тип һораны.
— Урманға, улым. Ағас алып ҡайтам. Йылға яғынан кәртә бағаналары серегән, шуларҙы алыштырырға
ине.
— Мин дә һинең менән барам!
— Әйҙә һуң, — малайҙың теләгенә нисек ҡаршы төшәһең инде.
Сығып киттеләр. Ҡарттың күңеле тулы, кәйефе һәйбәт. Үҙенең аты, үҙенең арбаһына ултырып китеп бара,
шул сәбәптәнмелер тормошоноң ышаныслы, теүәл булыуын тоя. Илдар тыныс ҡына баҫыуға, арыштарға, юл ситендәге бейек үләндәргә ҡарап бара. Эйе, уға бөтәһе лә яңы, бөтәһе лә ҡыҙыҡ. Шуныһы, малай үҙенең был донъяла һуңғы сәғәттәрен йәшәүен, ә Барый ҡарт тормошоноң ҡара көнгә китеп барыуын ғына белмәй...
Урман ауыҙындағы уҫаҡтарҙы ҡырҡып бөткәйнеләр, шуга күрә арыраҡ, тау һыртынараҡ, барырға тура килде. Һоло баҫыуының бер осо әлеге тау һыртына ҡәҙәр
килеп етеп, шына рәүешендә эскә инеп тора. Барый атык баҫыу аша китә торған ситкә ҡайырҙы ла урман сите буйлап тау битенә күтәрелде. Ағастар бында ҡуйыраҡ.
Ҡайын ҡатыш йәш уҫаҡтар күп. Барый атының арҡалығын төшөрөп, ауыҙлығын ысҡындырҙы ла дилбегәне ағасҡа бәйләне, балтаһын алды, ейәненә арбанан ситкә китмәҫкә ҡушып саҡ ҡына эскәрәк инде. Кәм ҡырҡа башланы. Ерҙә үҫкән һәр нәмәгә һаҡсыл ҡарарға өйрәнгән ҡарт ағастың төбөнән генә ҡырҡты. Унан уларҙы ботай, самалап үлсәй ҙә осон ҡырҡа, унан икенсе ағасҡа бара һәм аяҡтарын айыра баҫып эйелә, һелтәнеп балтаһын ағастың йомшаҡ тәненә төшөрә. Шулай ҡырҡа торғас ул бер саҡ ейәненең арба янынан китеп, үҙенә
яҡынлауын күҙ сите менән генә күреп ҡалды.
— Илдар, яҡын килмә, арба янына бар, — тине ул ҡарамай ғына.
Бына ул унға яҡын уҫаҡ йыҡты ла сираттағы ағасҡа барҙы, берҙе һелтәне, кирегә алғанда балта төйҙәһенең ниндәйҙер йомшаҡ әйбергә ҡағылыуын шәйләне.
Тәүҙә ул битараф ҡына, эргәләге ағасҡа йәки ботаҡҡа
тейгәндер, тип уйланы, һуңынан шикләнеп артына боролоп ҡарағайны... ерҙә ятҡан ейәнен күрҙе. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ҡарт уның нисек янына килгәнен, үҙенең эргәһенә үк баҫҡанын ишетмәй-күрмәй ҙә ҡалған икән дәһә!
— Илдар!— тип ҡысҡырып ебәрҙе ул, ах, әллә эләктерҙем инде, тип уйлап.
Малай хәлһеҙ генә ҡыбырҙап ҡуйҙы, күҙҙәрен ҙур асып ҡартҡа ҡурҡыныс һәм үлем һалҡынлығы менән ҡараны.
— Илдар, Илдар, ни булды, нишләнең?!
Ҡарт ейәнен һелкетте, ҡапшаны, усы менән сикәләрен ҡаҡҡыланы һәм ныҡ булмаһа ла балта төйҙәһе уның сикәһенә тейгәнен аңланы.
Малайҙың кәүҙәһе йәнә бер тартышты ла тынып ҡалды, күҙҙәре быялаланып, күк бушлығына төбәлде.
Ҡарт үлгән ейәне янына тубыҡланды, аҡылынан шашыр хәлгә килде, күҙ алдары ҡараңғыланды, һыҙланыуы ауыртыныу дәрәжәһенә етте. Унан, ҡот осҡос
фажиғә ҡылғанлығы аңына барып еткәс, башын ике ҡуллап ҡыҫты ла ҡырағай тауыш менән аҡырып ебәрҙе.
Ул кеше үлтерҙе, ул үҙ ейәнен үлтерҙе! Ул үлтереүсе!
Яңылыш, уйламағанда, көтмәгәндә малайҙың ғүмерен ҡыйҙы! Хәйер, нисек үлтерһә лә, барыбер түгелме ни?
« Үл-тер-ҙем!» — тип ижекләп тигәндәй әйтте ул был ҡурҡыныс һүҙҙе. Ошо бәләкәй генә мәйетте ауылға нисек алып ҡайтыр, ҡапҡанан нисек инер, ҡатынының, килененең, улының йөҙҙәренә нисек ҡарар? Юҡ, быны булдыра алмаясаҡ! Барый ҡартты ҡырағай бер ҡурҡыу, ҡара, мәғәнәһеҙ ҡурҡыу ялмап алды. Ошо һәләкәт килеп сыҡҡанға ҡәҙәр йөрәгенең ҡайһылыр мөйөшөндә йәшеренеп ятҡан, ҡайғынан көслөрәк булған ҡурҡыу
уның аңын томаланы, аҡылын юйҙы, улы, килене ҡарғаясаҡ үлтереүсе ҡарттың тормошо түңкәрелеүен, юҡҡа сығыуын, меҫкен рәүештә һуңғы көндәрен тереклек иткән ғүмер аҙағын күрҙе. Үҙ-үҙен ҡотҡарырға тырышыу, яуаплылыҡтан ҡасыу һымаҡ түбән тойғолар (ә улар уның холоҡ-фиғелендә юҡ та һымаҡ ине йәки онотолғайны) күңелендә төйөнләнде лә фажиғәнән ҡоро сығыу юлын, ҡотолоу юлын эҙләне. Уйлай торғас, хәтере мөғжизәле рәүештә эҙһеҙ юғалған балаларҙы иҫенә төшөрҙө.
Мин уны үҙем менән алып барманым, ауыл осонда төшөрөп ҡалдырҙым тиһә? Юҡ. Бисәһе менән Сабит осраны, ҡайҙандыр мотоциклда ҡайтып барғандарында күрҙеләр. Былай ҙа ышандырырлыҡ түгел. Арба эргәһендә генә уйнап ҡалғайны, килһәм юҡ. Уҫаҡлыҡҡа килеп етер саҡта һоло баҫыуы араһында ниндәйҙер эҙ бар.
Малай ошо баҫыу аша киткән булырға тейеш. Ниңә, ни өсөн, ҡайҙа? Уныһын кем белә инде. Туҡта, мин уны ошонда күмәйем, уның ҡайҙа ятҡанын үҙем генә белермен. Былай ҙа тормош тормош булмаҫ инде хәҙер, ҡайғы-хәсрәт ҡуласаһында йәшәрмен, әммә улым, килен, ауыл алдында үҙ ейәнемде үлтереүсе булып йөрөмәм исмаһам, тип уйланы ул.
Ул балтаһы, ҡулы менән һай ғына соҡор ҡаҙҙы, ейәненең кескәй генә мәйетен соҡор төбөнә һалды. Ейәненең өҫтөндә — курткаһы, аяғында — резина итектәре. Ҡарт ҡапҡанан сығыр алдынан уға: «Итегеңде кей, урманда йылан күп», — тигәйне. Ауыҙ эсенән белгән доғаһын уҡыны ла ейәне өҫтөнә тупраҡ ташланы, ҡалҡыулыҡ өҫтөнә ағас ботаҡтары һалды. Унан, ҡырҡҡан кәртәләрен дә тейәргә онотоп, ауылға ҡайтты. Ҡапҡанан инде, лапаҫтағы еп бәүелсәкте күргәс, бәләкәй Илдарҙың был донъяла юҡлығына, «Олатай!» — тигән сағыу тауышын бер ҡасан да ишетә алмаясағына төшөндө, хыянаты аңын
телгеләне. Әлегә бер нәмә лә белмәгән, әммә нимәлер һиҙенгән ҡатынын күргәс, мин Илдарҙы үлтерҙем, тип
дөрөҫөн әйтергә уҡталғайны ла, өндәшмәне, өндәшә алманы, ҡурҡты...
Ейәнен ерләгәндең икенсе көнөнә ҡара ҡайғынан иҫәңгерәгән Барый ҡарт ихатаһы буйлап йөрөнө лә йөрөнө, нимә тип йөрөгәнен үҙе лә аңламаны, нимәгә тотонорға белмәй аптыраны, хәйер, ниңә эшләргә һуң әле, ниңә бысылған, ярылған утынды өйөргә, салғыны тапарға, бесәнгә төшөргә әҙерләнергә, ғөмүмән, нимә тип йәшәргә бынан һуң? Ул бит бөтәһе алдында ла ғәйепле, бөтәһе тарафынан да ҡыр тибелгән яуыз бәндә. Улының
ҡарғышлы ҡарашын нисек күтәрергә, килененең ызғырып-ызғырып илағанын нисек оноторға? Ҡарттың ейәнен осраҡлы рәүештә үлтереүҙән бигерәк, эйе, тормошта ундай хәл булыуы ихтимал, эйе, ҡарттың бында ғәйебе ҙур — эйәртеп алып барған, әммә ҡарамаған — малайҙың мәйетен урманда йәшерергә, юғалды, ҡайҙалыр сығып киткән тип алдарға тырышыуҙа (етмәһә, үҙе бүтәндәр менән бергә эҙләп тә йөрөгән булды бит әле) ғәйепләйҙәр ине шикелле. Ошоно аңлаған ҡарт үҙен ифрат та меҫкен, бахыр, көн итергә бөтөнләй хаҡы ҡалмаған бер йән ейәһе итеп тойҙо, ошонан һуң кешеләр араһында, кешеләрҙең күҙенә ҡарап нисек йәшәмәк кәрәк? Ул ихата уртаһында туҡтаны ла алдындағы бушлыҡҡа текәлеп әллә күпме баҫып торҙо. Унан аҙбар ҡапҡаһы
янына йүнәлде, эскә керергә ниәтләнгәйне, нимәгә кергәнлеген онотоп, туҡтап ҡалды. Боролдо, етем бәүелсәкте күреп ебенән тотто ла малайҙың аяҡ кейемдәре ышҡып шымартҡан ергә текәлде. Ейәненең кескәй аяҡтары бәүелсәк бәүелгән ыңғайға тегеләй-былай йөрөп кескәй генә соҡор хасил иткән икән. Был бит тап баҙ өҫтөндә, ҡасандыр булған баҙ өҫтөндә... Баҙ...
Ҡырҡ бишенсе йылда тәне лә, рухы ла яман миктәп, ул немец әсирлегенән ҡайтҡайны. Атай йортон күрмәйенсә үҙенең тыуған тупрағына аяҡ баҫырына ышанмағайны ла, күргәс, буҫлығып илап ебәрҙе. Ҡаршыһына ҡатыны йүгереп сыҡты, ҡосаҡланы, ә ул күҙ йәштәрен
һис тыя алманы. Ике улы — һуғышҡа киткәндә береһенә — өс, икенсеһенә бер йәш тулып ҡалғайны — үҫкәндәр, әммә бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, таушалып бөткән шинелле, ҡараңғы сырайлы кешелә улар үҙҙәренең атаһын таныманы. Уларҙың ҡара күҙҙәрендә, һаҡ, һынсыл, хатта ҡурҡыу ҡатыш аптырап ҡараған күҙҙәрендә туғанлыҡ нурҙары бөтөнләй юҡ ине. Өйҙә ике йәштәр тирәһендә ыштанһыҙ йөрөгән йәнә бер малай
булып сыҡты. Был малай бер нисек тә Барыйҙың улы була алмай, шуға күрә күрше-фәләндеке йәки бәләкәй
балдыҙының балаһылыр тип уйланы ул тәүҙә. Әммә әлеге малай ҡатынына «Әсәй», — тип өндәшкәс, унан бисәһенең ҡурҡыулы ҡарашын шәйләгәс, Барыйҙың башынан ялағай ялтлаған кеүек хәтәр бер һиҙенеү йүгереп үтте. Эйе, малайҙың йөҙөндә, ҡарашында ниндәйҙер таныш, шул уҡ ваҡытта ят һыҙаттар бар. Ҡатыны, ҡото алынып, «Кемдеке?» — тигән һорауҙы көттө, әммә Барый ул һорауҙы бирмәне, бирә алманы. Бер нисә йылға һуҙылған әсирлек ғазаптарынан, аслыҡтан, тән һәм йән язаларынан, был мәхшәрҙең осо-ҡырыйы булмаҫ, ахыры, тип тамам өмөтһөҙлөккә бирелеүҙән һуң атай йортона ҡайтыу үҙе бер мөғжизә, төшкә лә инмәҫ бәхет икәнен, ҡатынын элекке ише яратҡанын аңлағас нисек итеп көнләшеүгә бирелһен дә, бөтә донъяһын емереп сығып китһен, йәнә ғазап-ҡайғы ҡосағына барып керһен? Юҡ, булдыра алманы, һорарға көсө етмәне, унан, ояттың да ояты, мәңгелек йөрәк һыҡтауы булһа ла, һуғыштағы
ғазаптары менән сағыштырғанда әллә ни ҙур ҙа тойолмай... һуңынан, һуғыштан алданыраҡ ҡайтҡан балалыҡ дуҫы был малайҙың ошаҡсы Һибәтулланыҡы булыуын әйтте. Бронь буйынса һуғышҡа барыуҙан ҡотолоп ҡалған был бәндә рәйес булып йөрөй икән. Иренә ҡара ҡағыҙ алғас, ҡайтырына өмөтөн өҙә лә ҡайғынан, ауыр эштән, йәш балаларҙы ҡарауҙан, аслыҡтан йонсоған ҡатыны түрә әрһеҙлегенә, түрә талабына ҡаршы тора алмай. Бер уйлап ҡараһаң, малайҙарының ғүмере уның ҡулында булған шул. Һибәтулла ғаиләгә ярҙам итмәһә, балалары аслыҡтан шешенеп бөтөр ине, кем белә, бәлки,
аяҡ та һуҙырҙар ине. Бына шулай тешен ҡыҫып, Һибәтуллаға йәшерен үс һаҡлап, һуңлап килгән көнсөллөгөнән ут йотоп, ҡатынының һаҡ, өркәк ҡарашы менән осрашмаҫҡа тырышып йәшәй башланы Барый. Нимә генә ҡыла ала инде. Герой булып ҡайтманы, әсирлектә булғандарға ул саҡ ҙур
шик менән ҡарайҙар ине. «Иләк»тәрҙе үтте, бәхетенә күрә урман ауҙарырға ебәрмәнеләр, тимер сыбыҡ артына ташламанылар — Аллаһы тәғәләгә, Совет власына рәхмәт уҡы ла шым ғына, тауышыңды сығармай ғына көн итеп тик ят. Алға сыҡма, күкрәк кирмә, түрәләргә йылмаймай, ярамһаҡланмай яҡын бараһы булма. Кешеләрҙән мәрхәмәт көтмә, колхоз ярҙамына ла өмөт итмә. Ана, түбәндәге ауылдан Ғарипов Ғәбделхәй әсирлектән емерелеп бөткән буш өйгә, сүп үләне баҫҡан урамға ҡайта, әсәһе ҡырҡ дүрттә үлгән, һыйыры ла, бүтән мал-тыуары ла юҡ, ашарға картуфы ла бөткән.
Ҡышты нисек сыҡҡанын, нимә менән тамаҡ аҫрағанын берәү ҙә белмәне, ҡыҙыҡһынманы, ә йәй башында һыу аръяғындағы ҡарағат ҡыуаҡлыҡтары араһынан үле ки27 леш таптылар. Өлгөрмәгән-бешмәгән ҡарағат ашағандыр, ахыры — ҡоҫҡолоғонда йәп-йәшел еләктәр ине.
Икенсе әсир — ҡортсо Саҙретдиндың улы Шәфҡәт эскән көйө нисектер һалдатка Сәлиха йортона барып кергән дә ҡатын-ҡыҙҙарға бәйләнә башлаған. Ә иҫерек ҡатындар быны бәргесләргә керешкән. Тәүҙә өйҙә, унан тышҡа һөйрәп сығарғандар, таяҡтар менән һуға, аяҡтары менән типкесләйҙәр икән, йән еренә тейҙерергә тырышалар ти үҙҙәре. «Плин, ҡәбәхәт! — тип, ҡысҡыралар ти. — Беҙҙең ирҙәр һуғышта баштарын һалды, һин немецҡа
һатылып тере ҡайттың». Үлтерә яҙғансы туҡмалған Шәфҡәт ат һарайына шыуышып саҡ барып етә һәм шунда аҫылына.
Ә Барый бер ниндәй ҙә ҡыйырһытыуҙар күрмәне, киреһенсә, йылы урынға урынлашты — Һибәтулла уны склад мөдире итеп ҡуйҙы. Кем белә, бәлки, үҙ малайының хәлен дә уйлағандыр. Барый тәҡдим ителгән эштән баш тарта алманы, көсө етмәне, балаларының тамағын өҫтөн күрҙе.
Ҡайтыуының тәүге көндәренән үк ул Һибәтулла көсөгөн яратманы, эргәһендә йөрөүен йәне һөймәне, уға күтәрелеп ҡарауы ла оло ғазап ине — малайҙың ҡыҫыҡ күҙҙәрендә колхоз рәйесенең ҡарашын, мыҫҡыллы күҙ ҡыҫыуын шәйләне. Уның кескәй ҡулының икмәккә һонолоуы ла һарыуын ҡайнатты — артыҡ, сит-ят тамаҡ аҫрайым, тип уйланы. Етмәһә, үҙенең хәлен аңламай (ҡайҙан аңлаһын инде, меҫкен) Барыйға «атай» тип өндәшһә, ул тертләп китә лә, «Мин һиңә ниндәй атай булайым, һинең атайың Һибәтулла!» — тип ҡысҡырыуҙан саҡ тыйылып ҡала.
Ваҡыт үтә торҙо. Барый малай тураһында ҡатынына бер һүҙ әйтмәне. Ҡатыны Барыйҙың кем малайы икәнен белгәнен үҙе лә самалай ине. Ул уға нимә тип ғәйеп ташлай ала инде? Ниңә йөрөнөң, ниңә хыянат иттең, ниңә унан бала таптың типме? Иҫәрлек. Барый уның ғәфү үтенерен, шунан үҙе белгәнде һөйләп биререн дә белә. Йәки өндәшмәй генә иларға керешәсәк. Алдашырға, аҡланырға маташыуы ла ихтимал. Бәлки, ҡайтҡан көнө үк ярырға кәрәк булғандыр. Хәйер, унан ни фәтеүә? Эш ҡылынған, уны хәҙер үҙгәртерлек, кире ҡайтарырлыҡ түгел. Яйлап үҙе былай малайға өйрәнә-күнегә лә башланы шикелле. Әммә бер ҡасан да «улым» тигән йылы һүҙен әйтмәне, бер ҡасан да исеме менән өндәшмәне, бер мәртәбә лә иркәләп башынан һыйпаманы, ә үҙенең балалары менән йомшаҡ мөғәмәләлә булды. Ҡайсаҡ уға ҡарата үтә тупаҫ та ҡыланды, бәләкәй генә сәбәп өсөн: дә ҡысҡырырға, хатта һуғып ебәрергә лә күп һорамаҫ
ине. Мыҫҡыл да итте. Сынаяҡты ауыҙына килтереп эсә белмәгәнлектән малай сәйҙе һикегә һуҙылып ятып эсә. Йыш ҡына Барый үҙенең ауыр ҡулын уның башына һала, уның ауыҙ-моронон эҫе сәйгә батыра. Малай илай, ҡысҡыра, хатта тонсоға, ә үҙенең был ҡылығынан мәрәкә тапҡан Барый рәхәтләнеп көлә. Ҡатыны, йөҙө ҡарайып, малайҙы яҡларға уҡталып-уҡталып ҡуя, әммә ыйыулығы етмәй.
Яҙ көнө ине. Ҡар һыуҙары тауҙан түбәнгә аҡты, юлындағы сүп-сарҙы йыйып, таштарҙы йыуып буйраҡ Яйыҡҡа барып ҡушылды. Барыйҙың йорт-ҡаралтыһы
Пожар тауы итәгендә ултырғанлыҡтан ваҡ ҡына йылғасыҡтар ауыл урамына уның ихатаһы аша аға. Ныу уның баҙын да тултыра. Был — атаһы мәрхүм ҡаҙған,
хәҙер инде ташландыҡ хәлгә килгән тәрәнлеге ике метр баҫҡыслы, ҡапҡасы таҡтанан эшләнгән иҫке баҙ ине. Барыйҙың хәтерендә әле, атаһы баҙҙы көҙгө яҡҡа ҡаҙҙы, ҡышын йылғанан боҙ ташып төбөнә йәйҙе, ә яҙ килгәс уға һыу керҙе лә ҡуйҙы. Шунан атаһы баҙҙы икенсе ергә, лапаҫ аҫтына, ҡаҙҙы. Быныһы, тәүгеһе, шул килеш файҙаланылмайынса торҙо ла торҙо. Барый һуғышҡа киткәндә уның таҡта ҡапҡасы бар ине әле, ҡырҡ бишенсе йылда ҡайтҡанда баҙ өңөрәйеп торған, һаҙлыҡтағы ише һаҫыған һыу менән тулы соҡорға әйләнгәйне. Ҡапҡасын таба алманы, күрәһең, утынға яҡҡандарҙыр. Күмеп ҡуйырға күпме йыйынды, бер ҙә ҡулы етмәне. Малай соҡорҙоң ситенә генә баҫҡан да һыуға ҡарап тора. Уға, күрәһең, соҡор ҙа, унда йәшелләнеп бөткән
һыу ҙа ҡыҙыҡтыр, ул ниндәйҙер серле, мөғжизәле булып тойолғандыр. Балалар бит һыуға, күләүектәргә, йылға-шишмәләргә тартылыусан, таш, бүтән ваҡ-төйәк бәрергә әүәҫ. Көҙгө ише тигеҙ, шыма һыу өҫтөнә ҡарал хыял донъяһына сумырға ла яраталар.
Барый малай янынан үтеп бара. Тәүҙә башына, ниңәлер, шунда йығылып төшһә ине бынау, тигән сәйер уй-теләк килде. Унан ҡапыл, шундуҡ тигәндәй, әлеге
хыянатсыл уй, аҡылын уҙып, хәтәр ниәт менән алышынды һәм ул үҙ-үҙен аңламай, үҙ ҡылығына баш була алмай малайҙы әлеге соҡорға этте лә төшөрҙө. Малай арбан-торбан барып төштө лә сумып китте, ҡалҡты, күҙҙәрен, ауыҙын ҙур асып ҡулдары менән тәртипһеҙ хәрәкәттәр яһаны, шунан «Атай!» —тип йән әсеһенә ҡысҡырҙы ла һыу төбөнә китеп тә барҙы. Барыйҙың йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы, әммә оҙаҡҡа түгел — уның һуғыш, үлем, аслыҡ, әсирлек ғазаптары, кәмһетелеүҙәр, тормоштоң әллә күпме әсеһен-сөсөһөн татыған, ҡайғынан, күрә алмауҙан арыған йөрәге тиҙ тынысланды...
Малай кис еткәс кенә иҫтәренә төштө. Йүгерешеп йылға буйына барҙылар, тирә-яҡты эҙләнеләр, күршеләрҙән һораштылар, әммә береһе лә уны күрмәгән, береһе лә осратмағайны. Йоҡларға һуң ғына яттылар. Ҡатынына малай «Әсәй!» — тип саҡырған да һымаҡ тойолдо шикелле, һәм ул бер нисә тапҡыр һикереп тороп ихатаға йүгереп тә сыҡҡыланы. Әсә күңеле барыбер ҙә ниҙер һиҙгәндер. Иртәгеһенә Барый, туҡта, ул бит баҙ эргәһендә сыуала ине, шунда батманымы икән тип хәтеренә төшөргәндәй булды ла (әлбиттә, ул өндәшмәй ҙә ҡала ала ине, әммә малайҙың мәйете һыу төбөндә ята,
ҡасан ҡалҡып сыға әле ул, ни тиклем иртәрәк алып ерләп ҡуйһаң, шул тиклем яҡшыраҡ таһа) багор алып баҙ төбөн һәрмәне һәм ысынлап та малайҙың мәйетен
тартып сығарҙы.
Балаларҙың бәхетһеҙ үлеме, әйтәйек, ярҙан йығылып төшөү йәки һыу ингәндәге батыуҙары ауылда әллә ни ҙур йәки һирәк осрай торған ваҡиға түгел. Шуға ла әллә ни шау-шыуһыҙ ғына күмделәр, уфтандылар, йәлләнеләр ҙә оноттолар.
һәм бына байтаҡ йылдар үткәс, осраҡлы ғына тигәндәй үҙенең ейәнен үлтергән, шул арҡала ҡайғынан аҡылын юйыр сиккә еткән Барый күптән күмеп ҡуйған
баҙы өҫтөндә тора һәм иҫенә ҡапыл бер уй килә: «Баҙ! Бәлә бына ҡайҙан башланған икән. һин, ҡарт ишәк, шулай шыма ғына үтер тип уйлағайныңмы? Ейәнең үлеүе — ана шул ваҡыттағы яуызлығыңа яуап ул, шул гонаһың өсөн яза. Алла бар, Алла бөтәһен дә күреп тора. Уның ғәҙел хөкөмөнән ҡасыу юҡ!»
Ул үлтереүсе, ул ике сабыйҙы харап итеүсе хаин. Был донъяла бер ғәйепһеҙ баланың ғүмерен ҡыйыуҙан да хәшәрәтерәк нәмә бармы икән? Шуға күрә Барый, миңә кешеләр араһында урын бөттө, минең йәшәргә хаҡым юҡ, тигән уйға килде. Эйе, Алла уға язаһын биреүен бирҙе инде — ейәнен тартып алды. Эйе, икенсерәк тә язалай ала ине, күрәһең, ҡарттың иң ҙур шатлығын, уның йәшәү мәғәнәһен алырға теләгәндер; тимәк, Алла үҙе лә яуыз тоҡомдан, хәҙер Барыйға кеше хөкөмөн, закон хөкөмөн генә көтәһе ҡала. Яуап бирер көн киләсәген һиҙгәс уға нисектер еңел булып китте хатта. Эстән генә тормошо, яҡын кешеләре, йорт-ҡаралтылы менән хушлашҡас, ул ауыл Советына юлланды. Ауыл Советы рәйесе, Шакирйәндең малайы Салауат, йәш, ҡырҡтар тирәһендәге кеше, ҡарттың ни йомош менән килгәнен белмәне, әлбиттә, уны таныманы ла шикелле, шуғамылыр үтә лә тыныс, хатта битараф ҡаршы алды.
— Улым, һин мине ҡулға ал! — тине ҡарт тулҡынлана-тулҡынлана, түрә алдында барыһын һөйләргә лә әҙер булып.
Салауат аптыраны, тәүҙә өндәшмәне, унан нимәлер аңлағандай ҙа, ғәжәпләнгәндәй ҙә булып ҡапыл ғына:
— Мин кешеләрҙе ҡулға алмайым. Уның менән милиция шөғөлләнә, — тине.
— Һин бит власть, рәйес кеше. Мине милицияға оҙат йәки шылтырат, килеп алһындар. Мине судҡа бирергә кәрәк.
— Нимә өсөн? — Салауат ҡартҡа хәҙер иғтибарлабыраҡ ҡараны, етди булырға тырышты. Шулай ҙа үҙе көлөүен саҡ-саҡ тыйып ултыра ине. — Ултыр әле, ағай,
ултыр, ни өсөн һине ҡулға алырға, хөкөм итергә кәрәк әле?
— Мин бит ейәнемде үлтерҙем.
— Беләбеҙ... Тик һин уны яңылыш бит, насар ниәт менән түгел.
— Яңылыш... Эйе, ул үҙе балта аҫтына килеп керҙе, мин шәйләмәй ҡалдым. Уның өсөн дә судҡа биреп була. Ни өсөн урманға алып барғанмын, ни өсөн ҡарамағанмын. Шул хаҡта бер кем дә һорамай. Ринатты ла мин үлтерҙем бит.
— Ниндәй Ринатты?
— Улым бар ине. Биш йәшлек. Яратмай инем. — Ҡарт, тик ул малай Һибәтулланыҡы ине тип әйтә алмай
бит инде. — Мин бына шул малайҙы һыулы баҙға төртөп төшөрөп батырҙым.
Салауат аптырап ҡалды. Ҡайғынан ҡарттың аҡылына зәғифлек килгән, ахыры, үҙенә әллә ниндәй яла яға башланы, тигән һығымтаға килде шикелле.
— Уныһын ишеткән юҡ ине әле. Ҡасан булды һуң?
— Ҡырҡ һигеҙенсе йылда.
— Әйткәндәрең ысын булһа ла, әллә күпме ваҡыт үткән, — тине Салауат бер аҙ уйланып ултырғандан һуң. — Хөкөм итмәйәсәктәр.
— Тимәк, йылдар яуызлыҡты юя? Тимәк, булмай?
— Булмай, хөкөм итмәйәсәктәр. Ағай, бар ҡайт, быға тиклем нисек йәшәгәнһең, бынан ары ла шулай йәшәп тик ят, — тине Салауат һәм, ҡартҡа иғтибарын
юғалтып, телефондан шылтыратырға тотондо.
Барый ауыл Советынан, минең властарға бер ҙә кәрәгем ҡалмаған икән, тигән уй менән күңеле кителеп сыҡты. Бына бит ул донъя, йәш сағында бик кәрәк ине, һуғыш ваҡытында ла кәрәк булды, нисәмә йылдар колхозда эшләне, эшлектән сыҡҡас, ҡартайғас, хатта төрмәгә ултыртып ҡуйыр өсөн дә хәжәте ҡалманы.
Төнөн йәнә йоҡламаны, торҙо, мөйөштәге ултырғысҡа барып ултырҙы.
— Тағы шунда... Ят, йоҡла! — тине уянған ҡатыны.
Яуап урынына ҡарт:
— Ринатты бит мин үлтерҙем. Һыулы баҙға мин төртөп төшөрҙөм, — тип әйтте лә һалды.
Ҡатыны байтаҡ өндәшмәй ятты, әллә йоҡлап китте, әллә уйға батты, ҡарт аңламаны, шунан ҡапыл ғына:
— Беләм, — тип ҡуйҙы. Ә үҙенең тауышы үтә лә тыныс ине.
Яуап ҡартты шаҡ ҡатырҙы. Тимәк, ғүмер буйы белгән, ә өндәшмәгән! Ниндәй сабыр кеше!
— Илдар — Ринат өсөн үс алыу ул, — тине ҡарт.
Әбейе һаман өндәшмәгәс, өҫтәп ҡуйҙы: — Бөгөн ауыл Советына барҙым, бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Судҡа бирә алмайбыҙ, бигерәк һуң килгәнһең, ти Салауат.
— Һин ҡайғынан тамам иҫәрләндең, ят йоҡла.
Кеше, ауылдаштары, хөкөмө лә бар ине әле. Үҙенең күптәнге гонаһын бөтәһенә лә һөйләйәсәк, уның ниндәй эт икәнен барыһы ла белһен, уны күрә алмаһындар, уны яратмаһындар, уның менән һөйләшмәһендәр, туған-тыумасаһы ҡунаҡҡа саҡырмаһын, һәм ул осраған һәр кешегә үҙенең хәлен бәйән итә башланы. Ана, урам буйлап уҡытыусы Нәбиб килә, дөрөҫ, хәҙер ул уҡытыуын уҡытмай, пенсияла, әммә ихтирамлы, ғалим кеше.
— Барый ағай, иҫәнме, һаулыҡ нисек?
— Иҫәнлеккә иҫән дә ул, тик бына тормоштоң аҫтыөҫкә килде бит әле.
— Беләм, беләм, аңлайым. Малай бик йәл. Бала ғына көйө...
— Ейән ярай ҙа. Балта аҫтына үҙе килеп керҙе тигәндәй. Мин бит улымды ла үлтерҙем. Ринатты. Баҙға сумырҙым. Һыулы баҙға. Нәбиб, иҫеңдәме, минең малай
бар ине бит.
Нәбиб уңайһыҙлана, ҡарашын ситкә ала, әлбиттә, бер нәмә лә хәтерләмәй, уның йөҙөнән, ҡарт нимәнелер бутай, алышына башлаған, ахыры, тип уйлағаны күренеп тора.
— Ярай, ҡуҙғалайым, — ти ул ҡыйыуһыҙ ғына, шунан әле бер аяғына, әле икенсе аяғына баҫа. — Медпунктҡа сыҡҡайным, баҫымды үлсәтәйем әле тим.— Һәм
ул китергә ашыға.
Ҡапҡа тышындағы эскәмйәһендә ауылдың иң оло кешеһе Зиннур ҡарт ултыра. Барый уның алдында маңҡа ғына, сөнки унан һигеҙ йәшкә кесерәк. Барый Зиннур янына сүгәләй ҙә үҙенең иҫәр йәш сағында биш йәшлек кенә улын һыуға батырып үлтереүе хаҡында һөйләй башлай, ни тиһәң дә ул оло кеше, оҙаҡламай үләсәк, Алла алдына барасаҡ, кем белә, бәлки, әле шул хаҡта уйлап ултыралыр ҙа. Әммә Зиннур өндәшмәй, ҡарашы ҡайҙалыр ситтә, уның тыңлаймы, тыңлаһа ла берәй нәмә аңлаймы, юҡмы икәнен һис белерлек түгел.
— Һин әбейеңде булаштыраһыңмы әле? — тип һорай ул ҡапыл ғына мут йылмайып.
— Хәҙер юҡ инде, ҡайҙан?.. — тип уңайһыҙлана Барый.
— Ә мин үҙемдекен етмеш бишенә еткәнсе... Һаман туймай...
Урам буйлап Мәхмүт ҡарт килә, сумка тотоп магазинға икмәккә китеп бара. Ноғман мулла улы, ауылда доға һәм кешене ерләү тәртиптәрен белеүсе берҙән-бер
кеше. Ҡарттар иҫәнләшә һәм Барый ҡабалана-ҡабалана үҙенең ҡайғыһы хаҡында һөйләргә керешә, унан, ейәнемдең үлеме гонаһтарым өсөн ебәрелгән Алла ҡарғышы, Ҡөрьән был хаҡта нимә ти, тип һорай.
— Малайымды баҙға төшөрөп батырҙым тиһеңме? Булһа булғандыр ҙа, онотҡанмын инде хәҙер. Ә бына мәсет көмбәҙен бысып төшөргәнеңде бик яҡшы иҫләйем.
һай мәкерле, яуыз был Мәхмүт, утыҙынсы йылдарҙа аллаһыҙ йәштәрҙең ауылдағы мәсет манараһын бысып төшөрөүҙәренә, ошоноң менән ауылдан дини рухты ҡыуып ебәрергә тырышыуҙарына, әлеге мәсетте клубҡа әйләндереп граждандар һуғышы, байҙар һәм ярлылар хаҡында спектаклдәр ҡуйғандарына ишаралай бит.
— Йәш саҡ, һантый саҡ...
— Во-во, балалар, һинең ише һантыйҙар ҡулы менән бөтә изге нәмәне ҡырҙылар ҙа инде.
— Хәҙер миңә нимә эшләргә һуң?
— Тәүбәгә кил, үкен, — тине Мәхмүт. — Доға ҡыл, намаҙ уҡы. Аллаһы тәғәлә хәлеңә инер, ярлыҡар.
Пожар тауындағы аҙыҡ-түлек магазины алдында ятҡан бүрәнәләр өҫтөндә үҙенә оҡшаған һәр нәмәгә айыу майы һөртөргә әүәҫ, юҡ-бар һөйләргә яратыусы, ҡарт эскесе Исхаҡ ултыра. Ул бында бушҡа ғына ултырмай, үҙе һымаҡтарҙың магазинға һуғылыуын, ике йәки өс кешегә берәй шешә араҡы алыуҙарын көтә. Исхаҡ улар янына яҡыная ла юҡ-бар һөйләй башлай һем тәүге йотомдан кәйефләнеп алған ирҙәр уға ла өлөш сығара.
— Барый ағай, былай ҡабаланып ҡайҙа китеп бараһың? Саҡ ҡына ултырып ял итеп ал, — тип саҡыра ул ҡартты. Үҙе иртәнән һалмыш, йөҙө ҡыҙарған, күҙҙәре
йылтырап тора.
Барый бүрәнәләр өҫтөнә сүгәләй ҙә теге хәбәрен һүтергә тотона: малайын нисек баҙға төшөрөп батырған, ул ниндәй оло гонаһлы кеше, ул ниндәй хыянатсы, үлтереүсе.
— Батырҙым, тиңме? Нейә, дөрөҫ эшләгәнһең. Ул паразиттарҙың барыһын да батырырға кәрәк, һин әйт әле миңә, балаларҙан ни файҙа? Һин уларҙы тәрбиәләйһең, кейендерәһең, ашатаһың, ә улар ласҡылдатҡансы йөҙөңә төкөрөп сығып китә.
