-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балалар йортонда үҫеүем уға оҡшаманы

– Иринаны тәү күреүҙән оҡшаттым, – тип башланы ул һүҙен. – Дуҫлашып киттек, ул да мине ярата ине. Ул үҙенең ата-әсәһе тураһында һөйләй. Етеш ғаиләлә үҫкән, шуға ла матур кейенә, аҡсаны иркен тотона. Балалар йортонда үҫкәс, мин дә саҡ ҡына иҫемдә ҡалған атай-әсәйле сағымды һөйләгән булам.

Балалар йортонда үҫеүем уға оҡшаманы
Балалар йортонда үҫеүем уға оҡшаманы

Айнурҙың нисәнсе көн инде кәйефһеҙ йөрөгәнен күрәм. Элек гел мәрәкә хәлдәр һөйләп, башҡаларҙы көлдөрөп йөрөгән егетте алмаштырҙылармы ни! Кешенән уны-быны төпсөнөүе әллә нисек һымаҡ. Бер көндө Айнур үҙе бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Һөйгәне менән аралары боҙолған икән.
– Иринаны тәү күреүҙән оҡшаттым, – тип башланы ул һүҙен. – Дуҫлашып киттек, ул да мине ярата ине. Ул үҙенең ата-әсәһе тураһында һөйләй. Етеш ғаиләлә үҫкән, шуға ла матур кейенә, аҡсаны иркен тотона. Балалар йортонда үҫкәс, мин дә саҡ ҡына иҫемдә ҡалған атай-әсәйле сағымды һөйләгән булам. Шулай ҙа бер ваҡыт ул:
– Атай-әсәйең ҡайҙа эшләй? – тип һорамаһынмы!
Бығаса етем үҫеүемде бер кемгә лә һөйләгәнем булманы. Хатта бер бүлмәлә йәшәгән егеттәр ҙә белмәй ине. Һөйгәнемә ысынын әйтергә тура килде. Ул быны көтмәгәйне шикелле. Миңә, гүйә, бер енәйәт эшләгән кешегә ҡарағандай:
– Ысынмы, шаяртмайһыңмы? – тип ҡабатлап һораны.
– Ысын! Ни эшләп алдайым. – Иринаға барыһын да һөйләп бирҙем.
Минең балалар йортонда үҫеүем уға оҡшамағанын шунда уҡ тойҙом. Йөҙө үҙгәрҙе, тауышы бүтәнсә сыҡты. Ихлас булырға тырышып ҡараһа ла, күңелгә бойороп буламы ни! Ул көндө һалҡын ғына һаубуллашттыҡ. Ҡайтҡас, төнө буйы уйланып, йоҡлай алмай яттым. Иртәгәһенә Иринаға шылтыратырға ҡул барманы. Башҡа ваҡытта ҡасан киләһең тип өҙөлөп торған ҡыҙ үҙе лә хәбәр итмәне. Ә кис телефоныма "Айнур, ғәфү ит, беҙ башҡаса бергә була алмайбыҙ" тигән яҙыу килде.
Тәүҙә ни эшләргә белмәнем. Үҙ-үҙемә ҡул һалайыммы икән тип уйлағайным да, тыйылып ҡалдым. Ә хәҙер һыуындым инде.
Йәш дуҫымды үҙемсә йыуатырға тырыштым:
– Тимәк, һеҙҙең арала ысын һөйөү булмаған. Үҙеңә яҙғаны осрар әле. Хоҙай һәр кемде үҙ ише менән яралта, тиҙәр бит.

Автор:
Читайте нас: