Бәләкәй саҡта "Тыума" ҡушаматлы бер ҡыҙ менән ныҡ дуҫ булдым. Исеме лә беҙҙеңсә, йәғни башҡортса түгел. Индира ине ул. Барыһы ла унан ҡаса: ят итәләр. Әйтерһең, ул – шайтан балаһы.
Уйнап йөрөгәндә килеп ҡыҫылһа, күбеһе ситкә һибелә, сөнки “Тыума” килгән! Уныңӊ атаһы менән әсәһе башҡалар кеүек бергә йәшәмәй. Атаһы бөтөнләй юҡ, тиҙәр, сөнки ул бәләкәй генә, мунса кеүек кенә өйҙә өләсәһе менән генә тора. Ә миңә, ни өсөндөр, был ҡыҙ оҡшай. Ул сер йомғағы кеүек. Бөтәһе менән дә һөйләшеп бармай, ә минең менән рәхәтләнеп аралаша. Етмәһә, өләсәйле лә ул! Ә өләсәйле ҡыҙҙар аҡыллы була. Әсәһе ниңәлер өләсәһенә ташлап киткән.
Өләсәйле ҡыҙҙар бәхетле була! Минеңӊ өләсәйем булмағас, ошондай бәхетте татып ҡарағым килә, шуға йүгерәм дә уларға барам.
Туйбикә – ифрат яғымлы инәй. Гелән оҙон күлдәктә. Ҡайһы саҡта күлдәгенеңӊ бер яғын биленә ҡыҫтырып ҡуя. Ныҡ ҙур ҙа булмаған түтәл баҡсаларында, ҡысҡырмай ғына йырлап, сүп утай ул, ғәҙәттә. Минең әсәйем дә, берәй эш менән булғанда, ошо инәй һымаҡ гелән йырлап йөрөй. Йырҙары ла хатта оҡшаш һымаҡ. Уны тыңлап тороуы ла шундай рәхәт.
Индираларҙа гелән табикмәк бешкән була. Ә уныңӊ еҫе! М-м-м! Ауыҙ һыуыӊ ҡорорлоҡ! Һарғайға етерлек! Мунсала ыҫланған бәләкәй генә йомороҡас ҡорот та бар.
– Балаҡайҙар! Тәүҙә, Аллаһу Тәғәләгә тапшырып, сәйләп алайыҡ! Шунан уйнарһығыҙ, йәме! – тип икебеҙҙе өҫтәлгә саҡыра оло кеше.
Инәйҙәрҙеңӊ өйөндә хас әкиәттәге кеүек. Ошо серҙе нығыраҡ асырға барам мин унда.
Бер саҡ ны-ы-ы-ыҡ итеп ауырып киттем. Тышта май айы. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Уянып киттем дә:
– Әллә үлгәнмен инде? – тип, аяҡ-ҡулдарымды тотоп ҡарайым. – Уф! Әлдә генә йылыҡайҙар. Үлмәгәнмен бит! Шатлығымдан илап ятҡанда, минең "тыума" әхирәтем килеп керҙе.
– Нишләп илап ятаңӊ ҡоро-юҡҡа! Әйҙә тышҡа сығайыҡ! Уйнарға!
Индира өләсәһе кеүек кенә итеп һөйләшә лә белә.
– Сығыр инем, хәлем юҡ бит!
Әхирәтем яныма килеп ултыра. Гелән кеҫәһендә тәмле генә ҡорот киҫәге йөрөтә ул.
– Мә, әҙ генә итеп ошоно кимереп ят! Хәҙер шәбәйәң! Өләсәйемдән беләм! – ти ул етди ҡиәфәттә. Оҙаҡ ултырҙы ул янымда. Уныңӊ әллә күпме яңылыҡтарын белдем. Быға тиклем асылмаған серҙәрен асып бөттө ул миңә. Эй рәхәт уны тыңлау! Ҡаршыбыҙҙа ғына муйыл баҡсаһы. Әхирәтемде лә, Туйбикә инәйҙе лә шатландырғым килә шул мәл.
– Муйыл сәскәләре өҙөп ал! Өләсәйеңӊ дә шатланыр. Һеҙҙә әтеү сирендәр генә бит, – тим.
– Юҡ! Өләсәйем сәпсим сәскәләрҙе өҙөргә ҡушмай. Ярамай, ти! Ботағын үҙегеҙгә эйелдереп, еҫкәп кенә ҡарағыҙ. Сауап булыр, ти.
Ике-өс көн ауырығандан һуң шәбәйеп аяҡҡа баҫтым. Ныҡ итеп аралашып бергә уйнаған дуҫтарымдың береһе лә яныма хәл белергә килмәне. Бәләкәй генә башым менән, шул саҡта "тыума"ларҙың яҡшы дуҫтарға ҡарағанда ла затлыраҡ һәм аҫылыраҡ икәнлегенә төшөндөм мин.
Ошо бала саҡ хәтирәһен әсәйемә һөйләп-һөйләп алам.
– Тыума түгел ине ул Индира, мөхәббәттән тыуған бала! Атаһы Мөслимә апайҙыңӊ улы Хөрмәт ағайыңӊ була. Ғаиләһе бар ине Хөрмәттең. Шуға өйләнә алманы. Ныҡ яратып йөрөһә лә. Ныу Ҡәҙриәгә ҡыҙын тәрбиәләште ул. Индираны һеҙгә тәтемәгән әйберҙәрҙе кейҙереп үҫтерҙе. Тик Индира бер ҡасан да уға “әтей” тимәгән. “Әтейҙәр әнейҙәр менән бергә йәшәй, ә һин беҙҙән айырым”, тигән ул Хөрмәткә. Үҙенә күрә бала үпкәләрен белдергеһе килгәндер инде.
Ҡәҙерле әхирәтем яҙмышының бер битен Тәҡдир шулай яҙған. Үҫкәндә әсеһен-сөсөһөн күп татыһа ла, Ғүмер китабының икенсе өлөшө тик бәхеттән туҡылғайны уның. Ситкә сығып китте ул. Ғүмер баҡый Ырымбурҙа йәшәне. Кейәүгә сыҡты. Ирҙән, тапҡан улдарынан, эштән бәхете булды. Әммә кәүҙәһе шунда, ситтә ҡалды. Мәңгелек йортон Ырымбурҙа тапты. “Мәңге лә ҡайтмам ошо ауылға!” тимәгәндер ҙә инде.
Бала саҡтағы ғына түгел, ә донъялағы иң яҡын әхирәтем Индираның фани донъяларҙа бергә була алмаған атай-әсәйҙәре янына, ҡәҙерле өләсәһе янына ҡайтып ята алмауы бәғеремде өҙә. Ә бит беҙ “Үлгәс тә бергә булайыҡ!” тип теге саҡта, мин үлә яҙып ауырығанда, һүҙ бирешкәйнек...
- Рәшиҙә ШӘМСЕТДИНОВА
https://bashgazet.ru