— Ул бәләкәй ине бит, сабый ғына ине. Уның ни ғәйебе?..
— Бәләкәй ине? Булһа ни. Үҫкәс эскесе, бандит булыр ине. Ана, минең бәләкәйҙе ал. Башы төрмәнән сыҡмай эттең. Срогын тултырып ҡайтып бер ай йәшәне,
шунан күрше Рауилды туҡманы, мине, атаһын, бәргесләне лә кире ултырҙы. Мин уны бәләкәй сағында уҡ һыуға батырһам, был хурлыҡҡа төшмәҫ инем. Һин онот, юҡҡа ҡайғырма, улар һинең тырнаҡ осоңа ла тормай. Бисәләр тағы табыр әле. Әйҙә, лутсы, эсәйек. Минең өс һум бар, һиндә күпме?..
Шулай ауыл буйлап йөрөнө лә йөрөнө Барый, тәүҙә үҙҙәренең урамы буйлап йөрөнө, унан түбәнге яҡҡа төштө. Тик кешеләр уның хәбәрен аҙағына тиклем тыңламаны, асылыуын, үкенеүен, ғазапланыуын етди ҡабул итмәне, барыһы ла сәйерһенеп кенә ҡарап китергә ашыҡты. Кеше хөкөмө, ауылдаштары хөкөмө лә булмай сыҡты, ул уны таба алманы, осратманы. Хәҙер инде ул, ейене тураһында онотоп, Ринат хаҡында ғына уйлай ине, Йәлләне, яратты, һағынды. Эйе,
шундай йәш бала әсәһенең гонаһы өсөн, ололарҙың гонаһы өсөн яуап бирергә тейеш түгел ине, ул үткән һуғыш, Барыйҙың әсирлектә йөрөүе, ғазаптар кисереүе, кәмһетелеүҙоре, туҡмалыузары өсөн яуап бирә алмай, бында уның ғәйебе юҡ. Ул бит Барыйҙы үҙ атаһы тип
иҫәплене, үҙенең Һибәтулланан тыуғанын ҡайҙан ғына белһен инде, меҫкен, үҙ атаһы, Барыйҙың, ниңә шул ҡәҙәре ҡырыҫ булғанының сәбәбен ҡайҙан ғына аңлаһын?
Ул бит үҙенең янында йөрөгәнен, эргәһенән үтеп барғанда үҙенә яҡынлашҡанын күреп торҙо, ә ул уны арҡаһынан этеп һыулы баҙға төшөрөп ебәрҙе. «Атай!» —тип асырғаланып ҡысҡырҙы ул һаҫыҡ һыуҙа тонсоға-тонсоға, атаһы төртөп төшөргәненә һис ышанмай һәм ул атаһының соҡорҙан тартып сығарыуын көттө... «Атай!» йылдар артында ҡалған ошо нәҙек кенә тауыш хәҙер килеп Барыйға ап-асыҡ булып ишетелә. «Улым! — тип
һыҡтаны ул ваҡыт-ваҡыт ейәнен бөтөнләй онотоп. — Улым!»
Закон уны хөкөм итмәне, кешеләр ҙә уның хәбәренә битарафлыҡ күрһәтте, Барый ҡарт үҙенең ҡайғы-хәсрәте менән яңғыҙ торҙо ла ҡалды; шуғамылыр үҙенең хөкөмө кеше, закон хөкөмөнән дә ауырыраҡ булып сыҡты: уның рухы һынды, күңеле төштә, аҡылында үҙе лә аңлап етмәген үҙгәрештәр була башланы. Ваҡыт-ваҡыт уның күңелен нимәлер кимерҙе, уйланыуҙар, шом баҫты, әллә ниндәй тауыштар ишетелгәндей тойолдо, ҡолағына кемдер сәйер фекерҙәр туҡыны. Тәүҙә, улар барыһы ла, ҡайғынан шулайҙыр, төш менән өн буталалыр, тип уйланы. Был мәл үтер, тип уйланы ҡарт, шуға күрә ул, үҙенең ошо ғазаплы мәленән тиҙерәк сығырға теләп, аҡылын алға ҡуйырға тырышты, әммә ниндәйҙер тауыш, ҡайһыныһыныңдыр тауышы торған һайын нығыраҡ, асығыраҡ ишетелде, ошо сәйер тауыш уны хәҙер ышандыра, ул иң хаҡ, иң дөрөҫ фекер булып китә. Ул шулай уйлана-икеләнә торғас, закон үҙен ниңә хөкөм итмәгәненә төшөндө. Был төшөнөү уның өсөн оло асыш менән бәрәбәр ине. Донъяла бер ниндәй ҙә закон юҡ, дөрөҫөрәге, һәр ерҙә законһыҙлыҡ, һәр ерҙә күҙ буяу, алдау. Ә властар? Закон һағында торорға тейешле властар үҙҙәре бер ниндәй ғәйепһеҙ меңдәрсә-меңдәрсә баланы һәләк итте, аслыҡтан зарыҡтырҙы, һуңғы телемдәрен тартып алды, аталарын төрмәгә ябып, колхоз ырҙынынан бер ус сүпле бойҙай алған өсөн әсәләрен зинданға бикләп интектерҙе, иң аяныслыһы шул, әлеге балаларҙың күҙ йәше өсөн ул түрәләр бер ниндәй ҙә язаға тарттырылманы. Ауыл халҡының уны хөкөм итмәүенең сәбәбен дә аңланы Барый ҡарт. Улар үҙҙәре лә муйындан гонаһҡа батҡан, властар балаларын үлтергән саҡта ләммим өндәшмәне, киреһенсә, һәр төрлө түрәгә ярамһаҡланып бер-береһен ошаҡланы, һатты, улар үҙҙәренең аталыҡ орлоҡтарын араҡы менән ағыуланы ла ҙур күҙле, иҫәр йөҙлө, аҡылға зәғиф балалар тыуҙырҙы. Улар, шул кешеләр, ас йылдарҙа артыҡ тамаҡтан ҡотолор өсөн үҙ балаларын үлтерҙе, тимәк, уларҙың һәр береһенең баҙында һыуға батырылған бала ята.
Тора-бара Барый малайҙың тере икәненә ышана башланы. Тик Шуныһын ғына айырманы, ҡайһыһы тере һуң: улы Ринатмы, әллә ейәне Илдармы? Уларҙың төҫһыҙаты ҡарт хәтерендә буталды, нисектер бер кеше рәүешендә күҙ алдына килде. Малай олатаһы менән, бәлки, атаһы менән урманға бара, һоло яланы аша үтә лә аҙаша. Һуңынан уны табалар, тик Барыйға күрһәтмәйҙәр. Әлбиттә, ғүмер буйы йәшереп тота алмаҫтар, барыбер ҡулдарынан ысҡынып «Атай!» — тип уға йүгереп килер. Ошо уй Барыйға шул ҡәҙәре ысын һымаҡ булын китә, ул түҙмәй бер кис ҡатынына ла әйтте:
— Ҡарсыҡ, беҙҙең Ринат тере бит, тик уны минән йәшереп тоталар.
Ҡатыны өндәшмәне, нисектер аптырап, ҡурҡып ҡартына оҙаҡ итеп ҡараны ла тәрән итеп көрһөндө, унан ҡарашын ситкә алды.
Көндәр үтә килә ул үҙенең үлемгә тиң ҡайғыһынан, эс бошоуҙарынан, йөрәген телгеләгән хәсрәттән һәм бер кемгә лә кәрәкмәгән, әшәке ҡарт тормошонан ҡотолоу юлын тапты. Барый үлер, таҙа һәм һалҡынса ерҙә ятыр ҙа серер, ошо сереү, юҡҡа сығыу уның әлеге бысраҡ тормошонан ҡотолоуы булыр. Теге донъя бар икән,рух ысынлап та үлемһеҙ икән, ул улы, ейәненең рухтары менән осрашасаҡ, мотлаҡ осрашасаҡ. «Уландарым, зинһар ғәфү итегеҙ!» —тиәсәк. Быныһы инде әгәр уның хәшәрәт рухын балаларҙың фәрештә ише таҙа рухтары янына ебәрһәләр.
Бәүелсәк һаман элекке урынында. Күптән сисеп алырға йыйына, тик ниңәлер һаман ала алмай ҙа ҡуя.
Бәүелсәк, дөрөҫөрәге, уның ептәре, уның йәшерен ниәтен иҫенә төшөрҙө, ә ул уй-ниәт көндән-көн нығынды, үҫте, оҙаҡламай хатта эҙәрлекләй башланы. Ҡамасауламаһын өсөн бына әбейен генә нисектер алдарға кәрәк буласаҡ.
— Һин, исмаһам, бер булһа ла еләккә барып килер инең, — тине ул ҡатынына. — Кеше еләк йыя, варенье ҡайната, һин ҡыш нимә ашарға уйлайһың?
— Ярай, барырмын, — тине ҡатыны күндәм генә, ҡартында көнкүреш, донъя көтөү теләге уянған, тимәк, күңеленә һиллек килгән, кәйефе күтәрелгән, тип уйланы үҙе.
Әбейе биҙрә тотоп еләккә киткәс, Барый бәүелсәкте систе, эйе, етен дилбегә ныҡ әле, уны ғына күтәрә ала.
Элмәк яһаны. Үҙе борсолдо, ҡулдары ҡалтыранды, юҡ, ҡурҡыуынан түгел, ә берәйһе көтмәгәндә ҡапҡанан килеп инеүе бар, тип шөрләне. Еп башын лапаҫтың балкаһы аша ырғытты ла ныҡ итеп ботаҡлы йыуан ағасҡа бәйләне. Элмәк ейәненең аяҡ эҙҙәре ҡалған баҙ өҫтөнә тура килде. Соландан иҫке ултырғыс алып сыҡты, шуға менеп баҫты. Ул бер кем хаҡында ла һағышланманы, бер кем хаҡында ла уйламаны, бер ниндәй ҡылығы өсөн
дә үкенмәне. Элмәкте муйынына кейҙергән саҡта башында иҫке, таушалған, ҡояшта янып, ямғыр аҫтында йөрөп йәмшәйеп бөткән эшләпә барлығын шәйләне лә, был миңә ҡамасаулай бит әле, тип уны систе, унан элмәкте яңынан муйынына элде, эшләпәне кире кейергәме, әллә кеймәҫкәме тип бер нисә секундҡа ғына икеләнеп торҙо, шунан, эшләпәһеҙ генә үлергә ҡарар итеп, баш кейемен ергә ырғытты. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ниндәйҙер доғаһын хәтерләп, ул аңлайышһыҙ бер нисә һүҙ шыбырланы ла ултырғысты тибеп ебәрҙе.
Еп тын алышын шундуҡ ҡыҫты. Сығып етмәгән иҫе менән, шулай булалыр инде, саҡ ҡына түҙергә кәрәк, тип уйланы ул. Башы ауырайҙы, янды, ҙурайҙы, әйтерһең эстән ут менән ҡыҙҙыралар. Етен еп ифрат ҡаты булып сыҡты, ул муйынын ныҡ ҡыҫа һәм яман ауырттыра, бындай яфаны Барый бер ҡасан да кисергәне юҡ. һәм ул был һыҙланыуға түҙә алмай һелкенә, ысҡынырға теләп ҡулдары менән бауға йәбешергә маташа, тик ҡулдарының күтәрелер хәле юҡлығын, улар инде үле, тәне буйлап сыбыртҡы ише һәленеп төшкәнен белмәй-аңламай ине. Шул мәл уның күҙҙәрендә нур һүнде, ул ҡот
осҡос ҙур тиҙлектә бәүелә-сайҡала төпһөҙ баҙҙың ҡара ауыҙына осто ла тормошто тойоуҙан туҡтаны.
Байтаҡ ваҡыт үткәс, уның аңы ҡайтты, күҙҙәре яҡтылыҡты шәйләне. Тән ауырлығы ла һиҙелмәй, имеш, ауыртынмай ҙа, үлеме лә юҡ һымаҡ һәм ул һаташыу,
онотолоу, өҙөк-йыртыҡ хәтерләүҙәр аша нисектер ситтән, өҫтән, үҙенең ихатаһын, теле һәленеп төшкән, әсе тир, тиҙәк еҫе һеңгән, ышҡылып-йылтырап бөткән, керләнгән салбар кейгән кәкре-бөкрө мәйетте шәйләне. Эйе, был уның үҙенең кәүҙәһе, уның мәйете, әммә етмеш биш йыл буйы ауыр гонаһ йөрөткән ошо меҫкен кәүҙәгә ул хәҙер аптырап та, нисектер ерәнеп тә ҡарай ине...