-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БАШҠА БӘЛӘ ТӨШМӘЙ АҠЫЛ ИНМӘЙ

…Матур йәшәне Әхәт йәш сағында. Үҙе теләгәнсә көн итте. Төҫ-башҡа матур ғына һылыуҙы кәләш итеп алды, тиҙҙән ҡыҙҙары донъяға килде. Бик шат ине сабыйына, хәленән килгәнсә барыһын да уға бирергә тырышты. Эше лә ауыр түгел ине уның. Ҙур булмаған бер ойошмала шофер булып йөрөнө. Иртән кейенеп-яһанып сығып китә, кисен, ҙур эш ҡыйратҡандай, ҡайтып инә. Йорто ялт итеп тора, ашарға әҙер, хужалыҡ эштәре эшләнгән. Уңды ҡатынынан Әхәт. Һәр саҡ ошолай булыр төҫлө ине уға. Бәлки, булыр ҙа ине…

БАШҠА БӘЛӘ ТӨШМӘЙ АҠЫЛ ИНМӘЙ
БАШҠА БӘЛӘ ТӨШМӘЙ АҠЫЛ ИНМӘЙ
Ауыл кисе. Ҡояш, офоҡто ҡыҙыл буяуға мансып, байыуға табан бара. Көнө буйы йомшаҡ үлән уртлап туйған малдар мөңгөрәшеп ашыҡмай ғына ҡайтып килә. Балалар көтөүҙән үҙ һыйырҙарын ҡаршылап, ихатаға ҡыуа. Һауын биҙрәләрен шалтыр-шолтор килтереп, ҡатын-ҡыҙҙар аҙбарға инеп китә лә, дөбөрләтеп һыйыр һауырға тотона. Үҙенә күрә бер көй кеүек ишетелә ул тауыш. Ем тибеүҙән туҡтаған тауыҡтар төнәргә ояларына инеп юғала. Йылға буйынан ҡайтҡан ҡаҙҙарҙың да тиҙҙән ҡаңғылдашыуы тына. Яйлап тирә-яҡ йоҡоға тала.
 
Ошо мәлде ярата ине Әхәт ҡарт йәш сағында. Эштәрен теүәлләп бөткәс тә, киске һауа һулап, байтаҡ йөрөй ине ул. Тәүге йондоҙҙар күренгәс кенә инә өйөнә. Бигерәк танһыҡ бит ул ауыл кисе!
Әхәт ҡарттың ғүмер кисе көтмәгәндә етте. Бына инде бер нисә көн карауатынан тора ла алмай ята ул. Ҡарашын тәҙрәнән алмай, киске һауаның еҫен тойорға маташа. Их, исмаһам, уныһы ла асыҡ түгел…
Тик ятҡас ни, уйҙар упҡынынан сыға алмай Әхәт ҡарт. Йәшлеге иҫенә төшөп йонсота. Бар ине бит рәхәт саҡтар! Ҡәҙерҙәрен генә белмәне… Былай аяҡтан яҙып, кеше ҡулына ҡалырын белһә, бөтөнләй башҡаса йәшәр ине лә бит… Әлегеләй япа-яңғыҙы тилмереп ятмаҫ ине. Янына килеп бер йотом һыу биреүсе кеше лә юҡ бит хәҙер. Хәйер, быныһына үҙе ғәйепле.
Ҡарт кеҫә телефонын ҡулына алып, ҡыҙыл төймәһенә баҫа һала. Шылтыратыуҙар теҙмәһен ҡарай. Йәнәһе, яңылыш тауышын ишетмәй ҡалманыммы икән? Юҡ, бер әҙәм дә иҫенә төшөрмәгән...
…Матур йәшәне Әхәт йәш сағында. Үҙе теләгәнсә көн итте. Төҫ-башҡа матур ғына һылыуҙы кәләш итеп алды, тиҙҙән ҡыҙҙары донъяға килде. Бик шат ине сабыйына, хәленән килгәнсә барыһын да уға бирергә тырышты.
Эше лә ауыр түгел ине уның. Ҙур булмаған бер ойошмала шофер булып йөрөнө. Иртән кейенеп-яһанып сығып китә, кисен, ҙур эш ҡыйратҡандай, ҡайтып инә. Йорто ялт итеп тора, ашарға әҙер, хужалыҡ эштәре эшләнгән. Уңды ҡатынынан Әхәт. Һәр саҡ ошолай булыр төҫлө ине уға. Бәлки, булыр ҙа ине…
Ҡатынына йыш ҡына ҡаты бәрелер ине ул. Ҡырыҫ холоҡло, тәкәбберлеге үҙен һиҙҙерткән, күрәһең. Кеше менән аралашырға ла, ҡунаҡҡа йөрөшөргә лә ҡырҡа ҡаршы ине Әхәт. Шуға уның тупһаһына аяҡ баҫыусы кеше һирәк булды. Килгән әҙәмгә юҡ ғәйеп тағып, ауыл тултырып, яман данын сығарыр ине. Йәнәһе, башҡа уның донъяһына инеп, тикшереп йөрөмәһен. Бөтә ишегенә лә йоҙаҡ элде. Тора-бара унан күрше-тирәһе генә түгел, ә шул уҡ ауылда йәшәгән туғандары ла биҙҙе.
Башта барыһына ла түҙҙе ҡатыны Ғәлимә, өндәшмәне. Аҙаҡ уның да сабырлығы бөттө. Матур ғына көн иткән ғаиләлә ыҙғыш-талаш ғәҙәти хәлгә әйләнеп китте. Ғәлимә араҡы менән дә дуҫлашып алды. Аралашыуға сарсаған ҡатын үҙенә тиҙ генә иптәштәр тапты. Ире эштә саҡта ҡаса-боҫа ҡунаҡ булалар, эс серҙәрен бушаталар. Ҡатының насар юлға баҫыуын күргән Әхәт әсәй эштәрен үҙ елкәһенә йөкмәй башлаған ҡыҙын йәлләне. Ҡайғыһын шайтан һыуы менән баҫырға уйлағайны ла, “Икебеҙ ҙә эсһәк, донъяны кем көтөр?” – тип тыйылып ҡалды.
Сыҙаманы Әхәт, сираттағы әрепләшеүҙән һуң ҡатынын өйөнән ҡыуып сығарҙы. Әсәй менән ҡыҙ иҫке генә йортто ҡуртымға алып йәшәй башланы. Эскегә һабышҡан Ғәлимәне хәҙер тыйыусы кеше юҡ. Донъя көтөүҙе ҡыҙына тапшырып, хәмер менән көн күреүен дауам итте. Үҙ башына етте ахырҙа, балаһын ярым етем ҡалдырып, гүр эйәһе булды.
Шул саҡта Әхәткә ҡыҙын үҙенә алып, бергә матур итеп йәшәп китергә ине лә бит, юҡ. Әлеге лә баяғы үҙенең ҡатылығы тәгәрмәскә тағы таяҡ тыҡты. Әллә ҡатынына буған асыуы ебәрмәне, әллә балаһын сит кешегә биргеһе килмәне. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙының һөйгәнен ҡабул итә алманы, әҙәмгә һанаманы егетте. Үҙ бәхетенә юл ярған сабыйының шатлығын күргеһе килмәне, ахыры. Туйына ла барманы атай кеше, ҡыҙынан бөтөнләй ваз кисте. Шулай улар араһында юлдар тамам өҙөлдө.
Теүәл генә донъяһының бер яғы кителеүендә Әхәт ҡарт бер ҡасан да үҙен ғәйепле тойманы. Бөтә бәләнең башын башта эскесе ҡатынынан күрһә, аҙаҡ ҡыҙына япһарҙы. “Йүнһеҙ, атай һүҙен тыңламаны”,– тип әрләне уны. Һәр кем бәхетле булырға хоҡуҡлы икәнен аңларға ла теләмәне, һаман тәкәбберлегенә, үҙһүҙлелегенә баш була алманы.
Бына хәҙер, аяҡһыҙ ҡалғас, барыһына ла төшөндө. Ғүмер буйы көс-ғәйрәтле булып, башҡаларға мохтажлыҡ кисермәй йәшәрҙәй булаһың да ул, тик тормоштоң үҙ ҡануны. Ҡасан да булһа уйламаған кешегә баш эйҙертә икән шул. Әле ашарға бешерергә, йыуынырға, хатта хәжәтен үтәргә лә эшкинмәй, ә янында бер кем юҡ. Ишектәре элеккесә йоҙаҡҡа ла бикләнмәгән – шар асыҡ, әммә бер әҙәм инеп сыҡмай. Атаһы күҙенә күренмәҫкә ҡушҡас, ҡыҙы ла оҙаҡ ваҡыт ҡайтманы тыуған йортона. Бына шулай яңғыҙ тилмереп ята Әхәт ҡарт.
Ауыл халҡы ҡарттың хәле тураһында осраҡлы рәүештә генә белеп ҡалды. Шунда уҡ күрше-күлән ярҙам итә, тамағына ашарға алып инә башланы. Уның бөтә насарлығын кисергәйне улар, бына Әхәт ҡартҡа ғына уларҙың күҙҙәренә ҡарап, рәхмәт әйтеүе, ай-вай, ауыр ине.
Бөр бөртөк ғәзиз кешеһен ҡаты рәнйетеүен дә аңланы ул. Ҡыҙына шылтыратып, ғәфү үтенә һалды. Шуны ғына көткән, ахыры, бала, алыҫта йәшәүенә ҡарамаҫтан, тиҙ генә килеп тә етте...
Ниһайәт, донъяһы теүәлләнгәндәй булды ҡарттың. Әммә күңеле һаман тынғылыҡ тапманы – үткәнде кире ҡайтара алмауына йәне әсенде, әле ҡыҙы ҡулына ҡалыуына уңайһыҙланды.
 
БАШЫҢА ТӨШҺӘ, БАҒАНАҒА ЛА СӘЛӘМ БИРЕРҺЕҢ, ТИҘӘР БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠТА. ЫСЫНЛАП ТА ШУЛАЙ, ҺӘР АҘЫМЫБЫҘҘЫ АЛДАН УЙЛАП ЭШЛӘЙЕК, ҺӘР ВАҠЫТ КЕШЕГӘ МӘРХӘМӘТЛЕ, ИҒТИБАРЛЫ БУЛАЙЫҠ, ЙӘМӘҒӘТ.
 
Ләйсән СӘЛИХОВА.
Автор:
Читайте нас: